Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республикала Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға РФ Президентының «Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығын байрам итеү тураһында»ғы Указына ярашлы һәм башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә тос өлөш индереүен күҙ уңында тотоп ҡул ҡуйылды. *** Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәйҙең Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәтенең Башҡортостан Хөкүмәте менән Башҡортостандың Совет автономияһын төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Иҫтәлекле ваҡиғаны билдәләү тураһындағы ҡарар 1919 йылдың 20 мартындағы Килешеүҙең оло тарихи әһәмиәткә эйә булыуын күҙ уңында тотоп ҡабул ителгән. Юбилей сараларын 2009 йылдың мартында үткәреү ҡаралған.
БР Президентының матбуғат хеҙмәте. |