Бармаҡ тоя белмәһә, ҡул ҡоя белмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Әсә абруйы
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Беларусь» ал, шарттар бар! ---

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев БР Хөкүмәтенең элегерәк ҡабул ителгән бойороғона үҙгәрештәр индереү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
    Бойороҡтоң яңы тексына ярашлы, лизинг предметы (трактор йәки башҡа техника) хаҡы ауыл хужалығы һәм ҡорамалдары һатып алынған хаҡтың ни бары 40 процентын тәшкил итәсәк. Йәғни хәҙер ауыл халҡына техника хаҡының ҙур өлөшө (60 проценты) компенсацияланасаҡ. Мәҫәлән, «Беларусь 82.1» тракторы өсөн айлыҡ түләүҙәр 3 мең һум тәшкил итәсәк.
    Тәүҙәрәк ауыл халҡы техниканың тулы хаҡын уңайлы шарттарҙа һәм оҙайлы ваҡытта түләйәсәк, тип планлаштырылғайны. Мәҫәлән, завод хаҡы 633 мең һумлыҡ «Беларусь 82.1» тракторын алғанда тәүге иғәнә 57 мең һум (дөйөм хаҡтың 9 проценты) тәшкил итер ине. Унан һуң алты йыл буйы квартал һайын 24 мең һум самаһы аҡса түләргә кәрәк ине.
    «Әммә кварталға 24 мең һум ауыл халҡы өсөн аҙ түгел», – тип яҙылған Хөкүмәт сайтындағы Премьер-министр почтаһына Бишбүләк районынан килгән хатта.
    Хәлде ентекле өйрәнгәндән һуң Раил Сарбаев шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандарға ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауҙы күҙ уңында тоторға ҡушты. Техниканы лизинг нигеҙендә тапшырыуҙың был схемаһы ауыл халҡы өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы менән айырылып тора.
    БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Яуығыҙ ҡарҙар күберәк! ---

    Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
    Ниһайәт, ҡыш етте, йәмәғәт! Тирә-яҡ аҡҡа бик үк төрөнмәһә лә, аҙ-маҙ ҡар яуып, ҡабат иремәгәс, өҫтәүенә, һиҙелерлек һыуытҡас, ауыҙ асып, ҡыш етте, тип әйтергә хаҡыбыҙ бар. Юҡһа ҡышты көтә-көтә көтөк булып бөттөк түгелме?! Яңы йыл байрамын ҡарһыҙ ҡаршы ала яҙҙыҡ бит.
    Шулай ҙа ҡыш етте тип иркен һуларға иртәрәк әле. Ни тиһәң дә, синоптиктар һаман да ысын ҡыш вәғәҙәләргә ашыҡмай. Бөгөн, мәҫәлән, елдең төньяҡтан иҫеүенә ҡарамаҫтан, термометр 9,7 градус һыуыҡты күрһәтә, күк йөҙө урыны менән болотло булһа ла, ҡар яумаясаҡ. Ғөмүмән, ял көндәренәсә һауа торошо үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бары тик ел йүнәлешен үҙгәртәсәк, ҡояшлы һалҡын көндәр торасаҡ һәм һауа температураһы бер-ике градусҡа йә һыуытасаҡ, йә йылытасаҡ. Ә бына киләһе аҙна башынан болотло көндәр тыуасаҡ һәм ҡар яуасаҡ, тип тынысландыра беҙҙе гидрометеорология хеҙмәте. Ел йүнәлеше лә бит көнбайышҡа күсәсәк. Йәйен көнбайыш еле ямғыр килтергән кеүек, ҡышын да ҡар яуҙырыр тип өмөтләнәйек, дуҫтар! Яңы йыл алдынан ер өҫтөндә ҡар бабай әүәләрлек тә ҡар ятмаһа, ни хәл итмәк кәрәк. Тирә-яғыбыҙ ап-аҡ төҫ алһын, Ҡыш бабай ҙа ашҡынып килеп етһен тиһәк, ҡар яуыуын теләйек!

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Бөгөнгө заманға ауаздаш Башҡортостан

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 177 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара ғилми ғәмәли кәңәшмә үтте
    Кәңәшмәне асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашты. Илдус Ғөбәйҙулла улы БР Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көрсөккә ҡаршы Яңылыҡтар

    Республика Хөкүмәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә көрсөккә ҡаршы штабтың тәүге ултырышы үтте. Унда донъялағы финанс көрсөгө осоронда Башҡортостан иҡтисадының реаль секторына ярҙам күрһәтеү саралары планы тикшерелде.
    – Ярҙам күрһәтеү буйынса саралар аҡса бүлеү менән генә сикләнергә тейеш түгел, иң элек республика предприятиеларының продукцияһын һатыу менән бәйле мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тип билдәләне Раил Сарбаев. Премьер-министр әйтеүенсә, әле химия, автомобилдәр эшләү, металлургия тармағы һәм ҡайһы бер башҡа предприятиелар үҙ продукцияһын һатыуға бәйле ҡыйынлыҡтар кисерә

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Власть һәм партия – бер үк түгел Яңылыҡтар

    Ошо көндәрҙә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе төбәк бүлексәһенең ултырышы үтте. Унда фирҡәнең яңыраҡ булған Х съезының һөҙөмтәләрен, сығарылған ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләрҙе тикшереү ҡаралғайны.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Рәсәй байрамды лайыҡлы ҡаршылай» Яңылыҡтар

    12 декабрҙә Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында РФ Конституцияһы ҡабул ителеүҙең 15 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов етәкселегендә Башҡортостандан да делегация ҡатнашты.
    Конференцияла ҡатнашыусылар алдында РФ Президенты Д. Медведев сығыш яһаны. Дәүләт башлығы Конституция ҡабул ителеүҙең Ватан һәм донъя өсөн мөһим әһәмиәтле булыуын, заманында халыҡтың «социаль дәүләт, хоҡуҡтың юғары абруйы һәм бойондороҡһоҙ суд, федерализмды һәм урындағы үҙидараны үҫтереү файҙаһына» сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеү юлын һайлауын билдәләп үтте.
    Башҡортостан Президенты М. Рәхимов фекеренсә, Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителеүҙең 15 йыллығы – илдең яңы тарихында иҫтәлекле дата.
    – Башҡортостандың, тотош Рәсәй кеүек үк, был байрамды тыныслыҡ һәм йәмәғәт татыулығы шарттарында ҡаршылауы ҡыуаныслы. Хеҙмәт, милләт-ара хеҙмәттәшлек һәм граждандар тыныслығы – Конституцияның төп положениеларын тормошҡа ашырыу, кешеләрҙең лайыҡлы тормошон тәьмин итеү юлдары бына ошо, -- тине республика башлығы.
    БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    АЙ-ҺАЙ, СИБӘР ҘӘ ИНДЕ БЕҘҘЕКЕЛӘР!

    «Донъя һылыуҡайы – 2008» конкурсының финалында Рәсәй ҡыҙы Ксения Сухинова Һиндостан, Ангола, Тринидад һәм Тобаго ҡыҙҙарын артта ҡалдырып, еңеү яуланы.
    Конкурстың рәсми сайтындағы мәғлүмәттәр буйынса, донъя һылыуҡайын билдәләүсе конкурстың телетрансляцияһын ике миллиардтан артыҡ кеше ҡараған. Был да үҙенсәлекле рекорд.
    Финалға әҙерлек Көньяҡ Африка Республикаһының Йоханнербург ҡалаһында үтә, шунда уҡ финал да ойошторола.
    Ксения Сухинованың еңеүе рәсәйҙәр өсөн футбол йыйылма командаһының көтмәгәндә еңә башлауы кеүек тәьҫир итте.
    «Донъя һылыуҡайы – 2008» конкурсында Һиндостандың иң сибәр ҡыҙы беренсе вице-мисс исемен яуланы, ә инде өсөнсө урынды Тринидад һәм Тобагоның вәкилдәре яуланы.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ут ҡорбандары кәмемәй Яңылыҡтар

    25 ноябрҙә Илеш районының Иҫке Татыш ауылында ҡот осҡос фажиғә булды. Төндә ағас йортта ут сығып китә. Ауылдаштары янғынды күргәндә, ут инде веранда менән түбәне солғап алған була. Улар шунда уҡ янғын һүндереү хеҙмәтенә шылтырата. Үҙҙәре тәҙрә аша инеп ҡарарға итә, әммә ҡуйы төтөн форсат бирмәй. Ә бер аҙҙан иһә йорттоң түбәһе емерелеп төшә... Килеп еткән янғын һүндереүселәр утты һүндергәндән һуң, йорт эсенән хужабикәнең, уның улының, килененең һәм ике баланың мәйетен алып сығалар. Балаларҙың өлкәненә – 12, ә кесеһенә ни бары 8 йәш булған

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru