Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алсаҡлығы һәм иплелеге өлгө булырлыҡ Тормош юлдары ҡатмарлы, Башҡортостан

    1969 йылда мине күрше ауыл егете – 1944 йылғы Ишбулды Буранбаевҡа кейәүгә бирҙеләр. Миңә ни бары 17, ә иптәшемә 25 йәш ине.
    Мине оҙатып алып ҡайтҡанда бик алсаҡ, йомшаҡ һүҙле 68 йәшлек ҡәйнәм Ғәфүрә Дилмөхәмәт ҡыҙы һәм 86 йәшлек ҡайным ҡаршы алды. Был ваҡытта атайым яғынан да, әсәйем яғынан да ике олатайым һәм ике өләсәйем дә ҡайным-ҡәйнәм йәшендә һәм, йәштәрсә мал-тыуар аҫрап, донъя көтә ине.
    Ҡәйнәмдең атаһы Йылайыр яҡтарында лесник булып эшләй. Ҡәйнәм бик таҙа итеп русса һөйләшә һәм оҫта итеп рус ризыҡтарын бешерә торғайны.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңел йылыһы барыһына ла етерлек Башҡортостан

    Килен булып төшкәнемә 17 йыл инде. Ҡәйнәм-ҡайным менән 10 йыл бергә йәшәбеҙ. Ҡәйнәмдең миңә ауыр һүҙ әйткәне булманы, һәр ваҡыт ярҙам итеп, көс-ҡеүәт биреп торҙо. Әле 5 балама өгөт-нәсихәт биреп ултыра.
    Ҡәйнәм, Хәлимә Әғзәм ҡыҙы Сыңғыҙова, Баймаҡ районының Байым ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы, йәшлек йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китә, оло ҡәйнәм (ҡәйнәмдең әсәһе) биш бала менән тороп ҡала. Аслыҡ, яланғаслыҡҡа бирешмәй, илгә төшкән ауыр яҙмыш улар иңенә лә төшә. Оло ҡәйнәм өлкән ҡыҙы менән колхозда эшләй, ә минең ҡәйнәм, үҙе бәләкәй булһа ла, өйҙә әсәһенә ҙур ярҙамсы була, береһенән-береһе бәләкәй өс ҡустыһын ҡарай һәм дүрт синыф ҡына белем алып өлгөрә. Йәш сағында колхоздың бар эшендә йөрөй.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәйнәм мәктәбе Хаттар яҙҙым, Башҡортостан

    Ҡәйнәм мәктәбеШул саҡ бер сынаяҡ ҡулымдан иҙәнгә төшөп китте лә селпәрәмә килде. Ныҡ уңайһыҙланғанымды тойоптор инде, нәнәй шул саҡта ғүмерлек дәрес бирҙе. «Эй, килен, һин бер ваҡытта ла йәнһеҙ әйберҙәрҙе йәлләмә, бер сынаяҡ ватылһа, унды алырһың, һин тере йәндәрҙе йәллә, тере сағында ҡәҙер күрһәт, йығылып китһә, ҡулыңды бир, аҙаҡ үкенерлек булмаһын», – тип көйләп кенә кәңәшен бирҙе. Ошо һүҙҙәре менән ул тормоштоң тәрән фәлсәфәһен асып һалған, фани донъяның ҡәҙерен аңғартҡан, ваҡ донъя мәшәҡәттәренән юғарыраҡ булырға өйрәткән. Мин шул уҡ һүҙҙәрҙе әле балаларыма һөйләйем, нәнәйегеҙ шулай тип әйтә торғайны, тип өҫтәйем.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңеле матурҙың – эше матур Башҡортостан

    Һәр халыҡ, ғәҙәттә, тәбиғәт биргән үҙенсәлекле һәм бай талантлы, теге йәки был өлкәлә һоҡланғыс һөҙөмтәләргә ирешкән алтын ҡуллы улдарын һәм ҡыҙҙарын маҡтай. Үҙҙәренең һәләте, тырышлығы менән хөрмәт яулаған кешеләр күп арабыҙҙа.
    Үрге Йәркәй ауылынан һигеҙенсе тиҫтәһен тултырып килгән Дөһеҙиә инәй Хажиәхмәтова – нәҡ шундайҙарҙың береһе.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан робинзоны Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Башҡортостан робинзоныБелорет көҙ миҙгеленең һуңғы көндәрен үткәрһә, бында иһә ысын мәғәнәһендә ҡыш! Әсе, көслө ел метр ярымдай яуып үткән ҡар буранын уйната. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы директоры урынбаҫары Нәсир Арыҫлан улы Әлибаев халыҡ тарафынан онотолоп барған теге йәки был урындың тарихы менән таныштыра. Сәйербаш, Рәүәт йылғаһы, Шайтанатҡан ер, Саң арҡа... Ниһайәт, бына ул Собханғол ауылы ултырған ер. Трассанан 14 саҡрым ғына алыҫлыҡта булһа ла, ауылға ике сәғәт барҙыҡ. Хәҙер унда ни бары бер өй генә ултыра. Ҡасандыр үҙ мәсете, мәктәбе булған һәм йөҙ егерме өйҙән торған ауылдан иҫтәлектәр генә тороп ҡалған. Әйткәндәй, Ҡатай ырыуының Собханғол ауылына, тарихи йылъяҙмалар буйынса, тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалынған. Үкенескә күрә, үҙгәртеп ҡороу заманының шауҡымы уны ла урап үтмәй, халыҡ эшһеҙлектән һәм ғаиләләрен ас-яланғас ултыртмаҫ өсөн тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәйғор» төҫөндәге доньям Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    «Йәйғор» төҫөндәге доньямБашҡорт халҡының мәшһүр йырсыһы Мәғфирә апай Ғәлиеваның оло юбилейы икән дәбаһа?!
    Әле лә ҡаштарын һикертеп, бит остарын соҡорайтып йылмайған, оҙон ҡара толомло был ханыма кем был йәште бирһен инде? Ул һаман да шулай гүзәл, тауышы көр, кәйефе яҡшы.
    Үҙ заманында республикабыҙҙың көньяҡ төбәгендә дан ҡаҙанған маһир сәсән Хисаметдин Арыҫлановтың ейәнсәре бит ул. Ата-әсәһенең көтөп алынған ҡәҙерле сабыйы ла Мәғфирә апай. Сөнки уға тиклем тыуған дүрт бала ла тыуып тора, донъянан китеп бара. Был хәлдән тамам нимә эшләргә белмәгән Мәғрифә апай ҡыҙын ире Ильясҡа тәҙрә аша һатып бирә. Мәғфирә исемле ҡыҙыҡай теремек булып үҫеп китә, унан һуңғы балалар ҙа имен-аман тыуа, йәшәй.
    Бәләкәй сағынан уҡ йырлай Мәғфирә апай. Өйҙәренә сепарат айыртырға йыйылған ҡатын-ҡыҙ уның тәүге тамашасыһы була. Радионан Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтоваларҙың йырын тыңлап, «Ете егет», «Киленсәк», «Апаһы әйтмәй, һылыуы әйтә», «Томан», «Ата зары» (»Хисам») йырҙарын бала сағынан йырлап үҫә.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ағиҙел» журналы донъя кимәленә сыға Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала төрки телле халыҡтарҙың II әҙәби журналдар конгресы бара. Уны Евразия Яҙыусылар союзы һәм ТЮРКСОЙ-ҙың генераль дирекцияһы ойошторған. Унда «Ағиҙел» башҡорт әҙәби журналының яуаплы секретары Гөлназ Ҡотоева ҡатнаша.
    Мәртәбәле сарала Гөлназ Ҡотоева, тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап, «Башҡортостан» тигән шиғырын уҡыны. Секция сараларында ул «Ағиҙел» журналының үҫеше һәм бөгөнгө хәл-торошо тураһындағы доклад менән сығыш яһаны.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат Башҡорт Драма театрына - 75 йыл! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Салауат башҡорт дәүләт драма театры ошо көндәрҙә үҙенең яңы сәхнәһендә 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: милли театр матур юбилейын тантаналы, зауыҡлы итеп ойошторҙо. Ҙур байрам айҡанлы Салауат ҡалаһына ҡунаҡтар ҙа саҡырылды: республика һәм ҡала власы вәкилдәре, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан, Татарстандың театр эшмәкәрҙәре, етәкселәр бергә йыйылды. Бынан тыш, быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры Рәсәй, Башҡортостан буйлап ҙур гастроль турнеһын ойошторҙо, Үзбәкстан Республикаһына ла барҙы.
    Юбиляр театр коллективына республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов та ҡотлау сәләме ебәрҙе. Уның ҡотлауында: «Был йылдар эсендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры башҡорт театр сәнғәтендә милли колоритты донъя театры менән тәбиғи рәүештә бәйләгән данлыҡлы лидерға әүерелде», – тигән һүҙҙәр бар.
    Юбилей йылын театрҙың сираттағы премьераһы – билдәле башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаевтың «Ете ҡыҙ» тарихи драмаһы тамамланы.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru