Иренгәндең иренен эт ялаған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек Яңылыҡтар

    15 декабрҙә Өфөлә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың IsraeI Aerospa Industries корпорацияһына ингән Bedek Аviаtion Group (Израиль) фирмаһы делегацияһы менән эш осрашыуы булды. Делегацияға фирманың генераль директоры һәм корпорацияның вице-президенты Дени Клейман әфәнде етәкселек итә.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең вокзал төбәктә иң яҡшыһы буласаҡ Башҡортостан

    Беҙҙең вокзал төбәктә иң яҡшыһы буласаҡ
    Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, үҙ вазифаһына тәғәйенләнгәс, Волга буйы федераль округы субъекттары буйлап танышыу сәфәре яһап, Башҡортостанда июнь айында булып киткәйне инде. Кисә ул беҙгә икенсе тапҡыр килде. Сәфәренең маҡсаты – республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле менән танышыу, һөйләшеүҙәрҙә һәм сәнәғәт, социаль объекттарҙы асыуҙа ҡатнашыу ине.
    Көндөң беренсе яртыһында Григорий Рапота республика етәкселеге менән бергә Стәрлетамаҡтың «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булып, ундағы цемент производствоһы менән танышты. Юғары ҡунаҡ менән БР Президенты Мортаза Рәхимов «ГайдельбергЦемент» немец фирмаһы етәкселеге менән осрашып, холдинг менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ҠОТ ОСҠОС ФАЖИҒӘ

    Израилдең Эйлат ҡалаһы эргәһендә пассажир автобусының юл-транспорт фажиғәһенә тарыуы һөҙөмтәһендә 30 кеше һәләк булған, тағы ла 21 кеше йәрәхәтләнгән.
    Автобуста Санкт-Петербург ҡалаһының туристик фирмалары вәкилдәре ил менән танышыу сәйәхәтенә сыҡҡан була. Юлдың ҡатмарлы өлөшөндә автобус трассанан ситкә тайпыла һәм, бер нисә ҡат әйләнеп сығып, 80 метрлыҡ бейеклектән ҡолай.
    Ҡотҡарыу эштәрен алып барыусы Израиль оператив хеҙмәтенең мәғлүмәте буйынса, автобуста бөтәһе 51 кеше була: 49 – Рәсәй һәм 2 Израиль кешеһе. Фараздар буйынса, юл-транспорт фажиғәһенә водителдең тиҙлек режимын боҙоуы сәбәпсе булыуы ихтимал.
    РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ашығыс психологик ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың туғандары менән Як-42 самолетында Израилгә осто.
    Әйткәндәй, республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов Санкт-Петербург губернаторы Валентина Матвиенкоға төньяҡ баш ҡала граждандарының Израилдәге фажиғәле үлеменә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең депутаттар коллегаларын төҙәтте Яңылыҡтар

    Беҙҙең парламентарийҙар үҙҙәренең 16 декабрҙә үткән ултырышында РФ Дәүләт Думаһы тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән «Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында» Федераль закон проектының 8-се проектының 5-се өлөшөнә төҙәтмәләр индереү тураһында ҡарар ҡабул итте.
    Дөйөм алғанда Федераль закон проектын хуплап, Башҡортостан парламентарийҙары Думалағы коллегаларына уның камил булмауын күрһәтте һәм киң мәғлүмәт сараларында баҫтырыу өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең килеме һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәттәр биреү тәртибен регламентлаусы норманы аныҡлауға йүнәлтелгән төҙәтмә индерҙе.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Көҙгө сессияға йомғаҡ яһалды Яңылыҡтар

    16 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйыл һуңғы – туғыҙынсы ултырышы булды. Республика парламенты ултырышында БР Президенты М. Рәхимов ҡатнашты.
    Ултырыш башында үткәрелгән «Хөкүмәт сәғәте» «Республика иҡтисадының реаль секторы эшенең тотороҡлоғон тәьмин итеү һәм финанс көрсөгө шарттарында халыҡ алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан тормошҡа ашырылған саралар тураһында» тигән темаға арналды. Был мәсьәлә буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев сығыш яһаны.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    М. РӘХИМОВ: «2009 йыл Башҡортостанда йәштәрҙең инициативаларын хуплауға арналасаҡ» Башҡортостан » Милли проекттар

    М. РӘХИМОВ: «2009 йыл Башҡортостанда йәштәрҙең инициативаларын хуплауға арналасаҡ»
    15 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов Президент Советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2008 йылдың йомғаҡтары тикшерелде, шулай уҡ 2009 йылда дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу пландары ҡаралды.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлә-көлә «Һәнәк» килә Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Һәнәк» йылмайыуҙары

    Һәр саҡ һеҙгә көлә-көлә
    Килә «Һәнәк» дуҫығыҙ.
    Уның менән күрешергә
    Ҡысып торһон усығыҙ.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хат ташыусылар һәр яҙылыусыға ҡарата иғтибарлы булырға тейеш Яңылыҡтар » Иғтибар

    Подписка буйынса селектор кәңәшмәһендә уларға шундай бурыс ҡуйылды

    2009 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға теүәл бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды. «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының республика филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығында кисә үтеп барған йылда подписка мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһе үтте. Унда был мөһим кампанияның яҡынса йомғаҡтары, подписканы уңышлы тамамлау өсөн йәлеп ителгән структураларҙың эшен әүҙемләштереү тураһында һүҙ барҙы.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru