Батыр көсө менән, егет эше менән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Әсә абруйы
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Шәжәрәңде бел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡояш байыhын, тип эшләмәhәк... Башҡортостан, Сәйәсәт

    Чиновниктар аппараты үҙе дәүләт эсендәге дәүләт булып йәшәй. Тураһын әйткәндә, эшләргә теләүселәр алдында аппарат мең төрлө кәртә ҡора, һәр йүнле эште, ғәмәлгә ашмаҫ борон уҡ, тау-тау ҡағыҙ менән күмә, ығы-зығы менән ҡаңғырта. Һалымдар һәм ришүәт менән боғаҙынан ала һәм шул рәүешле, юғары хеҙмәт хаҡы, ташламалар менән, рәхәт йәшәй. Ошо рәхәтлек чиновник өсөн пенсияға сыҡҡас та һаҡлана. Рәсәй чиновниктары шул тиклем күп һәм уларҙың йәнле, ижади эшкә килтергән зыяны шул ҡәҙәр ҙур, шуға күрә улар алған аҡсаны «хеҙмәт хаҡы» тип атау ҙа ситен. Иманым камил, илебеҙ иҡтисадының, тимәк, халыҡ көнкүрешенең үҫешен тотҡарлаусы төп көс – чиновниктар бюрократияһы.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләһе йылда пенсиялар артасаҡ Яңылыҡтар

    2009 йылда пенсияның төп өлөшөн РФ Хөкүмәте 37 процентҡаса арттырырға ниәтләй. Был ҡарар кесе йомала үткән Хөкүмәт ултырышында ҡабул ителде. Яңы закон проекты буйынса, киләһе йылдың 1 мартынан пенсияның төп өлөшө 1950 һум тәшкил итергә тейеш, ә 1 декабрҙән һуң – 2460 һум. Һөҙөмтәлә, Премьер-министр В. Путин әйтеүенсә, 2009 йылдың аҙағына, ниһайәт, социаль пенсияның уртаса күләме пенсионерҙың йәшәү минимумы кимәлен ҡыуып етергә тейеш. Быларҙан тыш, 1 апрелдән пенсияларҙың страховка өлөшөн дә 15,6 процентҡа күтәрмәкселәр. Шулай уҡ киләһе йылдан хөкүмәт Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға, ветерандарға, инвалидтарға, Советтар Союзы, Рәсәй һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына һәм Дан орденының тулы кавалерҙарына әле льгота урынына бирелеп килгән түләүҙәрҙе лә арттырырға уйлай.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош һуҡмағынан бергә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Тормош һуҡмағынан бергәҺәр кем үҙ йәшәйешенең йомғағын үҙе урай. Ҡайһы берәүҙәрҙең йомғаҡтары төйөнлө-төйөнлө, өҙөлөп китеп, яңынан ялғанып киткәндәре лә бихисап. Минеңсә, ҡәйнәмдең – Камила Айытбай ҡыҙы Собханғолованың йомғағы иһә һәүетемсә генә уралған. «Иремдән, балаларымдан уңдым», – ти ул. Ҡатын, әсә өсөн иң ҙур бәхет ошо түгелме һуң?
    Ҡәйнәм – үҙ ҡәйнәһен, әсәһен, һуңғы юлға оҙатҡансы ҡарап, уларҙың бәхиллеген, фатихаһын алған ҡатын. Әсәһен, оло ҡәйнәмде ул шундай сабырлыҡ, балалар наҙы менән тәрбиәләүенә үҙем шаһитмын. Сабырлығы – йөҙөндә, уңғанлығы – булмышында. Һикһәнгә етеп барһа ла, аҙымдарын бер ҙә һүрәнләтмәй, өтә баҫып йөрөй. Ҙур йортта орсоҡ кеүек өйөрөлгәс, бар ерҙә таҙалыҡ, сафлыҡ. Бешергән икмәк-бауырһағы, бигерәк тә сәк-сәге телеңде йоторлоҡ. Алты килененә лә үҙе һуҡҡан аҫалы балаҫтарын ҡәйнә бүләге итеп тапшырҙы.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт эстрадаһын рэп баҫамы? Мәҙәниәт

    Башҡорт эстрадаһын рэп баҫамы?Ишеттегеҙме әле, Венер Камалов менән Гөлдәр Ишҡыуатованың йәш ғаиләһенә яңы фатир биргәндәр. Бик күңелле күсенде улар үҙҙәренең яңы йорттарына: йырланылар, бейенеләр, йыр-моң оҙатыуында ваҡ-төйәк әйберҙәрен ташынылар. Дуҫтары ла күп икән йәштәрҙең: әллә ҡайһы арала сантехник булып киткән «Беҙгә барыбер» КВН командаһы егеттәре фатирға шаяра-көлә мебель индереште, Наил Ибраһимов, Ирина Ғәлихановалар ҙа күсенеүгә үҙ өлөштәрен индерҙе...
    Ошондай ҡыҙыҡлы сценарий менән башланып китте башҡорт йәштәренең иң көтөп алған тамашаһы – Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналған «Йәшлек-шоу – 2008» республика йәштәре йыр-моң фестивале.
    Башҡорт эстрадаһының рэп йондоҙо МС Баштың йоғонтоһо ҙур, күрәһең. Рэп стилендә йырлағандар ғына йәштәр араһында киң популярлыҡ яулай ала, тигән уй менәнме, быйылғы шоуҙа яңы башҡарыусыларҙың күбеһен рэпперҙар тәшкил итә. Ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк кеүек артып киткән үҙҙәре.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәжрибә Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    «Ҡалырмы, ерҙән киткәс тә,
    Йәнеңдә минең ялҡын...»

    Серләшәйек
    Ҡараңғы төндә йондоҙ ҙа
    Күренә беҙгә яҡын.
    Килсе, иркәм, hөйләшәйек,
    Ултыр эргәмә тағын...

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кугэрсен куззэре Әҙәбиәт » Хикәйә

    Рөстәм Ләйсәнгә тағы сәскәләр алып килде. Күгәрсен күҙҙәре.
    ...Улар туғыҙынсы синыфты тамамлаған йыл ине. Йылы, йәмле йәйҙә Ләйсән дуҫтарын тыуған көнөнә саҡырҙы. Яҡын кешеләре араһында Рөстәм дә бар ине. Алма баҡсаһына ҡоролған туй табынына тиң һыйлы өҫтәл артынан урын алып, 15 йәшен тултырған Ләйсән байрам торты өҫтөндәге шәмдәрҙе һүндереүгә, ғаилә башлығы, оҙаҡ йылдар урындағы етәксе вазифаларҙың береһендә эшләгән Назар ағай һүҙ башланы:
    – Һөйөклө ҡыҙым Ләйсән! Әсәйең менән беҙҙән теләк шул: тормошта рәхәт йәшә! Ун биш йәшең менән тәбрикләп, Ҡара диңгеҙ буйында ял итергә путевка бүләк итәбеҙ!
    Олпат кәүҙәле, ыҫпай, эре кеше ул Назар ағай. Шундай булыу үҙенә килешә лә.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уәт ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер ир урамда эскәмйәлә ултыра. Аяҡ аҫтында буш шешә. Кеҫәhенән тағы бер шешә башы күренеп тора.
    – Нимәгә шул тиклем ҡайғыраhың? – ти танышы.
    – Ҡатыным күршемә китте. Бына өсөнсө көн инде.
    – Эй, шул тиклем борсолма. Һеҙҙең бит балаларығыҙ бар, бер аҙ йөрөр ҙә, уйланып, аҡылына килер hәм кире ҡайтыр.
    – Бына шуныhынан ҡурҡам да инде.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ут булырға кәрәк был тормошта...» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Ут булырға кәрәк был тормошта...»Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында Йылан йылының Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Тыуған ауылым мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлағас, белем алыуҙы Сибай педагогия колледжында дауам иттем. Әле иһә Өфө педагогия колледжының 4-се курсында уҡып йөрөйөм, бер рәттән БДУ-ла ситтән тороп журналистика серҙәренә төшөнәм.
    Буш сағымда шиғырҙар яҙырға, йырларға яратам. Ҡайһы бер шиғыр юлдарыма йырҙар ҙа ижад ителгән.
    Хыялым – сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru