Ҡулайымламайҡул яҙылмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Көләмәстәр
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • Байрам менән!
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республика йортонда осрашыу Яңылыҡтар

    21 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов «Динамо» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте рәйесе урынбаҫары В. Тимошин менән осрашты.
    Өфөгә ул Башҡортостандың баш ҡалаһында именлек һәм хоҡуҡ тәртибе органдары хеҙмәткәрҙәре араһында бокс буйынса халыҡ-ара турнир үткәреү мәсьәләләрен тикшереү өсөн килгән.
    Ярыштар 1 – 6 декабрҙә Өфөлә «Динамо» стадионы базаһында үтәсәк. Турнирға Әрмәнстан, Болгария, Молдова, Румыния, Ҡаҙағстан, Украина, Үзбәкстан, Әзербайжан, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Грузия, Тажикстан, Төркмәнстан, Латвия Республикаларынан спортсылар киләсәк.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Онтмаһын халҡым улдарын... Мәҙәниәт, Башҡортостан, Хәтер

    Онтмаһын халҡым улдарын...Өфөлә РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, мәшһүр ҡурайсы, йырсы, импровизатор, актер, драматург Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған ҡурайсылар бәйгеһенең гала-концерты һәм юбилей кисәһе үтте.
    Ҡурай моңо ниңә һағышлы була, уйланғаның бармы? Тамырҙары тыуған еребеҙҙә уның. Ә тыуған ер ҡуйынында һөйөү хисе менән тулышҡан йырҙарын йырлап өлгөрмәйенсә киткән уҙамандар йөрәге һаҡлана һәм, моң булып, күңелдәрҙе иңрәтә. Ҡурай моңо мәңге тере, сөнки ул Ер-әсәнән һут, ғәм ала. Көҙ етеп, олондарына ышаныслы көс тупланғас, мине онотманылармы икән, тип һағышлана.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Әлегә төп маҡсат – Евролигала еңеү» Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегенең сираттағы уйынында Белоруссияның «Динамо» хоккейсыларын ҡабул итте. Асыҡ беренселектә старт алған «Динамо» (Рига, Латвия), «Барыҫ» (Астана, Ҡаҙағстан) һәм «Динамо» (Минск, Беларусь) клубтары араһынан тик һуңғыһы ғына КХЛ чемпионатында әлегә үҙ урынын таба алмай ыҙалана. Ул, уҙған 27 осрашыуҙа ни бары 22 мәрәй яулап, турнир таблицаһында аҫтан икенсе урынлашҡан. Шуға ла юлаевсылар өсөн был уйын әллә ни көсөргәнеү тыуҙырманы. Уйын ҡарарға килер көйәрмәндәр ҙә әҙ булыр кеүек тойолғайны. Юҡ шул, дәғүәсенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, өфөләрҙең тоғро хоккей һөйөүселәре боҙ һарайына тулды тиерлек. Иҫәп әллә ни ҙур булмаһа ла, осрашыу барыһына ла оҡшаны, буғай. Майҙан хужалары ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә еңеп, ҡумтаһын йәнә байыта төштө. Хәҙер улар иҫәбендә – 60 мәрәй. Кисә кис улар Мәскәүҙең «Динамо»һын ҡунаҡ итте. Быға тиклем, өфөләр уларҙа һый-хөрмәткә күмелеп, майҙан хужаларын 3:6 иҫәбенә отоп ҡайтҡайны.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатын сырағы Әҙәбиәт

    Мейес алдына тубыҡланып ултырып алған да ҡырҡ йыл буйы hаҡлаған көндәлеген яндырып ултыра Гөлhылыу. Һаҡланы тигәс тә, ул тиклем үк ҡәҙерләп hаҡламаны ла, йөрөттө инде, бер ташламағас. Ҡалын ғына булған икән ул дәфтәр. Ҡасандан бирле яндыра, саҡ яртыhы кәмене. Дәфтәр биттәрен йыртып ултыра, зәңгәр ялҡындар сығарып баҙлап ятҡан эре-эре күмерҙәр өҫтөнә ташлап бара, янған биттең бер-ике юлын уҡыуы була, ҡасандыр яҙып ҡуйылған нәмә шунда уҡ иҫенә төшә. Мейестәге ут ялҡынында уның йөҙөндә йә уйсан йылмайыу, йә ҡәнәғәтhеҙлек, йә мыҫҡыллы сытырайыу төҫмөрләнеп китә. Ҡайhы бер биттәргә күҙ ташлауы була, ҡарашына асыу сыға, сабырhыҙланып, тиҙ генә өҙә-йырта тартып ала ла, йомарлап, дөрләгән ялҡын өҫтөнә ташлай hала, көндәлектең шул бите янып бөткәнсе башын ситкә бороп, күҙ ҡырыйы менән генә ҡарай-ҡарай, көтөп ултыра. Ҡасандыр, ҡайҙалыр булған ваҡиғанан ҡалған хәтирәнән тиҙерәк арынырға теләгәндәй, хатта күҙҙәрен сырт йомоп, башын сайҡап та ҡуя.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сталиндың тиран булғанын оноторға ярамай Әҙәбиәт

    Тарих – ул ҡатмарлы нәмә. Тиҫтәләгән дәреслек сығарылһа ла, йөҙләп документаль әҫәр донъя күрһә лә, ундағы бәхәсле һорауҙар һаман да аныҡ яуаптар тапмай килә. Сер түгел, һәр быуында ла көслө хакимлыҡ теләгән ил башлығы тарихтың шул бәхәсле биттәрен үҙенсә үҙгәртеп яҙа килгән. Халыҡ хәтерен бөтөнләй һанға һуҡмағандар иһә бөтә тарихты ла үҙенә уңайлы итеп яңынан күсереп яҙыуҙан тартынмаған. Әйткәндәй, миҫал итеп әлеге көндә Украинала, Грузияла, Балтик буйы республикаларында барған хәлдәрҙе килтерергә мөмкин.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелдәрҙә ҡалған яҡтылыҡ Яңылыҡтар, Әҙәбиәт, Башҡортостан

    Күңелдәрҙә ҡалған яҡтылыҡ
    2008 йылдың 26 октябренән 2 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойошторған эш сәфәре буйынса Германия Федератив Республикаһына сәйәхәт ҡылыу бәхете тейҙе. Әйткәндәй, ошо рәүешле ике яҡтан да делегациялар менән алмашыу Рәсәй Федерацияһы һәм Германия Федератив Республикаһы Хөкүмәттәре тарафынан төҙөлгән килешеү буйынса 1997 йылдан бирле ойошторола. 27 майҙан 1 июнгә тиклем беҙҙә ҡунаҡта Германияның Оберхаузен ҡалаһынан йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшләүсе белгестәр булып киткәйне.» Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы» тигәндәй, был юлы Оберхаузен ҡалаһына Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Татьяна Новак, Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре бүлеге етәксеһе Зөлфиә Ханнанова, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр эштәре бүлеге рәйесе Ольга Баянова һ.б юл тотто. Ошо мауыҡтырғыс сәйәхәт барышында теркәп барған юлъяҙмамды бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәштәр традицион мәҙәниәтте аңлаһын, тип эшләргә кәрәк» Мәҙәниәт

    «Йәштәр традицион мәҙәниәтте аңлаһын, тип эшләргә кәрәк»«Зәңгәр кистәр» сериалының ҡуйыусы-операторы беҙҙең Рияз.
    Пионер, комсомол тәрбиәһе аша үткән беҙҙең быуын, беҙҙән олораҡтар ул осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала. Айырыуса тантаналы шарттарҙа үткән пионер сборҙары, комсомол йыйылыштары, усаҡ янында Пионерия көнөн билдәләп, бәйгеләрҙә ҡатнашыу, йәйге пионер лагерҙарындағы күңелле ял һәм уйындарҙы онотоу мөмкин түгел. Бала саҡтың иң матур, бәхетле мәле булып иҫтә ҡалған ул. Шуға күрә 1-се каналдан «Зәңгәр кистәр» (»Синие ночи») телесериалының рекламаһы башланғас та, иғтибарҙы тартты. Ә инде был фильмды төшөрөүҙә беҙҙең Өфө егете Рияз ИСХАҠОВТЫҢ да ҡатнашлығы булыуын белгәс, фильмдың нисек төшөрөлөүе хаҡында уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыяр - 120 һум Яңылыҡтар

    Ялға ҡарата, байрам көндәрендә баш ҡаланың баҙарҙары гөрләп торһа ла, эш көндәрендә халыҡ әллә ни күренмәй, ни тиһәң дә һуңғы бер-ике генә йыл эсендә кешеләр көндәлек аҙыҡ-түлекте аҙым һайын тиерлек теҙелгән супермаркеттарҙан алырға ғәҙәтләнде. Шулай ҙа әлеге финанс көрсөгө килтергән бәләләрҙән һуң халыҡ яңынан ябай баҙарҙарға ҡайтмаҫ тимә!
    Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа, 21 ноябргә ҡарата бирелгән. Хаҡтар менән баш ҡаланың Үҙәк баҙарында таныштыҡ.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru