Дан хеҙмәттә яулана.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Тормош күренештәре
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Минең Сталиным Башҡортостан » Хәтер

    1894 йылдың майында Иосиф, училищены тамамлап, Тифлис дини семинарияһына уҡырға инә. Әгәр ҙә бында ысын мәғәнәһендә христиан рухы булһа, ҡомһоҙлоҡто белмәгән, шашыу-ҡотороноу хас булмаған, китап яратҡан һәм үтә ғәҙел Иосиф сиркәү өсөн йәнен фиҙа ҡылырлыҡ кеше булыр ине. Әммә семинарияла хәл икенсерәк була: донъяуи (дини булмаған) китаптар уҡыу тыйыла, күрһәләр, уларҙы тартып алалар, «кондуит» (французса «тәртип» тигән һүҙ) тигән журналға яҙып ҡуялар, зинданға ултырталар. Әммә Иосиф тыйыуҙар менән генә баҫыла торған кеше булмай – ныҡыш, хатта еңмеш була.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңдар өсөн – уң ҡул, һулдар өсөн Сәләмәтлек

    – Ҡара әле, өләсәһе, беҙҙең бәләкәс ҡалаҡты һул ҡулы менән тотҡан бит. Һулаҡай булыр был, ахыры.
    – Ниңә ғәжәпләнергә – әсәһе лә һулаҡай бит. Шулай булыр тип уйлағайным да.
    – Ярар, һулаҡайҙар гуманитар фәндәр буйынса бик һәләтле, аҡыллы була, тиҙәр. Бәпесебеҙ, Алла бирһә, йә музыкант, йә рәссам булыр.
    – Дөрөҫ әйтәһең, әйгенәм. Рәссамдарҙан Микеланджело, Рафаэль, Пикассо, композиторҙарҙан Бетховен, Паганини, Моцарт та һул ҡуллы булған, тип яҙалар бит. Эйнштейн, Ньютон, Гейтс, Юлий Цезарь, Македонский... Һанай китһәң, ундайҙар күп инде ул.
    – Бишектәге бала бишкә төрләнә, тигәндәй, мәктәпкә барғансы ҡырҡҡа төрләнер әле бәләкәс. Әлегә ике ҡулы менән дә берҙәй эшләй. Ҡалаҡты уң ҡулына тотторһаң да, «эһ» тә итмәйәсәк.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Миләш» фольклор төркөмө «Бүҙәнә»не терелтте Мәҙәниәт

    «Миләш» фольклор төркөмө «Бүҙәнә»не терелтте«Күҙҙәрегеҙ янып торһон, аҙымдарығыҙ ышаныслы булһын, бөтә төҫ-ҡиәфәтегеҙ ғорурлыҡ бөркһөн!» – шулай тип өйрәтә Радмир Солтанбаев.
    – Был ни тигән һүҙ? Һеҙ ни эшләп сәхнәлә меҫкен булып тораһығыҙ?! Ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын һәм ир-егеттәрен күрһәтегеҙ миңә! Күҙҙәрегеҙ янып торһон, аҙымдарығыҙ ышаныслы булһын, бөтә төҫ-ҡиәфәтегеҙ ғорурлыҡ бөркһөн! Сәхнәгә килеп сығыуығыҙ булһын, бар тамашасы «аһ» итһен, йөрәктәре елкенеп, тулап китһен. Алығыҙ залды усығыҙға һәм сығышығыҙ тамамланғансы ебәрмәгеҙ! – «Миләш» фольклор төркөмө етәксеһе Радмир Солтанбаев, ҡулы менән ҡолас йәйеп, ҡосаҡларға йыйынғандай хәрәкәт эшләп, кинәт усын йомарлай. – Бына ошо булыр һеҙҙең еңеүегеҙ, ошо булыр ысын сәнғәттән алған ләззәт!

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ менән эшләйҙәр Яңылыҡтар

    Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң Ҙур залында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең конференцияһы үтте.
    Сараға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Федерация Советы һәм Башҡортостандан Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланған «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары һәм шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзалары – депутаттар ҡатнашты. Шулай уҡ конференцияла ҡатнашыу өсөн сәйәси партияның урындағы 69 бүлексәһенән 300-ҙән ашыу делегат килгәйне.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сауҙала кем иң матуры Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Сауҙала кем иң матурыӨфөлә бишенсе тапҡыр ойошторолған махсуслашҡан «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы – 2008. Бөтәһе лә кухня, магазин, ресторан өсөн» күргәҙмәһе менән берлектә быйыл беренсе тапҡыр «Сауҙа һылыуҡайы – 2008» республика матурлыҡ конкурсы уҙғарылды.
    Конкурстың финалына республиканың төрлө ҡалаларынан 18 ҡыҙ үтте. Улар араһында сауҙа тармағының төрлө баҫҡыстарында эшләүселәр бар ине – һатыусы-кассирҙар ҙа, сауҙа менеджерҙары ла, бүлек етәкселәре лә, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенткаһы ла. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусылар араһында төрлө йәштәге ҡыҙҙарҙың булыуы ҡыҙыҡһыныу уятты. Һылыуҡайҙар үҙҙәре эшләгән сауҙа ойошмаларын презентацияланы, үҙҙәре менән генә таныштырып ҡалманы, эшләгән урындарының да имиджын күтәрҙе, хатта бик шәп реклама эшләне тип әйтергә кәрәк.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хоҙайға ялбарып ҡарайыҡмы? Иҡтисад

    Яҙмыш менән уҙышып хәлдән тайған саҡтарҙа, һыҙланыуҙарға сыҙар әмәл ҡалмағанда, беҙ, аҡтыҡ көсөбөҙҙө йыйып, йә Аллаға ялбарабыҙ, йә әсәйебеҙҙе ярҙамға саҡырабыҙ. Донъяның иң уҫал бәлә-ҡазаларынан беҙҙе Хоҙай ҡөҙрәте менән әсә мәрхәмәте генә йолоп алыр һымаҡ.
    Мәжит ағай Ғафуриға: «Юҡтырһың да, Алла! Әгәр булһаң, сабыр итмәҫ инең был эшкә», – тип, шикләнеүҙәрен һәм рәнйеүҙәрен тышҡа сығарыу өсөн ни ҡәҙәр йөрәк ғазаптары кисерергә тура килгәндер. Беҙ бит донъяға тыуғандан алып һуңғы һулышыбыҙға тиклем Алланың сикһеҙ ҡөҙрәтенә, уның һәр эшебеҙҙе генә түгел, бәлки нисек һулыш алыуыбыҙҙы ла күреп-һиҙеп тороуына инанып йәшәйбеҙ. «Ҡайҙа һуң ул Алла? Ниңә күҙебеҙгә бер ваҡытта ла салынмай?» – тигән тәбиғи һорауҙарыбыҙға: «Аллаһы Тәғәлә – һинең уңыңда ла, һулыңда ла, алдыңда ла, артыңда ла. Ул һиңә үҙеңдең елкә тамырҙарыңдан да яҡыныраҡ», – тигән фәлсәфәүи яуап ала килдек.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңғыраһын ҡурай моңдары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына быйыл 80 йыл. Ошо иҫтәлекле ваҡиға уңайынан, республикабыҙ Хөкүмәте бойороғона ярашлы, ҙур юбилей саралары үткәреләсәк. Шуларҙың береһе – Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге I республика ҡурайсылар бәйгеһе.
    Яңы ҡурай оҫталарын асыҡлау сараһының тәүге туры республикабыҙҙың муниципаль райондары һәм ҡалаларында барһа, уның һөҙөмтәләре буйынса II һәм III турҙар 20 ноябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк. Ә бәйгенең гала-концерты менән еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 21 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ. Конкурста еңеүселәр иһә 22 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында Ишмулла Дилмөхәмәтов хөрмәтенә үтәсәк ҙур юбилей концертында ҡатнашасаҡ.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Иртәгә БР Профсоюздар йортонда «Башҡортостан Республикаһы предприятиелары йәштәренең актуаль проблемалары» республика семинары үтәсәк.
    Семинар барышында уҡытыу тренингтары, эшсе йәштәр араһында «Иң-иң»дәр республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһын уҙғарыу ҡаралған.
    Был конкурс тәүге тапҡыр үткәрелә. Уның ойоштороусылары – БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм БР Профсоюздар федерацияһы. Сараның маҡсаты – ойошмаларҙа йәштәр менән эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү, йәш эшсенең ыңғай имиджын булдырыу, ойошмаларҙағы йәштәр советтары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, шулай уҡ эшсе йәштәр проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
    Жюри хөкөмөнә дүрт номинация буйынса 40-тан ашыу эш тәҡдим ителгән.
    Еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru