Беҙҙең Ейәнсура районында дебет шәл бәйләү ауыл ерлегендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ өсөн төп кәсеп булды. Бер ай эсендә өс-дүрт шәл бәйләп һатҡан кешенең ғаилә ҡаҙнаһына кәмендә 400 һум, шәлең ҙур ҙа, матур ҙа булһа, хатта 700 – 800 һум килеп инә ине. Шунлыҡтандыр ҙа инде беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән үҙҙәре лә, ғаилә ағзалары ла килешле кейенеп-яһанып йөрөр, өй эстәрен дә зауыҡ менән биҙәр, затлы-затлы әйберҙәр һатып алыр, мул итеп ҡунаҡҡа саҡырышыр, бүләк таратышыр ине.
Үҙемдән алда килгән быуын өсөн яуап бирә алмайым, әммә беҙҙең быуын ҡыҙҙары – дебет шәлдең ҡонон ҡойған кешеләр. Тәпәй баҫа башлағандан шәл бәйләргә өйрәндек, тиһәм, арттырыу булыр, өсөнсө-дүртенсе синыфта уҡығанда беҙ, Байыш ауылының яртыһын биләгән Назаровтар ғаиләләренән бер тиҫтерерәк 20-ләгән ҡыҙ, теттереп шәл сите бәйләй инек инде. Ул ҡасан дәрес әҙерләргә өлгөргәнбеҙҙер, өҫтәүенә, яҡшы уҡыныҡ, әммә ике-өс көнгә бер шәл сите бәйләп һала торғайныҡ. Хатта ҡыҙҙар араһында тәғәйен ваҡыт эсендә күпме шәл сите бәйләп өлгөртөү буйынса үҙ-ара аҫтыртын ғына ярыш барҙы. Ә үҙ-ара асыҡтан-асыҡ ярыш иһә еп һалып бәйләү тип атала ине: өс-дүрт ҡыҙ һәр беребеҙ (беҙ башлыса өс ҡыҙ – Әлфиә, Хәлиҙә, мин), йомғаҡтарыбыҙҙы һүтеп, ептәребеҙҙе бер оҙонлоҡта үлсәп алабыҙ ҙа, кемебеҙ тәүҙәрәк бәйләп бөтөр икән, тип ярышабыҙ. Бер нисә минутҡа тынлыҡ урынлаша, тик энәләребеҙҙең сылтылдауы һәм стеналағы сәғәт текелдәүе генә ишетелә. Бөтәбеҙҙең дә иғтибары – тик энәләребеҙҙә.
Әйткәндәй, шәл бәйләүҙең үҙенә күрә технологик процесы, үҙ терминологияһы бар. Терминдарҙың тәүгеһе баяғы «еп һалыу» булды ла инде. «Тел», «биҙәк», «һыр», «урта», «ҡушыу», «күҙ элеп алыу», «салыу», «ҡушкүҙ алыу», «күҙ ҡайтарыу», «күҙҙе ябыу», «мөйөш һалыу», «мөйөш ҡайтарыу» һәм башҡалар – шәл бәйләүселәр даирәһендә ҡулланылған һәм үҙ-ара аңлашылған терминдар.
Шәл ситтәре телләп бәйләнә. Бер тел бәйләр өсөн ун энә сығаһың – был шәл уртаһындағы биш һырға бәрәбәр. Йәғни ике энә сыҡһаң, шәл уртаһының бер һыры бар тигән һүҙ. Шул телдәренә ҡарап, шәлдең ҙурлығын билдәләйһең: сит, мәҫәлән, алтмыш телле булһа, шәл уртаһы өс йөҙ һырҙан тора (шәл ситенең телдәрен бишкә ҡабатлайһың). Ҙур ғына шәл килеп сыға. Илле теллеһе иһә ике йөҙ илле һырлы була һәм уртаса ҙурлыҡтағы шәл килеп сыға. Бына ошо ябай ғына күренгән арифметика «асышы» миңә ике-өс йыл шәл бәйләү стажын йыйғас килде. Заказ биреүсе апайҙарға шәлдәренең ниндәй ҙурлыҡта булырын, йомғағының ҙурлығына ҡарап (ауырлығына ҡарап түгел), үҙем һанап бирә торғайным.
Шулай итеп, һалған ебебеҙ бер телгә етерҙәй. Ә беҙҙең тиҙлек менән (был бик шәп тиҙлек һанала) бер тел биш минут тирәһе бәйләнә. Телдәр ябай тел генә түгел: уларҙың үҙенә лә, эргәһенә лә, шәл ситенең бөтә яҫылығына ла айырым биҙәк һалына. Биҙәктәрен үҙебеҙ теләгәнсә йәки заказсы апай-еңгәйҙәрҙең һорауы буйынса һалабыҙ. Шәл оҫтаһы Вәлимә еңгәй, мәҫәлән: «Шәл һатып алыусылар ситтәге биҙәккә ҡарамай ул, шәлдең ҡабарыуына һәм ҙурлығына ғына ҡарай», – тип, башлыса «һалма» биҙәк һалыуға ла риза була торғайны. Ә был биҙәк артыҡ ҡатмарлы түгел. Өммөгөлсөм апайым «бесәй табаны»на өҫтөнлөк биреңкерәне: бәйләүе ҡатмарлыраҡ, әммә бик матур килеп сыға. «Сылбыр» биҙәкте ялҡауҙар ғына һала, ти торғайны шәлселәр үҙҙәре.
Үҫеп етеп, үҙем бәйләгән шәлдәрҙе баҙарҙа һата башлағас, ысынлап та, һатып алыусыларҙың шәл ситендәге биҙәктәренә артыҡ иғтибар бирмәүен, ә ҙурлығына, ҡалынлығына, төҫөнә, ҡабарып тороуына илтифатлыраҡ булыуын күрҙем.

Беҙҙең Ейәнсура районында дебет шәл бәйләү ауыл ерлегендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ өсөн төп кәсеп булды. Бер ай эсендә өс-дүрт шәл бәйләп һатҡан кешенең ғаилә ҡаҙнаһына кәмендә 400 һум, шәлең ҙур ҙа, матур ҙа булһа, хатта 700 – 800 һум килеп инә ине. Шунлыҡтандыр ҙа инде беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән үҙҙәре лә, ғаилә ағзалары ла килешле кейенеп-яһанып йөрөр, өй эстәрен дә зауыҡ менән биҙәр, затлы-затлы әйберҙәр һатып алыр, мул итеп ҡунаҡҡа саҡырышыр, бүләк таратышыр ине. Ысынлап та, йылына унар-егермешәр шәл бәйләп һатҡан еңгәй-апайҙар колхозда бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем бил бөккән ирҙәренә ҡарағанда күпкә артығыраҡ килем килтереп, ишле балаларының өҫ-башын бөтәйтеп, йорт-ҡаралты әйберҙәре һатып алып, мул ғына йәшәне. Ҡыҙ-ҡырҡындың шәл бәйләү фарызлығы беҙҙең яҡтарҙа мотлаҡҡа әйләнгән: дебет эшкәртеп иләй, шәл бәйләй белмәйһең икән, һин – эшкинмәгән, ялҡау. Бындайҙарҙы ситләтеп кенә «ҡулы ҡорошҡан» тип йөрөтә торғайнылар. Ситтән килен булып төшкән, быға тиклем дебеттең, орсоҡтоң нимә икәнен ғүмерендә белмәгән-күрмәгән, энә тотоп та ҡарамағандар бер-ике ай үтеүгә шәл бәйләү оҫталығына, теләйме-теләмәйме, өйрәнә башлай, ә инде бер нисә йыл үтеүгә уларҙы ерлектәге шәлселәрҙән бер ни менән дә айырып булмай. Роза еңгәйем дә, килен булып төшкәнгә тиклем шәл бәйләүҙең ни икәнен дә белмәгән Бөрйән ҡыҙы, бер нисә йылдан ысын шәлсегә әйләнде лә ҡуйҙы. Шәл бәйләү ваҡыт үтеү менән хроник сиргә әйләнә: ҡул эше булмаған кеше (быны мин үҙемдән алып әйтәм) ҡайһы берҙә телевизор ҡарарға ла ултыра алмай башлай.
Килемлелеген килемле, әммә бик ваҡ, күҙҙәрҙең нурын һурған шөғөл ул – шәл бәйләү. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: нәҙек кенә еп менән энәгә сәғәттәр буйы текләп ултырып, һырлап-семәрләп шәл, «паутина», шарфтар бәйләсе! Шул тиклем көс-сәләмәтлегеңде сарыф иткәндән һуң баҙарҙағы алтын тешле спекулянт, һинең эшеңдән ҡый тапҡан булып, шәл хаҡын төшөрөргә маташһынсы! Үҙ эшенең бәҫ-баһаһын, тауарының ҡәҙерен белгән апайҙар, ундай саҡта асыуланып, үзбәктәрҙең үҙҙәренән яман тотонмаһынмы! Әлбиттә, шуларҙың һуҡыр тиндәре өсөн төн йоҡоларын йоҡламай, шул тиклем күҙ нурҙарын түккәнме ни йылы бөркөп торған болоттай ҡабарынҡы, йомшаҡ шәлдәренә! Шундай затлы шәлгә әүерелгән дебеттең һәр грамына күпме күңел зауығы, йөрәк, ҡулдар йылыһы һарылғанын белһә ине ул һатыулашыусылар!
8 – 9 йәшлек кенә сағымда бәйләп өйрәнгән шәл ситем һаман да күҙ алдымда: бер яҫылыҡта ғына булырға тейешле ситем тош-тош ере менән йә нәҙегәйеп, йә яҫырып киткән. Үҙе килеп оҙон. Заказсы Бәҙәр еңгәйем, баланың күңелен уйлаптыр инде, эшемде бер ҙә яманламаны, киреһенсә: «Уртаға ҡушһаң, беленмәҫ, үзбәк спекулянттарына бата ул», – тип, бәйләгән эшемде ихлас ҡабул итеп, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәне. Бәҙәр еңгәмдән алған тәүге шәлсе дәресе ғүмерлеккә хәтер дәфтәремдә уйылып ҡалды. Маллығынан бигерәк данлығы, тигәндәй, нәҡ ошо көндө үҙемдең шәлсе статусымды раҫланым.
Эй, ғүмер эсендә бәйләнгән шәлдәрҙе, шәл ситтәрен һанай китһәң, тиҫтәләгән кешенең дә ҡул-аяҡ бармаҡтары етмәҫ. Ярыҡ көршәккә ялғаш, тип бәйләнде инде ул кешенең тәнен генә түгел, йәнен дә йылытҡан болот-шәлдәр. Нисәмә саҡрым дебет еп иләнеп, сиратылып, нисәмә шәл китте инде был ҡулдарҙан: ебе Иҫәнғол менән Ырымбур араhын йөҙ урауға етерлек тә, шәлдәр менән бөтә Ырымбур өҫтөн ябырлыҡтыр, моғайын. Ниндәй сабырлыҡ-түҙемлек еткәндер ҙә, күпме сәләмәтлек киткәндер ошо бәйләмдәр өсөн. Күңел өсөн түгел, йәшәү өсөн бәйләнелде бит ул шәлдәр. Бөгөн дә яҡташтарым бынан ун-егерме йыл тирәһе элек һүрелеп барған шәлселек кәсебен ҡайтанан тергеҙә башлаған. Тормош үҙе мәжбүр иткән быға. Шулай булмай ни, хәҙер колхоз эше тип ашығаһы түгел, кәзәләреңде тәрбиәләп, ишәйтеп ал да, шәл бәйләп көн күр, әйҙә. Ул да бит килем сараһы. Өләсәй-әсәйҙәребеҙ шулай йәшәгән, беҙ шулай йәшәнек, хәҙер йәштәргә лә шулай йәшәйһе икән. Ҡулдарығыҙҙан бәрәкәт китмәһен, шәлсе әхирәттәр!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.