Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дәрестә
  • Металл һәм таш
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Ай башы
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡотлайбыҙ! ---

    Ҡотлайбыҙ!
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Төхвәт улы БИКБАЕВ «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде.

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ИТТЕҢ ХАҠЫ ТӨШӨРМӨ? Башҡортостан

    Ҡыштың һаман да килеп етмәүе көнитмешебеҙҙең бөтә тармағына ла тиерлек йоғонто яһай. Мәҫәлән, ауыл халҡы күпләп мал һуя башлаған айҙарҙа баҙарҙа иттең хаҡы бер аҙ төшә ине, әлегә хаҡтар йәйге кеүек үк тотороҡло ҡала бирә.
    «Йәшлек» гәзитендә баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында хаҡтар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа, 11 декабргә ҡарата бирелгән.

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фин балсылары беҙҙә ҡунаҡта Яңылыҡтар

    Яңыраҡ Мәләүез ҡалаһында республиканың көньяҡ райондары умартасылары өсөн «Халыҡ-ара умартасылыҡ технологиялары» тигән темаға семинар үтте. Унда Финляндияның «Парадайс Хони» (»Ожмах балы») компанияһының етәксеһе Юхани Ваара һәм баш белгесе Юхани Ээро ҡатнашты. Семинар барышында улар компанияның пенополистирол умарталары, ҡорт балы айыртыу һәм эшкәртеү буйынса яңы машина станогы (минутына 5 кәрәҙле бал рамын айырта), умарталыҡтағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
    Был фин балсыларының умартасылыҡтағы яңы технологияларына арналған сараны яҡташыбыҙ, шәхси эшҡыуар Рәсүл Ғабдуллин Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә беренсе булып ойошторҙо. Семинарға килгән 100-ҙән ашыу умартасы алдында Мәләүез районының ауыл хужалығы етәкселәре лә сығыш яһап, һорауҙарға яуап бирҙе.
    Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанда бензинға хаҡтар төшә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәм республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы етәкселеге килешеүе буйынса, 2008 йылдың 11 декабренән «Башнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бөтә автозаправкалау станцияларында бензиндың бөтә маркаһына һәм дизель яғыулығына ваҡлап һатыу хаҡтары тағы 50 тингә кәметелде. 23 октябрҙә бер литр яғыулыҡ өсөн хаҡтар – 1 һумға, 21 ноябрҙә 50 тингә кәметелгәйне. Шулай уҡ «Башнефтепродукт» акционерҙар йәмғиәтенең ҡойоу участкаларынан һатылған бензинға һәм дизель яғыулығына күмәртәләп һатыу хаҡтары ла кәметелә. Ноябрь – декабрҙә был инде өсөнсө кәметеү: 1 ноябрҙән хаҡтар бер тонна яғыулыҡ өсөн 2000 һумға кәметелгәйне, 21 ноябрҙән – тағы ла 1000 һумға. 11 декабрҙән «Нормаль – 80» бензинына һәм «Евро» дизель яғыулығына тоннаһы өсөн күмәртәләп һатыу хаҡтары – 4000 һумға, «Регуляр Евро – 92/4» бензинына – 3500 һумға, «Премиум Евро – 95/4» бензинына 3000 һумға кәметелде.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөлә 25 ғаилә фатирлы булды Яңылыҡтар

    Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылы аҙағында Ҡала мәҙәниәт һарайында Өфөлә йәшәүсе 25 ғаиләгә тантаналы шарттарҙа яңы фатир асҡыстары тапшырылды.
    Бәхетле өй туйлаусылар араһында – элек баш ҡаланың балалар йорттарында тәрбиәләнгән ете кеше, тағы күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе 18 ғаилә.
    Ғаиләгә социаль ярҙам йылына йомғаҡ яһап, БР Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостанда ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа һәр яҡлап ярҙам дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора, тип билдәләне. Ул, Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәргән берҙән-бер республикаһы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
    Президент торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә торлаҡ биреүгә – йәштәргә, күп балалы һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә, етем балаларға ярҙам итеүгә айырым иғтибар йүнәлтте.
    Яңы фатир асҡысы алған күп балалы ғаиләләр ҡасандыр «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланған. Улар республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент ҡотланы Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов Башҡортостан халҡын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы.
    «Хөрмәтле ватандаштар!
    Быйыл Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 15 йыл тула. Был – яңы тарихыбыҙҙың иҫтәлекле датаһы. Илдең Төп Законы кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары өҫтөнлөгөн, йәмғиәттең демократик яңырыу принциптарын һәм дәүләт ҡоролошоноң федератив башланғыстарын нығытты.
    Һуңғы йылдар Конституцияның ҡеүәтле ижади потенциалын ышаныслы күрһәтте, уның нигеҙендә йәмғиәт тормошонда үҫеш, Рәсәй дәүләтселегенең аяҡҡа баҫыуы һәм социаль йүнәлешле баҙар иҡтисады процестарын көйләүҙең киң мөмкинлектәрен асты. Конституция нормалары милли мәнфәғәттәрҙе һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара именлеген тәьмин итеү, донъя күләмендә уның абруйын күтәреү буйынса сәйәси курсты тормошҡа ашырыу өсөн ышаныслы таянысҡа әүерелде.
    Башҡортостандың, тотош Рәсәй кеүек үк, ошо байрамды тыныслыҡ һәм йәмғиәттәге татыулыҡ шарттарында ҡаршылауы ҡыуаныслы. Һөҙөмтәле хеҙмәт, милләт-ара хеҙмәттәшлекте һәм граждандар тыныслығын нығытыу, ижтимағи инициатива, рухи мәҙәниәтте үҫтереү – Конституцияның төп положениеларын тулыраҡ тормошҡа ашырыу, кешеләрҙең лайыҡлы тормошон тәьмин итеү юлдары бына ошо», – тиелә унда.

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Григорий Рапота менән осрашыу Яңылыҡтар

    Ошо аҙнала БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота менән эш осрашыуы булды.
    Унда төбәктең иҡтисади хәленә, бюджет үтәлешенә, республикала милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына ҡағылған мәсьәләләр тикшерелде.
    Григорий Алексеевич айырыуса бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам менән ҡыҙыҡһынды. Раил Сарбаевтың уға хәбәр итеүенсә, Башҡортостан урта сроклы перспективала – киләһе йылдың тәүге кварталынан башлап – бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә бүленгән аҡсаны ун тапҡырҙан ашыуға арттырыуҙы планлаштыра.
    2009 йылда бәләкәй бизнесҡа булышлыҡ итеү буйынса ике проект ғәмәлгә индерелә. Тәүгеһе – эш башлаусы эшҡыуарҙарға субсидиялар, шул иҫәптән федераль бюджеттан субсидиялар бүлеүгә, икенсеһе үҙ эшеңде асыуға һәм үҫтереүгә гранттар биреүгә ҡағыла.
    Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә капиталь төҙөлөш мәсьәләләре тикшерелде. Быйыл республика 36 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төҙөүгә һәм капиталь ремонтлауға 1,65 миллиард һум аҡса һалды һәм, республика Премьер-министрының әйтеүенсә, был аҡсаны үҙләштереүҙә ҡыйынлыҡтар юҡ.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләһе йылды Йәштәр инициативаһына ярҙам һәм уны үҫтереү йылы итмәкселәр Яңылыҡтар

    11 декабрҙә республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте.
    БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Сәғитов 2009 йылды Йәштәр инициативаһына ярҙам һәм уны үҫтереү йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдим индерҙе һәм, БР Президенты тарафынан һәм республика Хөкүмәте программаһы менән раҫланған стратегияла билдәләнгәндәрҙе бойомға ашырырға ниәтләйбеҙ, тип өҫтәне.
    Эшлекле осрашыуҙың көн тәртибендә Башҡортостан Республикаһы Президентының Республика йәштәр хәрәкәте составына ингән йәмәғәтселек ойошмаларына дәүләт ярҙамы тураһында Указының үтәлеше хаҡындағы мәғлүмәт менән БР мәғариф министры урынбаҫары А. Сурин сығыш яһап, уларҙың ведомствоһы һәм республиканың бөтә мәғариф учреждениелары ла үҙ эшмәкәрлегендә балалар хәрәкәтенә ярҙам итеүгә һәм кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә, был маҡсатта БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән берлектә балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәтселек ойошмаларына ойоштороу һәм мәғлүмәти-методик ярҙам күрһәтелә, әммә Мәғариф министрлығының мәғариф учреждениеларын йән башына ҡарап финанслауға күсеүенә бәйле өлкән вожатыйҙарҙы ҡыҫҡартырға тура киләсәк, ә был балаларҙың йәмәғәтселек ойошмаларында эштең туҡтап ҡалыуына килтерәсәк, тип билдәләне.

    авторы: Нур | 13 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru