Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Тантана
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • ХӘҘИСТӘР
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Инспектор яҡшы машинаны туҡтата. Унан «яңы урыҫ» сыға.
    – Һеҙ бит иҫерек! Йәгеҙ әле, өрөгөҙ! – ти «гаишник».
    «Яңы урыҫ» тегегә 100 доллар тоттора.
    – Аңламайым, тағы ла өрөгөҙ әле, – ти гаишник.
    Теге тағы 50 доллар бирә.
    – Аңлашылмай, тәүге тапҡыр өргән hымаҡ өрөгөҙ әле, – ти «гаишник».

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Шыршы ҡупшы кейенгән...» ---

    Шыршыны һыулы биҙрәгә ултыртҡас, уға бер аҙ глицерин (бер биҙрәгә стакандың өстән бер өлөшө) һалығыҙ. Глицерин урынына бер балғалаҡ мочевина һалырға ла мөмкин. Түбәндәге ысул бер аҙ ваҡытты ала, уның ҡарауы шыршығыҙ оҙағыраҡ ултырасаҡ. 5 г лимон кислотаһына, 6 г желатин ҡушып ҡайнатылған һәм тондоролған 3 л һыу ҡойоғоҙ. Яҡшылап болғатығыҙ ҙа һыуға 16 г иҙелгән аҡбур өҫтәгеҙ. Шыршының төбөн бысаҡ йәки балта менән бер аҙ юнығыҙ ҙа, һыулы биҙрәгә ултыртығыҙ.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы йыл табынының төп эсемлеге ҡайҙа барлыҡҡа килгән? Башҡортостан

    Шампан шарабы бөтә илдәрҙә лә тиерлек төп байрам эсемлеге булып hанала. Үҙе лә биҙәлгән шыршыны хәтерләткәнгәме, Яңы йыл байрамын шампан шарабынан башҡа күҙ алдына килтереү ҡыйын.
    Башты әйләндерә, кәйефте күтәрә торған был эсемлек ҡасан барлыҡҡа килгән hуң? Бынан 350 йыл элек Шампань исемле француз провинцияhында «шампенуаз» тип аталған эсемлекте әҙерләү технологияhы барлыҡҡа килә һәм бер нисә айҙан ысын шампан шарабы эшләнә.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы йыл төрлө ергә төрлө ваҡытта килә Башҡортостан

    ] Ер шарында Яңы йылды иң тәүгеләрҙән булып Фиджи архипелагында йәшәүселәр ҡаршылай.
    ] Яңы йылды иң йыш ҡаршылай торған урын – Индонезияның Бали утрауы. Сөнки унда йыл 210 көн генә дауам итә. Байрам табынындағы иң ҙур һый – дөгөнән бешерелгән төрлө төҫтәге оҙон (ике метрлы) таҫмалар.
    ] Японияла Яңы йылды байрам иткәндә битлектәр кейеп бейей-бейей ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөү ғәҙәткә ингән.
    ] Бирмала Яңы йылды апрелдә, тропик ямғырҙар тамамланғас, ҡаршылайҙар. Таныш-белештәрен ҡотлағанда өҫтәренә биҙрә менән һыу ҡоялар.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдар ҒӘБИТОВТАН Яңы йылға башватҡыстар Яңылыҡтар » Конкурстар

    Горизонталь буйынса: 2. Аңды юғалтыу хәленә еткереп, бик ауыр үтә торған бер нисә йоғошло ауырыуҙың дөйөм атамаһы. 4. Ағастың сурайып торған боҙоҡ урыны. 5. Берәй нәмәнең бәләкәсәйтелгән өлгөһө. 8. Кем кешенең уйын һәм тойғоларын алыҫтан һиҙемләй ала? 10. Микроавтомобилдәр ярышы. 11. Был хайуан ҡарға ятһа, йылыға тарта. 12. Үрмәксенең һунар ҡоралы. 14. Бер нәмәнең төп мәғәнәһе, асылы. 16. Полиэтилен тоҡсай. 19. Ер аҫты транспорты. 22. Шөһрәт. 23. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән махсус хужалыҡ. 24. Уҡ атыу ҡоралы, йәйә. 25. «Шәрә» сәнғәт. 27. Тандем нимә ул? 31. Мең йәшәр Африка ағасы. 33. Берләшмә. 36. Алма сорты. 37. Ҡыйыҡ ҡуймай түшәп ябылған тирә-яғы асыҡ кәртә. 39. «Етем ҡайҙа – һүҙ шунда, (...) ҡайҙа – ел шунда» (мәҡәл). 41. Шәлде нимәнән бәйләйҙәр? 44. «Ҡолаҡ (...)ен ашау».

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йыл Йылан менән Маймылға уңыш килтерәсәк Яңылыҡтар

    Һыйыр. Һеҙҙең өсөн быйыл уңышлы йыл көтөлә. Йондоҙҙар карьера үҫеше һәм матди хәлегеҙҙең яҡшырыуын вәғәҙә итә. Оҙайлы проекттар өҫтөндә эшләй башлағыҙ, көсөгөҙҙө йәлләмәгеҙ. Мөхәббәттә лә барыһы ла яҡшы булмаҡсы. Яңғыҙҙарға ғаилә ҡорорға, ғаиләлеләргә бала табырға кәңәш ителә.
    Юлбарыҫ. Эшегеҙҙә һәм мөхәббәт фронтында яҡшыға үҙгәреш көтмәгеҙ. Белем һәм көс туплағыҙ, улар һеҙгә 2010 йылда кәрәк буласаҡ. Һыйыр йылы һеҙҙең тырышлығығыҙҙы баһалар һәм тормош шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирер.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «... Бер кәзәгә ҡалдырҙы...» Башҡортостан » Хәтер

    Сталин үлгәс, күренекле Мөжәүир хәҙрәт бәғзе илаған халыҡтарға: «Ник илайһығыҙ, иламағыҙ. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Сталиндың ысынында кем булғанын белерһегеҙ әле», – тип әйтеп ҡалдырған булған.
    Сәбилә ханым Сөләймәнованың «Минең Сталиным» тигән мәҡәләһе ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте. Авторға шуны ғына әйтәм: мәҫәлән, 1931 – 1937 йылдарҙа «һинең Сталиның» ҡултамғаһы аҫтында Башҡортостандан ғына ла 50 мең кеше һөргөнгә ебәрелгән, бер пуля менән (»Бер кешегә бер пулянан артыҡ әрәм итмәҫкә!») аттырылған. Шуларҙың яҡынса 40 меңләбе – башҡорт милләтенән. Был да әле – рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына. Ә рәсми булмағандары, йәғни урында уҡ бер ниндәй теркәүһеҙ-ниһеҙ атып кителгәндәре тураһында уйлай башлаһаң...

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һиңә, кеше! Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Рәхмәт һиңә, кеше!Боҙҙоң тирә-яғын балта менән сапҡыслап киңәйтеп сыҡтыҡ, яр әллә ни алыҫ түгел ине. Бер туҡтауһыҙ ҡалтыранған мәхлүкте өркөтөп ҡарайбыҙ. Урынынан да ҡуҙғалмай, тыпырсына. Күҫәк алып, артынан төртөп, этеп, манма тиргә батып, боҙға баҫтырҙыҡ. Ярҙан ер ташып, боҙҙоң тирә-яғына һипкәс, ул тороп китте.
    Ҡыш башы быйыл йылы, ҡарһыҙ килде. Был ауыл халҡына оло мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Һуғымды нисек итеп боҙмай һаҡларға, тип баш ваттылар. Ҡыштың йылы килеүе тәбиғәткә лә насар тәьҫир итте. Айыу үҙ мәлендә йоҡларға ятһа ла, йоҡа ҡарҙа кешеләр уның эҙҙәрен күргеләне. Күрәһең, уға ла ҡарһыҙ йылы ҡыш тәрән йоҡоға талырға ҡамасаулайҙыр. Бахыр ҡуяндарҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Улар тәүге ҡарҙа аҡ тун кейгәйне, ҡар ирегәс, бөтә ғаләмгә фаш булып ҡалдылар.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru