Күпкә китһә, сүпкә китә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Изгелектә ярышыр ай
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Пенсиялар ваҡытында киләсәк Яңылыҡтар

    Рәсәй почтаһы, ун көнлөк Яңы йыл каникулдарына ҡарамаҫтан, ғинуарҙа пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе ваҡытында һәм тулы күләмдә килтерәсәк.
    Улай ғына ла түгел, «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының республика филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Альберт Дүсәлимовтың әйтеүенсә, Пенсия фонды менән килешеп, график буйынса 1 – 3 ғинуарҙа алып барылырға тейешле пенсия һәм пособиеларҙы декабрҙә үк алырға мөмкин. 4 ғинуарҙан алып 10-ына тиклем түләнгән пенсия һәм пособиелар билдәләнгән графикҡа ярашлы таратыласаҡ. 7 ғинуарҙа алынырға тейешле пенсия ла ваҡытынан алда илтеп биреләсәк.

    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡты хыялдар тормошҡа ашҡанда Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Яҡты хыялдар тормошҡа ашҡандаКонгресс-холда Президент шыршыһы үтте. Унда 700-гә яҡын бала ҡатнашты

    Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был байрамды һәр саҡ көтөп алаһың. Яҡты хыялдарҙың тормошҡа ашырына, барлыҡ теләктәрҙең ҡабул булырына ышанаһың, унан ниндәйҙер мөғжизә көтәһең.
    Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткәрелгән Президент шыршыһы – ниндәйҙер кимәлдә ошо хыял-өмөттәрҙең тормошҡа ашыуы ул. Сөнки бала саҡта кем генә баш ҡалала Яңы йыл байрамын күрергә хыялланмай икән?! Ана бит, байрамға килгән балаларҙың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан: күҙҙәре яна, биттәрендә нур уйнай.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғаилә бюджетын дөрөҫ бүлә беләһегеҙме Иҡтисад

    Аҡсаны аҡыл менән сарыф итәһегеҙме, әллә буштан-бушҡа елгә осораһығыҙмы? Түбәндәге ҡыйын булмаған һынамыш ярҙамында бюджет менән идара итеү һәләтегеҙҙе билдәләргә тәҡдим итәбеҙ.

    1. Кибеттәр буйлап йөрөп килеүҙе «тынысландырыусы» ысул кеүек ҡабул итәһегеҙме?
    а) Әлбиттә, был бит депрессияға ҡаршы иң шәп сара! – 0 балл.
    б) Ҙур сығымдар бер ҡасан да минең кәйефемде күтәрә алмаҫ – 3 балл.
    в) Ҡайһы саҡта. Әммә билдәле бер сумманан артығын тотонмайым – 1 балл.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Шәхси гимназиялағы ата-әсәләр йыйылышында «яңы урыҫ» бик ҡаты ҡысҡырып сығыш яhай:
    – Һеҙ нимә, шуның өсөн генә минең улымды гимназиянан ҡыумаҡсыhыҙмы? Ниндәйҙер бер бәләкәй генә быяланы ватҡанғамы? Ул быяла йә директорҙың машинаhыныҡы булhа бер хәл, йә мәктәп коридорыныҡы түгел, ниндәйҙер бер ябай уҡытыусының күҙлек быялаhы ғына ла hуң, йәмәғәт...

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы йыл hынамыштары Яңылыҡтар

    l Яңы йыл кисендә яңы кейем кейегеҙ – йыл буйы яңы кейемдәрегеҙ күп булыр.
    l Йылдың беренсе көнө күңелле булhа, йыл буйы шулай буласаҡ.
    l Яңы йыл тыуғанда берәйhе сөскөрhә, бөтә йыл бәхетле буласаҡ.
    l Яңы йыл көнөндә бурыстарҙы ҡайтарырға ярамай – йыл буйы башығыҙ бурыстан сыҡмаҫ.
    l Яңы йыл төнөндә күк йөҙө йондоҙло булhа, уңышҡа.
    l Йылдың беренсе көнөндә ауыр hәм ҡара эш башҡарырға ярамай – улайhа йыл буйы бер ниндәй ялhыҙ, гел эшләргә генә тура киләсәк.
    l Яңы йыл табынығыҙ ризыҡтан hығылып торhон, өҫтәлегеҙ йыл буйына шулай мул булыр.
    Алиса ИМАНҒОЛОВА.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәк һыҙланыуы Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Мөхәббәтем! Һинең исемеңде яҙын шаулап аҡҡан йылға тауышында, һәр иртә һайраған былбыл моңонда, урман шауында, ҡаялар саңҡыуында ишеттем. Ерҙә мең төрлө кеше. Әммә минең өсөн һин берәү генә. Ҡайнар хистәремдән шашҡан кескәй йөрәгем минут, секунд һайын һинең исемеңде ҡабатлай. Алыҫ-алыҫтан, әллә ҡайҙарҙан иҫкән ел тауышында ишеттем, ергә яуған һәр ямғыр тамсыһында күрҙем мин һине. Аяҙ кистә зәңгәр күктә ҡалҡҡан йәйғор ҙа һинең исемеңде яҙып нурланды.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы нимәлә? Сәләмәтлек

    Ҡатын-ҡыҙ – донъя матурлығы, биҙәге. Улар – был ерҙә гүзәллекте булдырыусы илаһи зат.
    Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәпле, итәғәтле, сабыр, тыйнаҡ
    булған.
    Ә хәҙерге заман һылыуҡайҙары, мода артынан ҡыуабыҙ тип, клоун хәленә төштө. Был, ысынлап та, шулай. Үҙем ҡалала уҡығас, ундай «гүзәл» заттар менән йыш осрашырға тура килә. Һыра, тәмәке уларҙың тормошон күптән яулап алған.
    Бер ҡулына – шешә, икенсеһенә тәмәке тотоп, урамдан үтеп барған гүзәл затҡа ҡарап тороуы ла аяныс. Хәҙерге заман йәштәре бөтөнләй икенсе. Европа илдәренән үрнәк алып, йыртыҡ-мыртыҡ, ярымшәрә кейемдә, аяҡ-түштәрен күрһәтеп, сәстәрен ҡырҡ төрлө төҫкә буяп йөрөүҙе хуп күрәләр.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемгәлер - күңел зауығы, кемгәлер – йәшәү әмәле Яңылыҡтар, Мәҙәниәт, Башҡортостан, Иҡтисад

    Кемгәлер - күңел зауығы, кемгәлер – йәшәү әмәлеБеҙҙең Ейәнсура районында дебет шәл бәйләү ауыл ерлегендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ өсөн төп кәсеп булды. Бер ай эсендә өс-дүрт шәл бәйләп һатҡан кешенең ғаилә ҡаҙнаһына кәмендә 400 һум, шәлең ҙур ҙа, матур ҙа булһа, хатта 700 – 800 һум килеп инә ине. Шунлыҡтандыр ҙа инде беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән үҙҙәре лә, ғаилә ағзалары ла килешле кейенеп-яһанып йөрөр, өй эстәрен дә зауыҡ менән биҙәр, затлы-затлы әйберҙәр һатып алыр, мул итеп ҡунаҡҡа саҡырышыр, бүләк таратышыр ине.
    Үҙемдән алда килгән быуын өсөн яуап бирә алмайым, әммә беҙҙең быуын ҡыҙҙары – дебет шәлдең ҡонон ҡойған кешеләр. Тәпәй баҫа башлағандан шәл бәйләргә өйрәндек, тиһәм, арттырыу булыр, өсөнсө-дүртенсе синыфта уҡығанда беҙ, Байыш ауылының яртыһын биләгән Назаровтар ғаиләләренән бер тиҫтерерәк 20-ләгән ҡыҙ, теттереп шәл сите бәйләй инек инде. Ул ҡасан дәрес әҙерләргә өлгөргәнбеҙҙер, өҫтәүенә, яҡшы уҡыныҡ, әммә ике-өс көнгә бер шәл сите бәйләп һала торғайныҡ.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru