Кешене эштә һына.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Шәжәрәңде бел!
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Рәсәй Президенты Д. Медведев Указы менән Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп элек Карелия Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығын етәкләгән Игорь Алешин тәғәйенләнде.
    Игорь Викторович Алешин 1965 йылдың 22 сентябрендә тыуған. 1987 йылда Омск юғары милиция мәктәбен «Хоҡуҡ белгесе» специальносы буйынса тамамлаған. Ҡурғанда енәйәти эҙләү оперуполномоченныйы, 1990 йылдан Омскиҙа оперуполномоченный, өлкән оперуполномоченный, начальник урынбаҫары, ҡала милиция бүлектәре начальнигы, Киров округының эске эштәр идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләгән.
    1999 йылдың декабренән иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса өлкә эске эштәр идаралығы менән етәкселек итә. 2002 йылдың февралендә Омск өлкәһе эске эштәр идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2006 йылдың декабрендә Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министры вазифаһына үрләтелә.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошта, эштә, ялда – «Йәшлек» бара гел алда! Яңылыҡтар, Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Тормошта, эштә, ялда – «Йәшлек» бара гел алда!Был датаны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: 12 декабрь, 2008 йыл. Урынын һәм аныҡ ваҡытын да онотмағыҙ: Нефтселәр мәҙәниәт һарайы, 18 сәғәт.
    Семтем генә үкенес белдерәйек тә, үҙебеҙ э-э-эрәхә-ә-әтләнеп күңел асайыҡ! Бигерәк тә күңел асыр үҙебеҙҙең шә-әп йырсыларыбыҙ, йондоҙҙарыбыҙ барҙа! Фәрүәз Урманшин, Хәсән Усманов, Роберт Юлдашев, Гөлсөм Бикбулатова, Фирзинә Абдуллина, Альберт Шаһиев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Заһир Байыҡ, Нәжип Юлдашбаев, Ирек Ноғоманов, Радик Юлъяҡшин, «Ант» төркөмө, «Гәлсәр һандуғас»тар һәм башҡалар бер генә минутҡа ла бойоғорға ирек бирмәйәсәк.
    Әйткәндәй, байрамға инеү бушлай, кем теләй – барыһына ла ишек асыҡ. Тик шулай ҙа кеҫәләрегеҙҙе ҡапшап ҡарағыҙ, уның төбөндә кәмендә 278 һум 16 тин ятһын ул, сөнки байрамда ошо сама суммаға яратҡан гәзитегеҙ «Йәшлек»кә ярты йылға яҙылып та буласаҡ.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru