Әбйәлил районының Әбйәлил ҡасабаһы егете Фуат Сәлим улы ДӘМИНДӘРОВты һәм Сиҙәм ҡасабаһы һылыуы Азалия Рәмил ҡыҙы ҒӨБӘЕВАны законлы никахтары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк, Яҙмыш һеҙҙе яңғыҙ итмәһен. Бәхет шишмәгеҙ гел тулып торһон, Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен. Тигеҙ ғүмер һеҙгә! Йәшәгеҙ һеҙ, Һандуғастай матур һайрашып. Алтын туйығыҙҙың түрендә лә Ултырығыҙ шулай парлашып. Ҡотлау менән – ата-әсәһе, һеңлеһе, Дәминдәровтар, Исраиловтар, Латиповтар, Рысаевтар, Исламовтар ғаиләһе.
* * * Ишембай районының Әхмәр ауылынан донъялағы иң изге кешебеҙ – ҡәҙерле әсәйебеҙ hәм өләсәйебеҙ Зөмәрә Әҙhәм ҡыҙы FИЗЗӘТУЛЛИНА үҙенең күркәм юбилейын – 50 йәшен билдәләй. Әсәй! Донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, беҙҙе, балаларыңды, наҙлап, иркәләп үҫтерҙең hәм оло тормош юлына баҫтырҙың. Күңелең hәр саҡ көр, кәйефең күтәренке, тыуыр таңдарың hәр саҡ яҡты hәм имен булhын! Һиңә сикhеҙ рәхмәтлебеҙ hәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ап-аҡ бәхет, икhеҙ-сикhеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар hәм күңел тыныслығы теләйбеҙ! Fүмер юлың оҙон-оҙаҡ булhын, Тыныс тормош уны биҙәhен! Һәр яңы көн бәхет алып килhен, Ауырлыҡтар бер ҙә килмәhен! Оҙон-оҙаҡ йәшә ерҙә, Яҡты нурҙар hибеп донъяға. Беҙ бәхетле, әгәр яныбыҙҙа Һин иҫән-hау ғына булғанда. Иң изге теләктәр менән – улың Рәмил, ҡыҙың Рәсимә, кейәүең Ринат hәм ейәнсәрҙәрең Наҙгөл, Азалия.
* * * Әбйәлил районының Байым ауылы hылыуы Гөлнара Фәрит ҡыҙы МОСТАФИНА менән Әбйәлил ҡасабаhы егете Рөстәм Нуретдин улы ЛАТИПОВТЫ ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле мәле – законлы никахтары айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Йөрәктәрегеҙҙәге ҡайнар хистәр hеҙгә йылы яҙҙарҙа юлдаш, hалҡын ҡыштарҙа йылытыусы усаҡ булhын. Тормош баҫҡыстарын үт-кәндә бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, тойғоларығыҙҙың ҡайнарлығын hүрелдермәй, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ менән гөрләшеп, ныҡлы сәләмәтлектә, шатлыҡ-ҡыуаныста, саф мөхәб-бәттә, аҡ бәхеттәргә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙhын. Бер-берегеҙҙе табышҡанhығыҙ, Тигеҙ ғүмер итегеҙ. Шатлыҡ тулы тормош юлын Бер hуҡмаҡтан үтегеҙ. Һәр таң hеҙҙе ҡаршы алhын, Тик бәхеттәргә тулып. Fүмер йомғағын hүтегеҙ, Бер-берегеҙгә терәк булып. Ҡотлау менән – әсәйең Венера, атайың Фәрит, hеңлең Айгүзәл hәм кейәүең Фәнис, шулай уҡ барлыҡ туғандарығыҙ – Мостафиндар, Дауытовтар, Әхмәтйәновтар, Нафиҡовтар, Әбдрәфиҡовтар, Йосоповтар, Хажиәхмәтовтар, Миңлебаевтар, Рәхимовтар hәм Тулыбаевтар.
* * * Өфө ҡалаһында йәшәүсе киленебеҙ Милә Риф ҡыҙы ТАҺИРОВАНЫ күркәм юбилейы – 30 йәше менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Ғүмер миҙгеленең был гүзәл иртәһендә ҡәҙерлебеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бер ваҡытта ла ауырыу-һыҙланыу күрмә, ҡыйынлыҡтар һине урап үтһен, тормошоңда гел шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Гел дә шулай итәғәтле, һөйкөмлө, алсаҡ, сабыр булып ҡал. Беҙҙе һөйөндөрөп, улыбыҙ Фи-лүзде бәхетле итеп, ейәнсәребеҙ Зилиәгә иң наҙлы әсәй булып, үҙең дә ҡәҙер-хөрмәт, аҡ бәхеттәргә төрөнөп йәшә лә йәшә. Шаулап-гөрләп йәшә был донъяла, Йөҙөңдән яҡты нур китмәһен. Иртә таңда ҡалҡҡан наҙлы ҡояш Һиңә көн дә бәхет әйләһен. Ҡотлау менән – ҡайның, ҡәйнәң, ҡәйнештәрең Рәфис, Рәмзил, килендәшең Альбина. |