Алтын бөртөкләп йыйыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Яңылыҡтар
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Филармония сәхнәhендә – Владимир Спиваков hәм уның данлыҡлы оркестры Мәҙәниәт

    10 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияhында «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестры hәм уның художество етәксеhе hәм баш дирижеры Владимир Спиваков сығыш яhай. Юғары профессиональ башҡарыуға эйә булған оркестр Өфө тамашасыларын үҙенең концерттары менән әленән-әле ҡыуандырып тора. Быйыл «Мәскәү виртуоздары» Башҡорт дәүләт филармонияhының 70 йыллығына арналған халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә сығыш яhаясаҡ.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    Арыҫландай ир-улдарын халҡы мәңге онотмаҫ Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Арыҫландай ир-улдарын халҡы мәңге онотмаҫҺоҡланғыс талант эйәләрен тәбиғәт быуатҡа бер тыуҙыра. Эйе, эйе, улар – ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балалары. Үркәсле ҡаялы, армыт-армыт Урал тауҙары теҙмәһе, һомғол ҡарағайҙар, шәмдәй шыршылар, ишелеп аҡҡан йылғаларыбыҙ һәр кемдең күңелен арбай, сал ҡаялар өҫтөндә, зәңгәр күктә һалмаҡ елпенгән ғорур бөркөттәр күңелдәрҙе елкендерә. Белорет районының Асы яҡтары тәбиғәте хаҡында һүҙем. Ҡаяларға ялғанып, айыуҙар менән алышып, йөҙйәшәр ҡарағайҙар, имәндәр менән ярышып, Урал тәбиғәтле уҙамандар менән аралашып сыныға, сая бөркөттәй сәмләнеп ынтыла хыялына был яҡтың кешеләре бала сағынан уҡ.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    «Салауат Юлаев» – лидер Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» командаһы, уңышлы «Динамо»лар эпопеяһынан һуң Мәскәүҙә урындағы «Спартак» хоккейсыларын 5:1 иҫәбенә отоп, ниһайәт, быйылғы миҙгелдә турнир таблицаһының иң үрендә урынлашты.
    Уҙған турҙа быға тиклем оҙаҡ ваҡыт лидер булған «Атлант» клубы көтмәгәндә МВД уйынсыларына 0:1 иҫәбенә еңелде. Хәҙер өфөләр уларҙан ике мәрәйгә алда килә.
    Кисә кис юлаевсылар Чемпиондар лигаһының төркөмдәш һуңғы уйынын Словакияның «Слован» командаһы менән үткәрҙе.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    «Мин аҙаҡҡаса сир менән көрәштем, үҙемдең ғүмеремде ҡыйманым...» Тормош юлдары ҡатмарлы, Сәләмәтлек

    Инвалидтар көнөнә материал әҙерләгәндә, «яман шеш» диагнозы менән иҫәптә торған өсөнсө төркөм инвалиды тураһында яҙырға уйлағайным. Ә ул миңә биш йыл элек яман шеш ауырыуынан вафат булған 17 йәшлек ҡыҙыҡайҙың көндәлеген уҡырға кәңәш итте: «Унда барыһы ла яҙылған». Юлиәнең яҙмалары тетрәндерҙе, тиеү генә аҙ... Хәйер, үҙегеҙ уҡығыҙ – бөгөн йәш ҡыҙҙың көндәлеге «Йәшлек» гәзите уҡыусылары иғтибарына.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    Ғаиләле булып йәшәгем килә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    «Йәшлек»тәге бер ир-уҙаманының ғаилә ҡороу өсөн һәйбәт кенә ҡатын менән танышырға теләүе тураһындағы иғланды уҡығас, әллә шылтыратайыммы икән, тип бер уҡталып ҡуйҙым да тыйылдым. Сөнки «мин»ем икегә бүленде. Береһе, шылтырат, ти, ә икенсеһе шунда уҡ ҡаршы килә. Ошо ике «мин»емдең бәхәсендә дәлилдәрҙе ул яҡтан да, был яҡтан да уйлап ҡарайым да, тәғәйен генә ҡарарға килә алмай ҡаңғырам. Ярҙам итһәгеҙсе, әхирәттәр!

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (5) | Тотош уҡырға
    Торлаҡлы булам тиһәң субсидия ал! Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Торлаҡлы булам тиһәң субсидия ал!Моғайын, һәр бер яңы тыуған ғаиләнең иң ҙур хыялы торлаҡлы булыуҙыр. Һүҙ, әлбиттә, байҙар тураһында түгел, ә урта хәлле, уртаса эш хаҡы алып йәшәүсе ғаиләләр тураһында бара. Мәғлүм булыуынса, бөгөн уртаса йәки ярайһы уҡ булған эш хаҡына ла торлаҡ һатып алыуы ауыр мәсьәлә бит ул. Торлаҡҡа мохтаж булған йәш ғаиләләрҙең бөгөнгө баҙар хаҡтары буйынса фатир мәсьәләһен хәл итә алмауын, уларҙың матди хәлен тойоп, дәүләттең ярҙамға килеүе, төрлө субсидия бүлеүе – бик ҡыуаныслы күренеш. Әммә йыш ҡына йәштәр, мәғлүмәт етмәү сәбәпле, битарафлыҡ арҡаһында дәүләт программалары менән файҙалана алмай ҡала. «Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы» программаһы йәш ғаиләләргә, субсидия юллап, торлаҡ һатып алыуҙа йәки төҙөүҙә ҙур мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ошо программала ҡатнашыусыларға бала тыуыуға бәйле субсидиялар ҡаралыуы ғаиләләр өсөн икеләтә отошло. Бына ошо программа нескәлектәрен асыҡлау маҡсатында БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «тура бәйләнеш» ойошторҙо.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (5) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Иран властары дошман радарҙарына күренмәүсе хәрби самолет төҙөүе хаҡында белдерҙе.
    Илдең Хәрби-һауа көстәре командующийы Хәсән Шаһ-Сафи милли радио аша сығыш яһағанда республика конструкторҙарының был самолеттың прототибын эшләй башлауын хәбәр итте. Баҡтиһәң, был авиация сәнәғәтендә Stealth технологияһы буйынса төҙөлгән тәүге самолет икән. Хәбәр ителеүенсә, самолет-истребителдең тышҡы ҡатламы дошман радарҙарының тулҡындарын «йотоусы» махсус материал менән ҡапланасаҡ. Күренмәүсе самолеттарҙы киләһе йылда күпләп сығарырға планлаштыралар.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Енәйәтселәр табылған Яңылыҡтар

    Енәйәтселәр табылғанӨфөлә уҡып йөрөгән БДУ студенттары – Эльза Хәмзина менән Лилиә Хөснөтдинованы үлтереүҙә ғәйепләнеүселәр, ниһайәт, табылған. Ошо көндәрҙә республика буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылған өс егетте Краснодар крайынан табып алып ҡайтты. Ҡулға алынған егеттәрҙең икеһенә – 24, береһенә ни бары 21 йәш. Уларҙың береһенең Башҡортостандан, ҡалғандарының Үзбәкстан һәм Ҡарағалпаҡстандан булыуы асыҡланған. Өфөлә йәшәп, бер ҡайҙа ла эшләмәгән егеттәр урлашҡан, кеше талаған һәм туҡмаған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru