Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • ХӘҘИСТӘР
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Һынамыш
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «... Бер кәзәгә ҡалдырҙы...» Башҡортостан » Хәтер

    Сталин үлгәс, күренекле Мөжәүир хәҙрәт бәғзе илаған халыҡтарға: «Ник илайһығыҙ, иламағыҙ. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Сталиндың ысынында кем булғанын белерһегеҙ әле», – тип әйтеп ҡалдырған булған.
    Сәбилә ханым Сөләймәнованың «Минең Сталиным» тигән мәҡәләһе ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте. Авторға шуны ғына әйтәм: мәҫәлән, 1931 – 1937 йылдарҙа «һинең Сталиның» ҡултамғаһы аҫтында Башҡортостандан ғына ла 50 мең кеше һөргөнгә ебәрелгән, бер пуля менән (»Бер кешегә бер пулянан артыҡ әрәм итмәҫкә!») аттырылған. Шуларҙың яҡынса 40 меңләбе – башҡорт милләтенән. Был да әле – рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына. Ә рәсми булмағандары, йәғни урында уҡ бер ниндәй теркәүһеҙ-ниһеҙ атып кителгәндәре тураһында уйлай башлаһаң...

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һиңә, кеше! Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Рәхмәт һиңә, кеше!Боҙҙоң тирә-яғын балта менән сапҡыслап киңәйтеп сыҡтыҡ, яр әллә ни алыҫ түгел ине. Бер туҡтауһыҙ ҡалтыранған мәхлүкте өркөтөп ҡарайбыҙ. Урынынан да ҡуҙғалмай, тыпырсына. Күҫәк алып, артынан төртөп, этеп, манма тиргә батып, боҙға баҫтырҙыҡ. Ярҙан ер ташып, боҙҙоң тирә-яғына һипкәс, ул тороп китте.
    Ҡыш башы быйыл йылы, ҡарһыҙ килде. Был ауыл халҡына оло мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Һуғымды нисек итеп боҙмай һаҡларға, тип баш ваттылар. Ҡыштың йылы килеүе тәбиғәткә лә насар тәьҫир итте. Айыу үҙ мәлендә йоҡларға ятһа ла, йоҡа ҡарҙа кешеләр уның эҙҙәрен күргеләне. Күрәһең, уға ла ҡарһыҙ йылы ҡыш тәрән йоҡоға талырға ҡамасаулайҙыр. Бахыр ҡуяндарҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Улар тәүге ҡарҙа аҡ тун кейгәйне, ҡар ирегәс, бөтә ғаләмгә фаш булып ҡалдылар.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәләкәй һәм урта бизнес иркен тын ала Сәйәсәт, Иҡтисад

    Республиканың тулайым төбәк продуктына бәләкәй эшҡыуарлыҡ индергән өлөш 18 процентҡа яҡын тәшкил итә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта республикала 115 меңдән ашыу бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, шул иҫәптән 24,6 меңдән ашыу бәләкәй предприятие (микропредприятиеларҙы ла иҫәпкә алып), 86,8 мең шәхси эшҡыуар, 4,4 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, унан башҡа минең илем юҡ... Башҡортостан, Сәйәсәт

    Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, унан башҡа минең илем юҡ...Башҡортостандың да, Татарстандың да ныҡышмалы мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, РФ Мәғариф министрлығы һаман да төбәк компонентын ҡалдырыуға ҡәтғи ҡаршы. Эйе, РФ мәғариф министры Андрей Фурсенко ноябрҙә Ҡаҙанда үткән кәңәшмәлә: «Дәүләт мәғариф стандартына үҙгәртеүҙәр индереү тураһында ҡарар туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле йүнәлештә хәлде ҡатмарлаштырырҙай ғәмәлдәр планлаштырмай. Яңы ҡануниәт сиктәрендә лә милли мәҙәниәтте, төбәк тарихын, туған телде өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлек тә бар», – тип белдергәйне. Әммә, ни генә тип йыуатһалар ҙа, киләһе йылдың 1 сентябренән элекке мәғариф стандарттарынан милли-төбәк һәм урындағы мәғариф учреждениеһы компоненттарын алып ташлау буйынса тәжрибәләр башлау рус булмаған милләттәргә үҙ тарихын, телен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен өйрәнеү өлкәһендә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студенттарса Яңы йыл Башҡортостан, Мәғәриф

    Дүшәмбелә баш ҡаланың «Юбилейный» мәҙәниәт һарайында республика вуздарында белем алыусы студенттарҙың үҙенсәлекле осрашыуы үтте. «Яңы йыл беҙҙеңсә» тип аталды ул. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Ғафури, Йылайыр, Бөрйән райондарының студенттар берлеге ағзалары йыйылды. Тәбиғи, йәштәр йыйылған ерҙә йыр-моңһоҙ, уйын-көлкөһөҙ булмай. Шуның кеүек үк, бында һәр район студенттары үҙҙәренең Яңы йылға арналған сығышын әҙерләгәйне. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иһә иң әүҙем, иң һәләтле студент йәштәрҙе бүләкләне.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Израилдә Рәсәй кешеләре менән тулы автобустың фажиғәгә тарыуынан һуң бер аҙна ла үтмәне, Мысырҙа йәнә туристарҙы йөрөтөүсе автобус һәләкәткә осраны.
    Мәғлүмәттәр буйынса, унда төрлө илдәрҙән барыһы 40 турист була. Илдең Синай ярымутрауының көньяғында, Дахаба ҡалаһынан 10 саҡрым алыҫлыҡта туристар Иерусалимдан Шарм әл-Шәйех ҡалаһынан экскурсиянан ҡайтып килгәндә автобус түңкәрелә. Фажиғәлә 17 кешенең һаулығына зыян килгән, алты Рәсәй һәм бер Украина гражданының ғүмере өҙөлгән. Ҡала дауаханаһынан фажиғәлә зыян күреүсе 12 кешенең өсәүһе сығарылған. Ҡалған туғыҙ кешенең дүртәүһенең хәле үтә лә ауыр, тип билдәләнгән. Күҙаллауҙар буйынса, һәләкәткә һауа торошоноң насар булыуы сәбәпсе. Әммә шулай уҡ водителдең тиҙлек режимын боҙоуы ла тикшерелә.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшһеҙҙәргә кредит түләү кисектерелә Яңылыҡтар

    Был хаҡта РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путинға Рәсәй Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе Герман Греф хәбәр итте.
    Мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, кисектереү бер йылға тиклем генә бирелә. Бында, Герман Грефтың әйтеүенсә, проценттар капиталлаштырыласаҡ, «йә булмаһа һәр тәғәйен кеше өсөн түләүҙе кисектереүҙең башҡа варианты тәҡдим ителәсәк». Бынан тыш, Һаҡлыҡ банкы Ипотека торлаҡ кредиты биреү буйынса агентлыҡ гарантияһы аҫтында ипотека кредиттарын түләүгә ошондай уҡ кисектереү тәҡдим итергә әҙер. Был мәсьәлә 2009 йылдың 1 ғинуарына тиклем көйләнергә тейеш. РФ Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай мәсьәләләр, ысынлап та, кредит ойошмаһында тикшерелгән.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙекеләр – иң яҡшыһы! Яңылыҡтар

    Өфөлә Республика КВН-ы суперлигаһы үтте. Шаяндар һәм тапҡырҙар исеме өсөн БДАУ, ӨДАТУ, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалалары командалары көрәште.
    Командалар дүрт номинация – «Визитка», «Разминка», «Биатлон», «Өйгә эш» буйынса көс һынашты. Компетентлы жюри йәштәрҙең сығышына ҡәтғи һәм ғәҙел баһа бирҙе.
    Уйындар һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама ҡалаһы командаһы гран-приға лайыҡ булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы – беренсе, Башҡорт дәүләт аграр университетыныҡы – икенсе, Өфө дәүләт авиация техник университеты командаһы өсөнсө урынды яуланы. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призы – Башҡорт дәүләт аграр университетынан Ирина Рублеваға, «Иң яҡшы ир-егет роле» призы Нефтекама ҡалаһынан Денис Ғәниевҡа бирелде.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru