Арбам һынды тип, күстәнҡалма, башым ауырта тип, эштән ҡалма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Шәхси хужалыҡ
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ишембай районының Әхмәр ауылынан донъялағы иң изге кешебеҙ – ҡәҙерле әсәйебеҙ hәм өләсәйебеҙ Зөмәрә Әҙhәм ҡыҙы FИЗЗӘТУЛЛИНА үҙенең күркәм юбилейын – 50 йәшен билдәләй.
    Әсәй! Донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, беҙҙе, балаларыңды, наҙлап, иркәләп үҫтерҙең hәм оло тормош юлына баҫтырҙың. Күңелең hәр саҡ көр, кәйефең күтәренке, тыуыр таңдарың hәр саҡ яҡты hәм имен булhын! Һиңә сикhеҙ рәхмәтлебеҙ hәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ап-аҡ бәхет, икhеҙ-сикhеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар hәм күңел тыныслығы теләйбеҙ!

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡымлы ла, отошло ла "Йәшлек" тиән гәзит Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡәҙерле дуҫтар, яратып уҡыған «Йәшлек» гәзите аша «Йәшлек»-фараз» уйынында ҡатнашып, бәхетеңде һынап ҡарау күпкә хәйерле. Хәтерегеҙҙә булһа, быға тиклем ойошторолған был отошло уйында еңеүселәр хужалыҡта, өйҙә бик тә кәрәкле сепаратор, төҫлө телевизор, DVD-плеер, иген, таҡта, бер пар ҡаҙ, аҡсалата бүләктәр алып шатланғайны. Фаразлау уйынының гәзит уҡыусыларҙы бик ныҡ ҡыҙыҡһындырыуын һәм уларҙың дәрт-ҡомарын иҫәпкә алып, «Йәшлек»-фараз» уйынын тағы ла үткәрергә ҡарар ителде.
    Конкурстың шарттары ябай, уларҙы үтәү өсөн ғалим булырға йәки тау аҡтарырға кәрәкмәй, ә ни бары тик:
    – «Йәшлек» гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылырға кәрәк. Алдан яҙылған булһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ;

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Премьер министр интернетта Башҡортостан

    www.tukaeva.ru адресы буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең яңы порталы асылды. Унда республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары, БР Хөкүмәте Премьер-министрының ҡарарҙары хаҡында мәғлүмәттәрҙе табып буласаҡ. Шулай уҡ был порталда республиканың сәйәси тормошондағы яңылыҡтар менән танышыу, хатта Премьер-министр Раил Сарбаевтың шәхсән үҙенә хат яҙыу мөмкинлеге лә бар.
    Етәксегә ебәрелгән бөтә хаттар ҙа закон буйынса рәсми теркәлеп, канцелярияға ебәреләсәк, уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмаҫ, тип вәғәҙә итәләр.
    Әлегә сайттың ҡайһы бер бүлектәре буш, улар эшләнеп ята. Был портал йыл аҙағында тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ.
    Л. СОЛТАНОВА.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иш янына ҡуш итеп Башҡортостан » Милли проекттар

    Иш янына ҡуш итепИшембай районының Көҙән ауылында йәштәр нигеҙ һалған яңы урамда береһенән-береһе күркәмерәк, матурыраҡ төҙөлгән йорттар ауылдың бер биҙәге, бер ҡотолай булып, күҙҙең яуын алып тора. Күптәрендә инде йорт хужалары – йәш ғаиләләр төҙөлөш эштәрен тамамлап, йортҡа ҡот индереп, балалары менән бергәләшеп гөрләтеп донъя көтә, әммә араларында төҙөлөп бөтөүен көтөп, буш ултырғандары ла күренә. Өйҙөң нисек төҙөлөүенә, тышҡы һәм эске биҙәлешенә ҡарап, уның хужалары хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин, тигән һығымтаға килдем ошо ауылдағы йәштәр урамының иң осонда – ҡалҡыулыҡта һалынған Камаловтарҙың яңы, мөһабәт өйөн күргәндән һуң. Ә инде хужаларҙың үҙҙәрен ауылдаштарынан һорашып тапҡас, был һүҙҙәремә тағы бер инандым.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фажиғәлә Башҡортостан егете ғәйепле, тигән хәбәр таралды Тормош юлдары ҡатмарлы, Башҡортостан

    Япон диңгеҙендә «Нерпа» атом һыу аҫты кәмәһенең һәләкәткә осрауы һөҙөмтәһендә 20 моряк һәләк булды, төрлө кимәлдәге зыян күреүселәр ҙә бихисап.
    Ни өсөн һыу аҫты кәмәһендә янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән үлемесле газдың сығыуы аныҡ ҡына билдәһеҙ. Шулай ҙа иң беренсе версия итеп рәсми рәүештә шул еткерелә: һәләкәткә кеше факторы ғәйепле. Ҡайһы бер сығанаҡтар иҫбат итеүенсә, был «фактор»ҙың исеме лә билдәле – контракт буйынса хеҙмәт итеүсе матрос, Башҡортостан егете – Дмитрий Гробов. Ул үҙенең ғәйепле булыуын таныған, тигән мәғлүмәт тә бар. Әле һәләкәт сәбәптәрен тикшереүсе компетентлы органдар егеттән иң мөһим һорауға яуап алырға тырыша: Дмитрий Гробов нисек итеп ҡатмарлы схемаларҙы үтеп инеп, янғын һүндереү системаһын эшләткән? Һәм тағы ла – ни өсөн моряк тик торғанда янғын һүндереү системаһына тотонған? Уның маҡсаты ниндәй булған?

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Бөтә донъя ғалимдары бензинға алмаш яғыулыҡ уйлап табырға ынтыла. Япон ғалимдары иһә дөгө ярмаһынан автомобилдәр өсөн яғыулыҡ эшләргә өйрәнгән. Ғалимдар, дөгө ҡабығынан таҙа этанол алып була, тип раҫлай. 0,5 литр этанол етештереү өсөн 1 кг дөгө кәрәклеген иҫәпләп сығарғандар. Проектҡа ярашлы, Токио властары урындағы фермерҙарға дөгө ярмаһының ҡалдығы менән тәьмин итеү өсөн аҡса бүлмәксе. Проект әле эксперимент рәүешендә генә тормошҡа ашырыла. Эксперимент үҙен аҡлаған осраҡта, яңы яғыулыҡты күпләп етештерә башлаясаҡтар.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәшмәкле урамы ҡайҙа? Башҡортостан

    Ҡала советының сираттағы ултырышында Өфө депутаттары баш ҡаланың Совет районындағы Якутов паркы артындағы Белгород урамының исемен үҙгәрткән – хәҙер ул күренекле рәссам, ҡаланың почетлы гражданы Борис Домашников исемен йөрөтәсәк.
    Депутаттар шулай уҡ яңы микрорайондарҙағы урамдарҙың исемдәрен раҫлаған: Колгуев микрорайонында – башҡорт шағиры Ғабдулла Амантаев, ә Глумилино микрорайонында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге урамдар барлыҡҡа киләсәк. Октябрь районының Нагаево ҡасабаһында иһә... Ғәфү итегеҙ, Грибной, Дубравный, Еловый, Заповедный, Медовый, Рощинский, Хвойный урамдарының, Весенний, Виноградный, Калиновый тыҡрыҡтарының исемдәрен башҡортса Бәшмәкле, Имәнле, Шыршылы, Баллы, Сауҡалы, Ылыҫлы, Яҙғы, Виноградлы, Баланлы тип йөрөтөрҙәрме икән ни? Бер ҙә ҡолаҡҡа ятышлы түгел бит!

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡояш байыhын, тип эшләмәhәк... Башҡортостан, Сәйәсәт

    Чиновниктар аппараты үҙе дәүләт эсендәге дәүләт булып йәшәй. Тураһын әйткәндә, эшләргә теләүселәр алдында аппарат мең төрлө кәртә ҡора, һәр йүнле эште, ғәмәлгә ашмаҫ борон уҡ, тау-тау ҡағыҙ менән күмә, ығы-зығы менән ҡаңғырта. Һалымдар һәм ришүәт менән боғаҙынан ала һәм шул рәүешле, юғары хеҙмәт хаҡы, ташламалар менән, рәхәт йәшәй. Ошо рәхәтлек чиновник өсөн пенсияға сыҡҡас та һаҡлана. Рәсәй чиновниктары шул тиклем күп һәм уларҙың йәнле, ижади эшкә килтергән зыяны шул ҡәҙәр ҙур, шуға күрә улар алған аҡсаны «хеҙмәт хаҡы» тип атау ҙа ситен. Иманым камил, илебеҙ иҡтисадының, тимәк, халыҡ көнкүрешенең үҫешен тотҡарлаусы төп көс – чиновниктар бюрократияһы.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru