Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Һорау-яуап
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Fүмер ике килмәй Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ваҡыт ағышын, ысындан да, ял-ҡойроғонан тотоп туҡтатыу әмәлдәре табылмаан. Ул хаҡта уйланабыҙмы-юҡмы, әммә hәр секунд, сыбыҡ остарынан hарҡҡан тамсы кеүек, яҙмыш беҙгә биргән ғүмерҙе алып китә тора. Дан-шөhрәт, байлыҡ-дәрәжәләр менән дә уға йылдар өҫтәү ҙә, тормош юлын ҡабаттан үтеү ҙә мөмкин түгел.
    Әҙәм балаhының ғүмере лә, уға тәбиғәт биргән көс-ҡеүәт тә, hәләт-булдыҡлылыҡ та самалы. Әммә, айырым осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, hәр сабый әсә йөрәгенән ерҙе йәмләр, уға ниндәй ҙә булһа ҡиммәттәр өҫтәр өсөн айырылып сыға. Кешенең артабан нисек йәшәүе, ни ғәмәлдәр менән ғүмер кисереүе уның шәхси тәбиғи сифаттарынан да, уны солғап алған мөхиттән дә, йәмғиәттең ул шәхескә ҡарата мөнәсәбәтенән дә тора. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр!» – тип, боронғолар, бәлки, кешеләрҙең ғөмүми яҙмышын күҙ уңында тотҡандыр.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухи ҡомартҡы төйөге Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Башҡортостан Республикаhының Дәүләт китап палатаhы» дәүләт учреждениеhы (Республика матбуғат архивы) быйыл, 19 декабрҙә, үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Ошо ваҡиға уңайынан Китап палатаhы директоры Айгөл Азат ҡыҙы УраҠаева менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
    – 80 йыл кеше ғүмеренә тиң. Шул ғүмер эсендә әҙәм балаhы бихисап hынау кисереп өлгөрә. Ә Китап палатаhының тарихы нимәhе менән әhәмиәтле?
    – Башҡорт китап палатаhы үҙ эшен республиканың Библиографик үҙәге булараҡ башлап ебәрә. Уның эшен яйға hалыуҙа тәүге директоры Мөбәрәкйән Вәсфи улы Әмиров күп көс түгә. Әммә, күп тә үтмәй, палатаны республика Үҙәк китапханаhына ҡушалар. 1930 – 1934 йылдарҙа, китапхананың бер бүлеге генә булып торған хәлдә, палата баҫма әҫәрҙәрҙең айырым фондына эйә була, хеҙмәткәрҙәр уны тулыландырыу өсөн Башҡортостанды арҡырыhынан-буйына гиҙеп сыға.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һикһән бишен тултырған йәш Йәшлек йыйҙы дуҫтарын Башҡортостан » Юбилейҙар

    Баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Йәшлек гәзитенең юбилей байрамы үтте
    Һикһән бишен тултырған йәш Йәшлек йыйҙы дуҫтарын
    «Йәшлек»тең дуҫтары бихисап икән дә баһа! Эйе, эйе, Нефтселәр мәҙәниәт һарайының тамаша залында энә төртөрлөк тә урын булманы. Аҡ тирмә милли-мәҙәни үҙәге олоһон да, кесеһен дә гәзитебеҙҙең 85 йәшлек оло юбилейы уңайынан беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға ошо күркәм залға йыйҙы.
    Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашевтың башҡарыуында халҡыбыҙҙың мәшһүр Уралы менән асылған кисәлә гәзитебеҙҙе оло байрамы менән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ҡоҙаҡаев тәбрикләне

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге кешенең рухы ла изге Башҡортостан » Хәтер

    Яңы ғына Мәндем йылғаhы аша бик ҙур күпер төҙөлөп бөтөүен, ауыл уртаhында мәсет асылыу шатлығын кисергән Ҡаранйылға ауылы халҡы мәшhүр яҡташтары, күренекле тел белгесе, бөйөк ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы (2011 йыл) лайыҡлы ҡаршылай.

    Сәйетбабалар ҙа был саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Сөнки халҡыбыҙҙың тәүге фән докторы, яҙыусы Ж. Кейекбаевтың әсәhе яғынан тамырҙары Сәйетбаба ауылына бәйле. Өләсәhе Вәхизә Сәйетбабала тыуып үҫә. Атаhы Вәли (Мөхәмәтвәли) ҡыҙын Ҡаранйылға ауылындағы белешенең улы Мырҙаҡай Фәтҡоловҡа йәрәшеп ҡуйған була. Йәштәр матур итеп донъя көтөп алып китә.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КОНДУКТОРҘАРҒА НИСЕК ЯРАРҒА? Яңылыҡтар

    Уларҙың бәғзеләре ваҡ тинлектәрҙе алыуҙан ҡырҡа баш тарта
    Ҡала транспортына ултырһаң, кондукторҙарҙың пассажирҙарға ҡарата насар мөғәмәләһе арҡаһында кәйефең ҡырылмайынса ҡалмай. Мәҫәлән, 19 ноябрь көндө иртәнсәк эшкә барыр өсөн 5-се трамвайға (1457-семе йәки 1547-се булдымы шул) «Һаҡлыҡ банкыһы» туҡталышынан «Йәштәр үҙәге»нә тиклем ултырып килдем. Өйҙән 7 һум тинлектәрҙе иҫәпләп һалып алғайным, шуны кондукторға һондом. Ул, иҫәпләп тә тормайынса, әрләшеп, тинлектәрҙе кире усыма йомдорҙо. Йәнәһе, иҫәпләүе ҡыйын. «Тинлектәр ҙә аҡса, уларҙы мин уйлап сығармағанмын, өҫтәүенә, 5-әр, 10-ар тинлектәрҙе көн һайын 10 – 50 – 100 һумдан ҡалғанын һеҙ, кондукторҙар, кире ҡайтарып бирәһегеҙ бит», – тинем, аптырап. «Бер нәмә лә белмәйем», – тип, был ҡырт киҫте. Уңайһыҙланып, тинлектәремде кире кеҫәмә тыҡтым.
    Бындай хәлгә беренсе тапҡыр юлығыуым түгел. Кондукторҙарға ваҡ тиндәр ҙә, шулай уҡ эре купюралар ҙа оҡшамай. 500 һумлыҡты һонһаң, сдача бирә алмаҫымды белеп, юрый бирәһең, тип кәзәләнәләр. Ә пассажирҙың башҡаса аҡсаһы булмаһа, ни эшләргә ҡала?
    Муниципаль ҡала транспорты предприятиеһы етәкселәре ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп, яуап бирhен ине.
    Г. Сабирйәнова.
    Өфө ҡалаһы.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Таҡыр баштар» баш ҡалҡыта түгелме? Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Быйыл Бөйөк еңеүгә 63 йыл тулды. Ошо еңеүҙе яулар өсөн беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ күпме көсөн, ҡанын түккән, киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ һәйбәт йәшәһен, тип, бөтә көсөн һалып, Еңеүҙе яҡынайтҡан. Уларҙың нимә кисергәндәрен үҙҙәре генә белә. Ошо саф, таҙа һауа, тыныслыҡ өсөн рәхмәт әйтер урынға хәҙер ҡайһы бер йәштәр фашистик идеология буйынса йәшәй. Эйе, тап шулай, бөгөн фашизмды еңгән бөйөк Рәсәйҙә «таҡыр баштар» ҡалҡа башланы. Хатта улар асыҡтан-асыҡ төрлө митингылар, съездар үткәрә һәм, иң ғәжәбе, уларға бер ниндәй тыйыу ҙа юҡ. Ә бит Интернет селтәрендәге видеолары өсөн генә яуапҡа тарттырылырға тейештәр ҙә бит...
    Әлеге мәлдә фашистик китаптар иркен һатыла. Был «кешеләр» башҡа төрлө милләт вәкилен күреү менән уны шунда уҡ үлтереп йә туҡмап китә. Бындай хәлдәр Мәскәүҙә, Санкт-Петербург, Воронеж, Мәскәү яны ҡалаларында йыш булып тора.
    1941 – 1945 йылдарҙағы һуғышта илебеҙ 27 миллионға яҡын кешеһен юғалтҡайны. Бөгөн ошо әҙәм аҡтыҡтарының ҡыланышы бөтә тарихыбыҙҙы тапау, уға төкөрөп ҡарау, мыҫҡыл итеү була түгелме һуң? Беҙҙең атай-олатайҙар ошондай киләсәк өсөн һуғышмаған бит!

    Розалия С.
    Бөрйән районы.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙе кем яҡлар? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең бала саҡ ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килеп, аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш күреп үҫтек. Бала саҡ шатлығы күрмәнек, үлмәҫ өсөн мал ашамаған аҙыҡтарҙы ашаныҡ. Етмәһә, һуғыш ваҡытында ата-әсәләрҙән күтәрә алмаҫлыҡ һалым һәм заем түләттеләр. Ваҡытында түләмәгәндәрҙе яуапҡа тарттырҙылар, йорт ҡаралтыларын тартып алдылар.
    Һуғыш башланғанда миңә биш йәш ине. Алты йәш тулғас, ике ай уҡып өлгөрмәнек, һалам ҡыйыҡлы мәктәбебеҙ янып, юҡҡа сыҡты. Бер ай самаһы буш торған ҡараңғы, һыуыҡ йортта белем алдыҡ.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Тәрбиәгә алған улыбыҙ беҙҙе «атай», «әсәй» тип йөрөтә», – ти Ҡәҙерғоловтар

    Ғаилә – үҙе бер бәләкәй генә дәүләт. Ошо дәүләттә именлек булһа, илебеҙҙә лә татыулыҡ хөкөм һөрөр, ә балалар тәрбиәләүгә яуаплы ҡараған ата-әсәләр күбәйһә, балалар ҙа етем ҡалмаҫ ине.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru