Күтәрә белмәгән күп күтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Янылыктар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ҡара квадрат» йәки «ҡара упҡын» Сәйәсәт

    Кешеләрзен Казимир Малевичтың 1913 йылда яҙған «Ҡара квадрат» картинаһына ни өсөн һоҡланыуына бәләкәй саҡтан уҡ аптырайым. Унда бит бер нәмә юҡ! Бындай һүрәтте һәр бер бала ла төшөрә ала! Тирә-яҡтағы бөтә кешеләр ҙә шул картинала ниндәйҙер мәғәнә йәшерелеүенә, уға ҡараһаң, ниндәйҙер хистәргә батырға тейешлегемә ышандырырға тырышты. Мин ҡарап-ҡарап та, бер нимә лә күрмәнем. Был картинаның сере хаҡында һорашып, эргә тирәмдәге кешеләр менән һүҙ көрәштерҙем. Кешеләрҙең һәр береһе был картинаны бөйөк тип атаны, әммә береһе лә мине быға ышандыра алманы. Ҡыҙыу һүҙ көрәштереүҙәрҙең һуңында мине еңә алмағандар: «Һин ул картинаның оригиналын күрмәгәнһең», – тип ауыҙымды ябырға маташты.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Урал батыр» эпосы геройҙарының эҙҙәре буйлап Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһы менән Гессен ере араһындағы хеҙмәттәшлеккә 2002 йылда немец яғы инициативаһы буйынса нигеҙ һалына. Ошо ваҡыт арауығында немецтар тарафынан Башҡортостан Республикаһының туристик ҡеүәтенә тәрән анализ яһала, айырым йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса мөһим тәҡдимдәр индерелә. 2005 йылда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы Германияның «Запад – Восток» ғилми үҙәге менән берлектә Фольксваген фондының 200 мең евролыҡ грантын ота. Грантты тормошҡа ашырыу барышында академия уҡытыусылары, аспиранттары һәм студенттары дүрт тапҡыр Кассель ҡалаһына барып, стажировка үтеп ҡайта.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Ер һәм кешеләр» III Төбәк-ара кинофорумы асылды Башҡортостан

    Форум төрлө төбәктәрҙән килгән телевизион берләшмәләр вәкилдәренә тәжрибә уртаҡлашыуға, мәҙәни бәйләнештәр булдырыуға, уртаҡ проекттар төҙөүгә, дөйөм алғанда, төбәк телевидениеһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, ти сараны ойоштороусылар. Беренсе һәм икенсе форумдар кеүек үк, өсөнсөһөндә лә ҡатнашыусыларҙың географияһы киң. Унда Златоуст, Ханты-Манси, Орск, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск, Мәскәү һәм Санкт-Петербург, Республика райондары телекомпаниялары, телестудиялары ҡатнаша.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БР Президент Советы составына үҙгәрештәр индерелде Башҡортостан, Сәйәсәт

    2008 йылдың 11 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан Республикаһының Президент Советы составына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
    «Граждандар оборонаһы тураһында» Федераль законға һәм «Рәсәй Федерацияһында граждандар оборонаһы тураһындағы Положениены раҫлау тураһында» Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 11 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов үҙ Указы менән Башҡортостан Республикаһында граждандар оборонаһын ойоштороу һәм алып барыу тураһындағы Положениены раҫланы.
    Указдар ҡул ҡуйған көндән алып көсөнә инде.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар, Башҡортостан

    10 ноябрҙә үткән Хөкүмәт кәңәшмәhендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев социаль объектты коммерция объекты итеп үҙгәртеү сәбәбен аңлатыуҙы талап итте.
    Бында һүҙ Башҡорт дәүләт университеты районында сауҙа-офис майҙансыҡтары төҙөлөшө тураһында барҙы. Был урында ҡасандыр льготалы шарттарҙа ошо вуз хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ йорт төҙөү планлаштырылған булған. Һуңыраҡ объекттың статусы үҙгәртелгән.
    Фонд ике финанслау сығанағынан – БНЗС һәм Торлаҡ төҙөлөшө фондынан финанслана һәм дәүләт унитар предприятиеһы булып тора. Раил Сарбаевтың фекеренсә, был уның эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөктәрҙә лә сағылырға тейеш. Хәҙерге шарттарҙа дәүләт өҫтөнлөгө – иң элек социаль торлаҡ төҙөү.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡ тирмә»гә көлә-көлә «Һәнәк» килә Яңылыҡтар

    йәки Милли баҫмаларға яҙылыу өсөн уңайлы мөмкинлек бар

    15 ноябрҙә һеҙҙе «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге «Һәнәк» журналы редакцияһы менән берлектә ойошторған ҙур концерт-тамаша көтә. Көлкө тураһында етди һүҙҙәр, шаян шиғырҙар, хикмәтле хикәйәләр ишеткегеҙ килһә, күңелле йырҙар тыңлап, елле бейеүҙәр ҡарап рәхәтләнергә теләһәгеҙ, 18.00 сәғәттә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайының Ҙур залына рәхим итегеҙ! Инеү бушлай.
    Ә тәнәфес ваҡытында республика башҡорт гәзит-журналдарына яҙылыу ойоштороласаҡ. «Йәшлек» гәзите лә үҙенең уҡыусыларын көтөп ҡала! Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорауҙарың булһа шылтырат! Башҡортостан, Әрме

    Ғаиләләргә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгендә «Хәрби Көстәргә көҙгө саҡырыу. Әрме хеҙмәтенә ир-егеттәрҙе әҙерләү системаһы» темаһы буйынса «ҡыҙыу телефон» эшләй.
    Рәсәйҙең хәрби сафтарында быйылғы саҡырыу үҙенсәлектәренә ҡағылышлы һорауҙарға БР Хәрби комиссариатының әхлаҡи-психологик һәм хоҡуҡи эштәр бүлеге етәксеһе Илдар Юлышев яуап бирәсәк. БР Хәрби комиссариатының йәмәғәтселекте ҡабул итеү консультанты, хеҙмәт итеүселәрҙең ата-әсәләр комитеты секретары Людмила Муллайәнова һәм БР саҡырыу комиссияһының төп составы секретары Николай Черетов маҡсатлы программа ысулы, йәштәрҙең хеҙмәткә психологик әҙерлеге тураһында һөйләйәсәк.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Пекин олимпиадаһының ауазы Яңылыҡтар » Спорт

    Пекин олимпиадаһының ауазыБаш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында БР Президенты Мортаза Рәхимов Пекинда үткән XXIX Олимпия һәм XIII Паралимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне.
    Оксана Савченко менән Дмитрий Клоков Мортаза Рәхимовҡа «БР командаһының капитанына – Олимпия һәм Паралимпия уйынсыларынан» тигән яҙыулы ҙур матур кубок бүләк итте.
    «Олимпия парады» тип аталған спорт байрамы төрлө спорт төрҙәре вәкилдәре ҡатнашлығында физкультура-спорт композицияһы менән асылды. Башҡортостандың берҙәм коллективы тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, физкультура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов һөйләне. Ул Пекинда Рәсәйҙең уңышына булышлыҡ итеүсе Олимпия һәм Паралимпия уйынсыларына рәхмәт белдерҙе.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru