Бер имгәнһәң, бер кинәнерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бер ҡаҙ 1500 һум тора Иҡтисад

    Көҙгө уңыш йыйылды, хәҙер инде йәшелсәләргә тотороҡло хаҡ ҡуйырға, ҡайһыһының уңып, ҡайһыһы уңмауы хаҡында һығымталар яһарға мөмкин.
    «Йәшлек» гәзите Өфөнөң Үҙәк баҙарындағы хаҡтар миҫалында баш ҡалалағы хаҡтар менән таныштырыуын дауам итә. Ит һәм йәшелсәләр менән һатыу итеүселәр әйтеүенсә, әлегә уларҙың тауарын һатып алыусылар аҙыраҡ икән. Бөтәһенә лә гөрләп үтеп киткән йәрминкәләр «ғәйепле» – халыҡ «беренсе ҡулдар»ҙан ауыл хужалығы тауарҙарын күпләп алып ҡалған.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 1 килограмм аҙыҡ-түлеккә, 4 июлгә һәм 31 октябргә ҡарата бирелә.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөлә – Ырымбур башҡорттары Яңылыҡтар

    7 – 9 ноябрҙә Өфөлә киң мәҙәни-мәғрифәт сараһы – Ырымбур башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үтәсәк.
    Был көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына ҙур делегация киләсәк. Уның составына Ырымбур, Ҡыуандыҡ, Орск, Медногорск ҡалаларынан, өлкәнең Красногвардейск һәм Александровск райондарынан дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалимдар, эшҡыуарҙар, спортсылар һәм билдәле ижади коллективтар ингән.
    Ҡунаҡтарҙың программаһында ҡыҙыҡлы мәлдәр күп буласаҡ. Мәҫәлән, БР Милли музейында «түңәрәк өҫтәл» үтәсәк; Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте, халыҡ кәсебе изделиелары, айырым алғанда, данлыҡлы Ырымбур дебет шәле күргәҙмәләре; кулинар изделиелар, китаптар һәм аудио продукцияһының күргәҙмә-сауҙаһы ойоштороласаҡ.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тантана ---

    ТантанаКүркәм йолаға әүерелгән сарала ғаилә усағын дөрләтеп яндырып тороусы, биш һәм унан да күберәк балаға ғүмер бүләк итеүсе 50 әсә БР Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡулынан юғары награда алды. «Әсәлек даны» миҙалын тапшырып, Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикала күп балалы ғаиләләрҙең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыуын һәм уларға, матди ярҙамдан тыш, өҫтәмә дәртләндереү саралары ла барлығын билдәләне. Мәҫәлән, туғыҙ балалы ғаиләләргә дәүләт бушлай автомобиль бүләк итә. Президент яҡын киләсәктә һигеҙ бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә лә бындай транспорт сараһы тапшырыла башланасағы тураһында хәбәр итте.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! Яңылыҡтар

    Был байрамдың тамырҙары тәрәндә. Дүрт йөҙ йыл самаһы элек, 1612 йылдың 4 ноябрендә, төрлө дин, милләт һәм ҡатлам кешеләре, бергә тупланып, халыҡ-ара ыҙғыш һәм болғаныштарға сик ҡуйып, Ватаныбыҙҙы сит ил баҫҡынсыларынан ҡотҡарҙы. Ул көндәр ваҡиғалары Рәсәй дәүләтен тергеҙеү һәм нығытыу, милли татыулыҡ һәм йәмғиәт берҙәмлеге символына әүерелде. Был көндө беҙ ҡатмарлы, ауыр һынауҙарҙа Тыуған илен һаҡлаған күп милләтле Рәсәй халҡының, бөтә быуын кешеләренең берҙәмлеген һәм ватансылығын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.
    Былтыр республика бөтә ил менән бергә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләте составына инеүенең 450 йыллығын билдәләне.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru