Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Алдан һайлауҙар башланды
» Улар Көнбайышты шаулата
» Янылыктар
» Милләттәр бәйләнеше – көн үҙ ...
» Илдар Fәбитовтан кроссворд
» Иң осло ҡәләмле журналист ҡайҙамы?



Яуығыҙ ҡарҙар күберәк! ---
Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
Ниһайәт, ҡыш етте, йәмәғәт! Тирә-яҡ аҡҡа бик үк төрөнмәһә лә, аҙ-маҙ ҡар яуып, ҡабат иремәгәс, өҫтәүенә, һиҙелерлек һыуытҡас, ауыҙ асып, ҡыш етте, тип әйтергә хаҡыбыҙ бар. Юҡһа ҡышты көтә-көтә көтөк булып бөттөк түгелме?! Яңы йыл байрамын ҡарһыҙ ҡаршы ала яҙҙыҡ бит.
Шулай ҙа ҡыш етте тип иркен һуларға иртәрәк әле. Ни тиһәң дә, синоптиктар һаман да ысын ҡыш вәғәҙәләргә ашыҡмай. Бөгөн, мәҫәлән, елдең төньяҡтан иҫеүенә ҡарамаҫтан, термометр 9,7 градус һыуыҡты күрһәтә, күк йөҙө урыны менән болотло булһа ла, ҡар яумаясаҡ. Ғөмүмән, ял көндәренәсә һауа торошо үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бары тик ел йүнәлешен үҙгәртәсәк, ҡояшлы һалҡын көндәр торасаҡ һәм һауа температураһы бер-ике градусҡа йә һыуытасаҡ, йә йылытасаҡ. Ә бына киләһе аҙна башынан болотло көндәр тыуасаҡ һәм ҡар яуасаҡ, тип тынысландыра беҙҙе гидрометеорология хеҙмәте. Ел йүнәлеше лә бит көнбайышҡа күсәсәк. Йәйен көнбайыш еле ямғыр килтергән кеүек, ҡышын да ҡар яуҙырыр тип өмөтләнәйек, дуҫтар! Яңы йыл алдынан ер өҫтөндә ҡар бабай әүәләрлек тә ҡар ятмаһа, ни хәл итмәк кәрәк. Тирә-яғыбыҙ ап-аҡ төҫ алһын, Ҡыш бабай ҙа ашҡынып килеп етһен тиһәк, ҡар яуыуын теләйек!
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 16 декабря 2008 | | Фекерҙәр (1)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көндәр йылынасаҡ!
  • Әбейҙәр сыуағын көтәбеҙ!
  • Көн торошо
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Ҡар ҙа яуыр, көн дә йылыныр
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru