Күрексенең туны юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Енәйәт һәм яза
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эсеуемде тайшлайым Яны тормош башлайым. Тормош юлдары ҡатмарлы, Хикәйә

    Йәзиләнең башы сәнсеп ауыртып, тамағы кибеп уянды. Үҙенең өйҙә япа-яңғыҙ ятыуын аңланы, әммә торорға һис хәле юҡ. Ә бит бер нисә сәғәт элек кенә уға ҡайһылай күңелле ине. Шешәләш дуҫтары менән, уның һуңғы тоҡ картуфын көмөшкәгә әйләндереп, бик «матур» итеп байрам иттеләр.
    Утыҙҙы уҙған ҡатын, нисек кенә тырышмаһын, ҡасан йоҡлап киткәнен дә, бергә эскән дуҫ-иштәренең нисек таралышҡанын да иҫенә төшөрә алманы. Башын ҡалҡытып, өҫтәлгә күҙ һалды. Ҡатҡан икмәк һыныҡтары, буш консерва һауыты һәм һуғандан башҡа ризыҡ күренмәй. Ярай, исмаһам, банка менән һалҡын һыу ҡалдырғандар. Йәзилә уны ике ҡуллап эләктереп алды ла, йотлоғоп-йотлоғоп һыуҙы һемерҙе. «Ҡайһылай рәхәт булып китте, һыу эскәс. Берәйһе килеп, тағы башты ла төҙәттерһә икән», – тип уйлап алды үҙенсә.

    авторы: admin | 20 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Яңы урыҫ» эргәhенә таныш түгел егет килә лә:
    – Беҙ hеҙҙең менән икәүләшеп бер бик ҙур эште башҡарып сығып, икебеҙ ҙә 500 мең доллар аҡса отасаҡбыҙ, – ти.
    – Бик ҡыҙыҡ. Нисек итеп? – тип ҡыҙыҡhына ир.
    – Минең белеүемсә, hеҙ ҡыҙығыҙға бирнә итеп миллион доллар бирмәксеhегеҙ икән.
    – Шунан?
    – Бына шул, мин уны бер-ике айға ярты хаҡҡа алып торорға уйлайым, – тигән егет.

    авторы: admin | 20 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыш бабай төрлө илдәрҙә төрлө ҡиәфәттә була hәм уларҙы төрлөсә атайҙар. Яңылыҡтар, Ғәләмәт донья

    Инглизсә hөйләшкән илдәрҙә – Англияла, АҠШ-та h. б. – уны Санта-Клаус тип атайҙар. Ҡиәфәте менән ул беҙҙең Ҡыш бабайға оҡшаған. Ҡыҙыл тунда, бүректә hәм кейеҙ итектә йөрөй. Ә бына Австралия Санта-Клаусы тунда йөрөй алмай, сөнки унда Яңы йылды йәй уртаhында ҡаршылайҙар.
    Франция Ҡыш бабайы Пер Нораль исемле. Ул ап-аҡтан кейенгән була.
    Монголияла иhә Ҡыш бабай йөнтәҫ тун кейгән көтөүсе ҡиәфәтендә.
    Вьетнамдар Яңы йыл төнөндә бер-береhенә сәскәгә беркетелгән персик ботағы бүләк итә hәм төн буйы усаҡ янында әкиәттәр hөйләй.

    авторы: admin | 20 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Грипп нимәнән ҡурҡа? Сәләмәтлек

    Реклама бик күп дарыуҙы, шул иҫәптән аспиринды грипҡа ҡаршы сара булараҡ тәҡдим итә. Әммә уның вирусын үлтерә торған берҙән-бер дарыу – ремантадин. Ҡалғандары иһә сирҙе килтереп сығарыусы вирусты үлтермәй, бары тик температураны төшөрөргә, тән һәм баш ауыртыуын баҫырға ғына ярҙам итә. Ә аспиринға килгәндә, ул киҙеү ваҡытында тамырҙарҙың үткәреүсәнлеген арттыра һәм ошоға бәйле көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтерергә мөмкин. Шуға уны ҡулланмаҫҡа кәрәк.

    авторы: admin | 20 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек Яңылыҡтар

    15 декабрҙә Өфөлә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың IsraeI Aerospa Industries корпорацияһына ингән Bedek Аviаtion Group (Израиль) фирмаһы делегацияһы менән эш осрашыуы булды. Делегацияға фирманың генераль директоры һәм корпорацияның вице-президенты Дени Клейман әфәнде етәкселек итә.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең вокзал төбәктә иң яҡшыһы буласаҡ Башҡортостан

    Беҙҙең вокзал төбәктә иң яҡшыһы буласаҡ
    Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, үҙ вазифаһына тәғәйенләнгәс, Волга буйы федераль округы субъекттары буйлап танышыу сәфәре яһап, Башҡортостанда июнь айында булып киткәйне инде. Кисә ул беҙгә икенсе тапҡыр килде. Сәфәренең маҡсаты – республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле менән танышыу, һөйләшеүҙәрҙә һәм сәнәғәт, социаль объекттарҙы асыуҙа ҡатнашыу ине.
    Көндөң беренсе яртыһында Григорий Рапота республика етәкселеге менән бергә Стәрлетамаҡтың «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булып, ундағы цемент производствоһы менән танышты. Юғары ҡунаҡ менән БР Президенты Мортаза Рәхимов «ГайдельбергЦемент» немец фирмаһы етәкселеге менән осрашып, холдинг менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ҠОТ ОСҠОС ФАЖИҒӘ

    Израилдең Эйлат ҡалаһы эргәһендә пассажир автобусының юл-транспорт фажиғәһенә тарыуы һөҙөмтәһендә 30 кеше һәләк булған, тағы ла 21 кеше йәрәхәтләнгән.
    Автобуста Санкт-Петербург ҡалаһының туристик фирмалары вәкилдәре ил менән танышыу сәйәхәтенә сыҡҡан була. Юлдың ҡатмарлы өлөшөндә автобус трассанан ситкә тайпыла һәм, бер нисә ҡат әйләнеп сығып, 80 метрлыҡ бейеклектән ҡолай.
    Ҡотҡарыу эштәрен алып барыусы Израиль оператив хеҙмәтенең мәғлүмәте буйынса, автобуста бөтәһе 51 кеше була: 49 – Рәсәй һәм 2 Израиль кешеһе. Фараздар буйынса, юл-транспорт фажиғәһенә водителдең тиҙлек режимын боҙоуы сәбәпсе булыуы ихтимал.
    РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ашығыс психологик ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың туғандары менән Як-42 самолетында Израилгә осто.
    Әйткәндәй, республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов Санкт-Петербург губернаторы Валентина Матвиенкоға төньяҡ баш ҡала граждандарының Израилдәге фажиғәле үлеменә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең депутаттар коллегаларын төҙәтте Яңылыҡтар

    Беҙҙең парламентарийҙар үҙҙәренең 16 декабрҙә үткән ултырышында РФ Дәүләт Думаһы тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән «Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында» Федераль закон проектының 8-се проектының 5-се өлөшөнә төҙәтмәләр индереү тураһында ҡарар ҡабул итте.
    Дөйөм алғанда Федераль закон проектын хуплап, Башҡортостан парламентарийҙары Думалағы коллегаларына уның камил булмауын күрһәтте һәм киң мәғлүмәт сараларында баҫтырыу өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең килеме һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәттәр биреү тәртибен регламентлаусы норманы аныҡлауға йүнәлтелгән төҙәтмә индерҙе.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru