Республиканың тулайым төбәк продуктына бәләкәй эшҡыуарлыҡ индергән өлөш 18 процентҡа яҡын тәшкил итә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта республикала 115 меңдән ашыу бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, шул иҫәптән 24,6 меңдән ашыу бәләкәй предприятие (микропредприятиеларҙы ла иҫәпкә алып), 86,8 мең шәхси эшҡыуар, 4,4 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй.
Республиканың бәләкәй предприятиеларында эшләүселәр һаны 230 мең кешегә яҡын. Уларҙың яртыһынан ашыуы сауҙа һәм төҙөлөш тармаҡтарында эшләй. Төп капиталға инвестициялар күләме 5,7 миллиард һум, йәғни төп капиталға республика инвестициялар күләменең 4,8 процентын тәшкил итә. Инвестицияларҙың иң күбе ауыл хужалығына һәм сауҙа тармағына (41,5 һәм 22,9 процент) тура килә. Быйыл ун айҙа бәләкәй бизнесҡа бирелгән кредиттарҙың дөйөм күләме 93 миллиард һумдан ашты. Республикала күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу (бөтә бәләкәй предприятиеларҙың 30 процентҡа яҡыны), төҙөлөш тармағы (16,7) һәм эшкәртеүсе производство (12,3 процент) предприятиелары нығыраҡ үҫешкән. Әммә бәләкәй предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә ҡағы-лышлы иҫәп системаһы камил түгел. Шуға бәйле, БР федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең территориаль органына бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы тулы статистик тикшереү методикаһын эшкәртеү һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының эшмәкәрлеге тураһында мәғ-лүмәт йыйыу механизмын эшләү бурысы йөкмәтелә. 2008 йылғы Республика программаһы сиктәрендә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы БР бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары проблемалары буйынса тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Эшҡыуарлыҡтың төп проблемалары араһында түбәндәгеләр күрһәтелде: юғары һалымдар; бюрократик процедуралар; биналарҙың булмауы, юғары ҡуртым хаҡы; закондарҙың камил булмауы; коррупция; тикшереүсе органдарҙың үҙ вазифаларын самаһыҙ ҡулланыуы; иҫкергән техника һәм технология; мәғлүмәттең етерлек булмауы. Киләһе йылда ла бәләкәй бизнес субъекттары эшмәкәрлеген алып барыуҙың яңы иҡтисади шарттарын иҫәпкә алып, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эштәре дауам ителәсәк. «Башинформ». |