Ата алмаған атынан күрер, ҡайта килеп, ҡатынынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • һорау-яуап
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өйөгөҙҙә байрам көтөлhә... Яңылыҡтар, Иғтибар

    «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияhының «Сәләм» йыр hәм мәғлүмәт программаhы Fаиләне социаль яҡлау йылына арнап «Өйөбөҙҙә – ҙур байрам» тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Уның маҡсаты ғаилә байрамдарының тәрбиәүи әhәмиәтен күтәреү, ғаилә йолаларына иғтибарҙы көсәйтеү, быуындар бәйләнешен нығытыу h. б. Конкурсҡа бик күп эштәр тәҡдим ителеп, зәңгәр экрандан күрhәтелде лә инде. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан киң билдәле Аралбаевтар сағыу тамаша бүләк итте. Олоhонан кесеhенә ҡәҙәр йырларға яратҡан был ғаиләне берләштергән матур йолалар ҙа бар. Улар бөтә килендәренең тыуған көндәренә күҙҙең яуын алып торған биҙәкле самауыр бүләк итә. Ошо рәүешле Аралбаевтар ғаилә берҙәмлегенең hәм татыулығының символын уйлап тапҡан. Самауыр – ул ғаиләнең ҙур булыуына, хужабикәнең ҡунаҡсыллығына ишара.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төбәк компонентына ҡағылышлы бәхәстәр тамам Башҡортостан » Милли проекттар

    Яңы мәғариф стандарттарын индергәндән һуң төбәктәрҙең милли телдәрҙә уҡытыу хоҡуғы тулыһынса һаҡланып ҡаласаҡ. Яңы белем биреү стандартында милли төбәк компонентын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе буйынса Ҡаҙанда үткән кәңәшмәлә РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко ошо хаҡта белдерҙе. Дәүләт телдәре тураһындағы закондары булған РФ төбәктәренең мәғариф идаралығы органдары етәкселәренең берләшкән кәңәшмәһендә 21 төбәктән мәғариф министрҙары ҡатнашты. Улар милли-төбәк компонентын һаҡлап ҡалыуҙы яҡлап сығыш яһаны. Кәңәшмә эшендә БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров та ҡатнашты.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Иң мөhиме – халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү» Яңылыҡтар, Башҡортостан, Милли проекттар

    М. Рәхимов партияның Юғары советы ағзаhы булып тора. Съезда партияның Башҡортостан төбәк бүлексәhен Генераль совет ағзалары, Рәсәй Федерацияhы Дәүләт Думаhы депутаттары Э. Ҡолмөхәмәтов hәм П. Крашенинников, Үҙәк контроль-ревизия комиссияhы ағзаhы, РФ Федерация Советы ағзаhы Р. Исҡужин hәм башҡалар сағылдырҙы. Съезд эшендә шулай уҡ Башҡортостан Республикаhы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, БР Президентының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса дәүләт советнигы С. Лаврентьев hәм башҡалар ҡатнашты.

    авторы: admin | 22 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙҙең Сталин Әҙәбиәт

    Һеҙҙең СталинСталинды үтә ныҡ хурлау китте, быларға ышанырғамы, юҡмы – һәр кешенең үҙенән тора. Ә бына ябай күҙгә күренгән нәмәләрҙән уның ниндәй кеше икәнен төҫмөрләп була. Мәҫәлән, уның портреттарын тотоп эргәһенән үтеүҙе рөхсәт итеүенән үҙ-үҙен ысынлап бөйөк даһи иҫәпләгәне күренә, медицинала был психик ауырыу – паранойя тип атала. Йәки үҙе тере ваҡытта исемен йөрөткән Сталинград ҡалаһы ул әҙәмдең аҡыл яғы сәләмәт түгел икәнен һөйләй түгелме? 1927 йылда Иосиф консультация өсөн мейе буйынса донъяла иң алдынғы һаналған академик Бехтеревҡа мөрәжәғәт иткән. Академик уға «паранойя» диагнозы ҡуйғандан һуң, икенсе көнөндә үк үҙен ағыулап үлтергәндәр.
    1932 – 1933 йылдарҙа Украинала һәм Волга буйында биш млн кеше аслыҡтан үлде, ә шул уҡ саҡта сит илгә күпләп иген һатылды – былар тураһында юлбашсы белмәгән, тип һөйләйҙәр ҙә ул. Әлләсе, телефон, радио, телеграф, почта, тимер юлы, доносчиктар ул ваҡытта яҡшы эшләгән.

    авторы: admin | 20 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Минен Сталиным Әҙәбиәт

    Минен СталинымҺуғыш башланыу менән Сталин бөтә етәкселекте үҙ ҡулына ала. Бөтә эште лә еренә еткереп эшләп өйрәнгән етәксе армия менән дә шулай командалыҡ итә. Бына Гитлер Мәскәүгә килеп етә. Ҡаланы эвакуацияларға ҡарар сығарыла. Генераль штаб Арзамасҡа ебәрелә. Ҡалала – паника. Заводтарҙы, вокзалдарҙы, метроны миналайҙар. «Хөкүмәт Мәскәүҙән киткән», – тигән хәбәр тарала. Етәкселәр ҡаса, магазиндарҙы талай башлайҙар. Ошондай хәлдә Сталин: «Мәскәүҙе бирмәҫкә!» – тигән ҡарарға килә. Үҙе унан сыҡмай. Ставка баш ҡаланан ебәрелмәй. Был ҡарарҙың халыҡҡа тәьҫире тураhында hөйләп тороу ҙа кәрәкмәй.
    Советтар Союзы Маршалы А. Василевский Сталиндың бер ваҡытта ла үҙенең ҡаҙаныштары, роле тураhында hүҙ ҙә ысҡындырмауы тураhында hоҡланып әйтә, наградалары ла фронт командующийҙарыныҡынан әҙерәк ине, ти. Һуғыш осоронда ебәрелгән хаталарҙы ул 1945 йылдың 24 майында Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре командующийҙары алдында сығыш яhағанда халыҡҡа асыҡтан-асыҡ әйтә.

    авторы: admin | 20 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тын алышың булһын еңел! Сәләмәтлек

    Үҫмерҙәр, мәктәп мөйөшөндә йәшенеп кенә, ашыҡ-бошоҡ бөтәһенә бер тәмәкене һура. Магазин ҡаршыһында һылыу ҡыҙ, нәҙек бармаҡтары араһына ҡиммәтле сигарет ҡыҫтырып, ауыҙынан төтөн бөркә-бөркә, егете менән иркәләп кенә һөйләшә. Туҡталышта ҡарт бабай, таяғына һөйәлеп, «Прима»һын һура ла, ҡыжғылдап йүткереп, төкөрөнөп, тағы ла тәмәкеһен ауыҙына тыға һала... Таныш күренеш, шулай бит? Үкенескә күрә, ул беҙҙең тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Бер генә ата-әсә лә, улым (ҡыҙым) тәмәке тартып «рәхәтләнһен», һаулығын ботлап юғалтһын, иртә ҡартайһын, тимәй, ә шулай ҙа күптәре үҙҙәренең тәртибе менән балаларын ошоға этәрә. Ә бит алама ғәҙәттән баланы һаҡлар өсөн ни бары бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәү шарт.
    Уның менән, уның уй-ҡарашы, мәнфәғәте менән иҫәпләшегеҙ. Ихтирам – тәүге урынға!

    авторы: admin | 20 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорауҙар бар, яуап кәрәк Яңылыҡтар » Конкурстар

    Мәктәп йәшендәге дуҫтарыбыҙҙың ижади һәләттәрен асыу маҡсатында «Йәшлек» гәзите мөхәрририәте «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы менән берлектә ойошторған «Умартасылыҡ – Башҡортостан биҙәге» конкурсының тәүге ижади эштәр этабы аҙағына ла яҡынлашты. Редакциябыҙға хаттар бик күп килгәнгә күрә барыһын да гәзит биттәрендә баҫып өлгөрмәнек. Әммә быға борсолорға урын юҡ: беҙгә ижади эшен ебәргән бер уҡыусы ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ. Бынан тыш, баҫылмай ҡалған эштәр ҙә айырым баһаланасаҡ.
    Һығымталар яһарға ашыҡмайыҡ әле, дуҫтар! Конкурстың икенсе этабы – викторина һорауҙары көтә һеҙҙе. Түбәндәге тест формаһындағы һорауҙарға яуаптарығыҙҙы 30 декабргә тиклем гәзитебеҙ редакцияһына ебәрергә ашығығыҙ. Ижади эштәре гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡҡан уҡыусыларға икенсе этапта ҡатнашҡанда өҫтөнлөк биреләсәк.

    авторы: admin | 20 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Гәлсәр һандуғас»тың яңы моңдары Мәҙәниәт

    «Гәлсәр һандуғас»тың яңы моңдарыГәзитебеҙҙең дуҫтарын «Гәлсәр һандуғас» телефестиваленең финалға үткән конкурсанттары менән ҡыҫҡаса таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Республикабыҙ халҡы һөйөүен яуларға өлгөргән аҫылдарҙан-аҫыл ҡыҙ һәм егеттәр кемдәр тиһегеҙме? Улар – Айнур Туҡтаев, Ришат Төхвәтуллин, Фәнис Яхин, Иҙел Нурғәлин, Алина Сабырйәнова, Гөлсинә Ҡудашева, Гөлфинә Хәмитова, Резеда Әмәкәсева, Заһир Иҫәнсурин, Резеда Баязитова. Тап ошо «һандуғас»тар «Йыл асышы», «Өмөт» номинацияһы, «Тамашасы һөйөүе» исемен яулауға һынау тотасаҡ.
    Әйткәндәй, һәр бер тамашасы «зәңгәр экран»дар аша үҙенең яратҡан башҡарыусыһы өсөн тауыш бирә ала. «Мегафон», «Билайн» бәйләнеш операторҙары ҡулланыусыларына тауыш биреү өсөн 3663 номерына, БСТ һүҙен яҙып һәм конкурсанттың фамилияһын теркәп, СМС ебәрергә кәрәк. Ә МТС, «Сотел» һәм «Смартс» операторындағылар 08355 һандарына шылтыратып, конкурсанттың теркәү номерын әйтә ала. Уларҙың номеры юғарыла һаналған исемлек тәртибендә килә.

    авторы: admin | 20 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru