Йомоҡ күҙеңә көн төшөрмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Яңылыҡтар
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • Тәмле
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Президент Указдары Башҡортостан

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республикала Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға РФ Президентының «Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығын байрам итеү тураһында»ғы Указына ярашлы һәм башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә тос өлөш индереүен күҙ уңында тотоп ҡул ҡуйылды.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Латвияның Вентспилс тимер юлы станцияһында йөк ташыусы составтың ҡапыл туҡтауы һөҙөмтәһендә яғыулыҡ тейәлгән бер нисә цистерна рельстарҙан тайпыла һәм вагондарға ут тоҡана.
    Ҡотҡарыусыларҙың һүҙҙәре буйынса, фажиғәлә кәмендә бер кеше һәләк булған, әммә уның шәхесе әлегә асыҡланмаған. Поездың машинисы һәм уның ярҙамсыһы хәбәрһеҙ юғалған. Янғынды һүндереүгә 14 янғын һүндереү бригадаһы һәм ике янғын һүндереү поезы йәлеп ителгән. Юғары температура арҡаһында янғын һүндереүселәр ут янына 50 метрҙан яҡын килә алмаған.
    Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғын һүрелә башлаған һәм оҙаҡламай тулыһынса һүндереләсәк.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Конституция - тере организм ул! Сәйәсәт

    Һәр бер тере организмды йәшәтеүсе, уға көс биреүсе йөрәк булған кеүек, тотош илдең дә ҡоролошон, ундағы йәшәү тәртибен билдәләүсе документ бар – ул да булһа Конституция. Быйыл Башҡортостан Республикаһының Төп Законын ҡабул итеүгә 15 йыл тула. Республикабыҙҙың төп документының юбилейы уңайынан уның ил тормошондағы мөһим ролен билдәләү маҡсатында Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты деканы, юридик фәндәр кандидаты Альберт Сафуат улы Ҡормановҡа мөрәжәғәт иттек.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән! Хәтер, Юбилейҙар

    Хөрмәтле ватандаштар!

    Быйылғы йыл – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы өсөн юбилей йылы. Ун биш йыл элек беҙҙең Төп Закон ҡабул ителде.
    Киҫкен үҙгәрештәр осоронда республиканың Рәсәйҙең сәйәси тотороҡло һәм иҡтисади үҫешкән төбәге, хоҡуҡи дәүләт булараҡ аяҡҡа баҫыуы өсөн Конституция легитим нигеҙ һала.
    Ул кешеләрҙең һәм граждандарҙың азатлығын һәм хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙә юғары халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Уның нигеҙендә заманса дәүләт власы органдары формалаша, урындағы үҙидаралыҡ камиллаша, ҡануниәттең үҫешкән системаһы булдырыла.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    3 көндән - подписка тамамлана!!! Яңылыҡтар, Иғтибар

    Кемдәр киләһе йылдың тәүге яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылмаған – ашығығыҙ. 25 декабрҙә подписка тамамлана.

    Ҡуйсы әле, борсолмағыҙ,
    Бирелмәгеҙ аһ-зарға.
    Ҡыуанып йәшәй белегеҙ,
    Донъяла «Йәшлек» барҙа!

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыл хужалығы етештереүселәрен хәстәрләп Башҡортостан

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, аграр секторға ауыл хужалығы техникаһын һәм эшкәртеүсе ҡорамалдар һатып алыуға бюджет субсидияһы менән генә түгел, ә етештергән продукцияһын һатыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу юлы менән дә ярҙам күрһәтеләсәк, тип хәбәр итте Өфөнөң «Колхоз баҙары» сауҙа комплексында асылған яңы ит павильонын ҡарағанда.
    – 2009 йылда ауыл хужалығы етештереүселәренә һатыу урындары бушлай биреләсәк баҙарҙар төҙөләсәк. Үҙҙәрендә етештергән продукцияларын алып килеп һата алһын өсөн бөгөн Өфөлә генә 50 гектар тирәһе ер майҙаны ауыл етештереүселәренә тәғәйенләнгән сауҙа комплекстары төҙөү өсөн биреләсәк. Республика халҡының 40 проценттан ашыуырағы ауыл ерендә йәшәй һәм ал-ял белмәй эшләй. Ауыл йәшәгәндә, ҡала ла, республика ла, Рәсәй ҙә йәшәйәсәк, – тине ул сығышында, республика Президентының һүҙҙәрен ҡабатлап.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс улыбыҙ - өс таған! Башҡортостан, Милли проекттар

    Өс улыбыҙ - өс таған!Нуриман районының Иҫке Исай ауылында йәшәүсе Ләйсән hәм Илмир Ғәләүетдиновтарға бәхет йылмайғас та йылмайған инде – уларҙың бынамын тигән өс улы үҫеп килә! Бер-береһенә оҡшап ҡына торалар бит әле үҙҙәре, иң ҙурыһы – Алмас 15 йәштә, Илназ ун йәшен ҡыуалай, ә инде иң иркә, төпсөк малай Азамат дүрт йәштә. Бер-береһенә өс таған булып, гөр килешеп йәшәп яталар.
    Илмир ҙа, Ләйсән дә Иҫке Исай ауылында тыуып үҫкән. Ҡала яҡында ғына булһа ла, ауылда төпләнеп йәшәүҙе хуп күрә улар. Ләйсән һөнәре буйынса кондитер булһа ла, әлегә мәктәптә лаборант булып эшләй. Ә инде ғаилә башлығы күптән түгел генә «Газ – Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә слесарь һөнәрен үҙләштерә башлаған. Ауылда йәшәгәс, мал-тыуарһыҙ булмай, әлбиттә. Fәләүетдиновтар уларҙы күпләп үрсетә, ҡураларында ат та, һыйыр ҙа, башҡа ваҡ мал да бар.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент малсылыҡ комплексының эше менән танышты Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Республика башлығы Мортаза Рәхимов шәмбелә эш сәфәре барышында Өфөнөң Калинин районы Максимовка ҡасабаһындағы «Максимовка сусҡасылыҡ комплексы» ауыл хужалығы предприятиеһының эше менән танышты.
    Комплекс «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проектында ҡатнаша. Ул производство биналарын модернизациялағандан һуң ноябрҙә файҙаланыуға тапшырылған.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru