Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Йондоҙнамә
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Пекин олимпиадаһының ауазы Яңылыҡтар » Спорт

    Пекин олимпиадаһының ауазыБаш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында БР Президенты Мортаза Рәхимов Пекинда үткән XXIX Олимпия һәм XIII Паралимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне.
    Оксана Савченко менән Дмитрий Клоков Мортаза Рәхимовҡа «БР командаһының капитанына – Олимпия һәм Паралимпия уйынсыларынан» тигән яҙыулы ҙур матур кубок бүләк итте.
    «Олимпия парады» тип аталған спорт байрамы төрлө спорт төрҙәре вәкилдәре ҡатнашлығында физкультура-спорт композицияһы менән асылды. Башҡортостандың берҙәм коллективы тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, физкультура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов һөйләне. Ул Пекинда Рәсәйҙең уңышына булышлыҡ итеүсе Олимпия һәм Паралимпия уйынсыларына рәхмәт белдерҙе.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Гәлсәр һандуғас»тың яңы моңдары Мәҙәниәт

    Туған мәктә-бенең юбилей концертында «Сафия» йырын йырлап, тәүге тапҡыр тамашасы алдында сығыш яһай 1-се синыфта уҡыған Заһир. Әсәһе – үҙешмәкәр йырсы, атаһы баянсы булһа ла, башта уҡ сәнғәт өлкәһен маҡсат итеп ҡуймай үҫмер, атаһы кеүек шофер булыу хаҡында хыяллана. Шулай ҙа баянда уйнарға өйрәнә, ауыл мәҙәниәт йортонда булған музыкаль инструменттарҙы өйөнә һорап алып, үҙ аллы шөғөлләнә башлай. «Икенсе һөнәр һайла, йырлап йөрөү ир-егет эше түгел», – ти тәүҙә атаһы. Һуңынан инде улдарының ысынлап та сәнғәткә ғашиҡ икәненә төшөнгән ата-әсәгә Заһирҙы үҙ ихтыярына ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалмай.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үэт ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Үэт ҡыҙыҡ!Берәүҙәргә ҡунаҡҡа күптән күрмәгән дуҫы килә. Өҫтәл артына ултыралар. Ир минут hайын ҡатынына мөрәжәғәт итә:
    – Ҡәҙерлем, тағы сәй килтерсе. Йомшаҡҡайым, балды был яҡҡараҡ шылдырсы. Алтынҡайым, hинең тортың шул тиклем тәмле килеп сыҡҡан, тағы бер киҫәк бирсе...
    Ҡатын аш-hыу бүлмәhенә сыҡҡан арала ҡунаҡ:
    – Һеҙгә шул тиклем hоҡланып ултырам. 30 йылдан ашыу бергә йәшәйhегеҙ, ә hаман шундай матур hүҙҙәр менән генә өндәшәhегеҙ, – ти.
    – Һин нимә! Мин инде биш-алты йыл элек уның исеме нисек икәнен оноттом, – тигән ир.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ҡотлайбыҙ!Элекке хеҙмәттәшебеҙ, әлеге көндә Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе
    Гүзәл Рауил ҡыҙы БАЙҒОТЛИНАНЫ күркәм юбилейы – 30 йәше тулыу менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Хөрмәтле коллегабыҙға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете һәм именлек теләйбеҙ!
    Гүзәлһең дә, уңғанһың да,
    Күңелең тулы изгелек.
    Өс тиҫтә йыл үткән тимә,
    Ҡал һин мәңге йәш булып.
    Ҡотлау менән – «Йәшлек»тәр.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Вагнер Лав «Мәскәү»ҙе отто Яңылыҡтар » Спорт

    Вагнер Лав «Мәскәү»ҙе оттоФутбол буйынса Рәсәй беренселегенең 28-се туры ла артта ҡалды. Уны Валерий Газзаевтың ЦСКА командаһы менән Олег Блохиндың «Мәскәү» футболсыларының үҙ-ара осрашыуы ослап ҡуйҙы. Сөнки баш-ҡа командалар быға тиклем уйнап өлгөргәйне. Чемпион билдәле булһа ла, икенсе-өсөнсө урын өсөн көрәш бара әле. Улар өсөн, моғайын, ЦСКА менән «Динамо» футболсылары үҙ-ара көрәшер. Улар икеһе лә әлеге турҙа еңеүҙәрен байрам итһә лә, Газзаевтың тәрбиәләнеүселәре, дәғүәсенән өс мәрәйгә өҫтөнлөк итеп, Рәсәй беренселегенең көмөш миҙалына бер аҙым яһаны ла инде. Әле уҙған осрашыуҙа ЦСКА футболсылары «Мәскәү»ҙе 4:1 иҫәбенә тар-мар итеп, йәнә үҙҙәренең өҫтөнлөгөн иҫбатланы.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал ҡорто нисәгә тиклем һанай белә? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Австралия һәм Швеция ғалимдары белдереүенсә, баҡтиһәң, бал ҡорттары үҫешкәнерәк интеллектҡа эйә икән.
    Был йән эйәләре, төҫ менән еҫте яҡшы айырыуҙан, юлды яҡшы хәтерләүҙән тыш, дүрткә тиклем һанай ҙа белә. Квинсленд университеты профессоры Мандьям Шринивасан менән Лунд университеты ғалимы Мари Дакке нәҙекәйбилдәрҙе айырым маркерҙар менән билдәләнгән аҙыҡты эҙләргә өйрәтә. Туннель эсенә барыһы биш маркер ҡуйыла, әммә нектар уларҙың береһенә генә һалына. Бер нисә күнекмәнән һуң бал ҡорттары аҙыҡты айырым бер урында табырға өйрәнә һәм һуңынан тикшеренеүселәр аҙыҡты алып ҡуя.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Узенде хормэт ит Иҡтисад

    Бөтә донъя сифат көнөн 1989 йылдан алып билдәләйҙәр. Был мөһим көн һәр йыл һайын ноябрь айының икенсе кесе йомаһына тура килә.
    Бөтә донъя сифат көнөн билдәләүҙең маҡсаты аңлашыла – халыҡҡа һатылған әйберҙәр, күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм продукцияның сифатын күтәреү. Шул уҡ ваҡытта әйләнештә булған тауарҙарҙың кешеләргә һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүефһеҙлеге генә түгел, зауығы ла күҙ уңында тотола. Ни тиһәң дә, хәҙерге сауҙа баҙары, хеҙмәт күрһәтеү ойошмалары дәғүәселеккә лә һәләтле булырға тейеш.
    Сифат проблемаһы – донъялағы алдынғы илдәрҙең иҡтисадында билдәләнгән иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе. Хәҙерге заман шарттарында тауарҙы сифатлы итеп сығарыу һәр бер предприятиеның уңышлы эшләүенең нигеҙе булып тора.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быуындар Әҙәбиәт

    – Эй, балаҡайым, арырһың инде барып еткәнсе. Байтаҡ ара бит. Бәлки, бәхетебеҙгә күрә, юл ыңғайы берәй ылау килеп сығыр...
    – Ә нисә саҡрым ҡалды? Нисәүһен үттек?
    – Аҡдәүләткә тиклем туғыҙ саҡрым. Ә беҙҙең сабынлыҡ Аҡдәүләттән бер саҡрым тирәһе генә алыҫлыҡталыр.
    – Әсәй, әйҙә, велосипед һатып алайыҡ та, мин һине ултыртып йөрөтөрмөн. Арымаҫбыҙ ҙа, тиҙ ҙә булыр.
    – Эй, балағынамды. Миңә көсөң етеү ҡайҙа ул?
    – Һине мин түгел, велосипед күтәрәсәк бит. Юғиһә, йәйәү барып еткәнсе ваҡыт та юғала, һинең салғы һелтәргә, минең һәнәк, тырма тоторға хәл дә ҡалмай. Өҫтәүенә, сарсата.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru