Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өс һөйләм менән
  • Илдә булмаған ат
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көҙгө сессияға йомғаҡ яһалды Яңылыҡтар

    16 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйыл һуңғы – туғыҙынсы ултырышы булды. Республика парламенты ултырышында БР Президенты М. Рәхимов ҡатнашты.
    Ултырыш башында үткәрелгән «Хөкүмәт сәғәте» «Республика иҡтисадының реаль секторы эшенең тотороҡлоғон тәьмин итеү һәм финанс көрсөгө шарттарында халыҡ алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан тормошҡа ашырылған саралар тураһында» тигән темаға арналды. Был мәсьәлә буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев сығыш яһаны.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    М. РӘХИМОВ: «2009 йыл Башҡортостанда йәштәрҙең инициативаларын хуплауға арналасаҡ» Башҡортостан » Милли проекттар

    М. РӘХИМОВ: «2009 йыл Башҡортостанда йәштәрҙең инициативаларын хуплауға арналасаҡ»
    15 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов Президент Советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2008 йылдың йомғаҡтары тикшерелде, шулай уҡ 2009 йылда дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу пландары ҡаралды.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлә-көлә «Һәнәк» килә Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Һәнәк» йылмайыуҙары

    Һәр саҡ һеҙгә көлә-көлә
    Килә «Һәнәк» дуҫығыҙ.
    Уның менән күрешергә
    Ҡысып торһон усығыҙ.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хат ташыусылар һәр яҙылыусыға ҡарата иғтибарлы булырға тейеш Яңылыҡтар » Иғтибар

    Подписка буйынса селектор кәңәшмәһендә уларға шундай бурыс ҡуйылды

    2009 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға теүәл бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды. «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының республика филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығында кисә үтеп барған йылда подписка мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһе үтте. Унда был мөһим кампанияның яҡынса йомғаҡтары, подписканы уңышлы тамамлау өсөн йәлеп ителгән структураларҙың эшен әүҙемләштереү тураһында һүҙ барҙы.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Арҙаҡлы Хафиз-комиссар Башҡортостан » Хәтер

    – Хафиз Ҡушаев халҡы өсөн янып торған кеше булған, уның тураһында яҡты иҫтәлек өлкән быуын хәтерендә яҡшы һаҡлана ғына түгел, йәш быуын да уның тураһында белә һәм тормош юлын өйрәнә, – тип һөйләне Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишин, Күҙәш урта мәктәбендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улына арналған мемориаль таҡтаташты асҡан саҡта

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Филология фәндәре докторы, профессор Ғәли Ғәли улы СӘЙЕТБАТТАЛОВҠА – 80 йәш
    Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы
    Грамматиканың төп һәм иң ҡатмарлы бүлеге – синтаксис грекса «сюнтаксис», башҡортса «төҙөү» тигәнде аңлата.
    Һүҙҙәр араһындағы бәйләнеште һәм һөйләм төҙөлөшө закондарын өйрәнеүсе был фән менән шөғөлләнеүсе ғалимдар күп булған һәм улар әле лә бар.
    Мин, уҡытыусы булараҡ, уларҙың дәреслектәре менән күптән ҡыҙыҡһынам. Юғары кимәлдә яҙыусы авторҙар Ҡ. Әхмәров, Ә. Фәтихов, Ә. Аҙнабаев, Ф. Абдуллинаның хеҙмәттәрен эшемдә файҙаланам. Әлбиттә, һәр ғалимдың бында үҙ табышы, асышы бар. Улар һөйләмдә һүҙҙәрҙең бер-береһенә бәйләнеү закондарының айырым яҡтарын һәм һөйләмдең ҡайһы бер төрҙәре тураһында ғына яҙа. Әммә Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың грамматиканың синтаксис бүлеге буйынса хеҙмәттәре тамамланғанлығы һәм бөтөнлөгө менән айырылып тора. Ул тәүгеләрҙән булып башҡорт теле грамматикаһының синтаксис бүлеген фәнни нигеҙләп, тәртипкә килтерҙе һәм төп автор булып китте.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башланған эш – бөткән эш: конкурстан барыһы ла ҡәнәғәт Башҡортостан » Юбилейҙар

    Гәзитебеҙ биттәрендә ике йыл дауам иткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика әҙәби конкурсы тамам
    Башланған эш – бөткән эш: конкурстан барыһы ла ҡәнәғәт
    Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡәләм оҫтаһы Рәшит Солтангәрәевтың арабыҙҙан китеүенә һигеҙ йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Уның әҫәрҙәре – юғары художество өлгөһө, халыҡсан, кинәйәле, шул уҡ ваҡытта сағыу, үткер теле менән айырылып тора. Авторҙың хикәйәләре һәм повестары – изгелек, яҡтылыҡ сығанағы, рухиәтебеҙ көҙгөһө. Уларҙа – тыуған яҡ тойғоһо, ә уның аша йәшәү, мөхәббәт, кешелек кеүек төшөнсәләрҙең тәрән мәғәнәһен аңлау килә.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Моңдонъя Мәҙәниәт

    Бындай йырҙар әсир итмәй булмаҫ!
    Моңдонъя
    БолгариЯныҢ Албена, Добрич сәхнәләрендә яңғыраған «Fилмияза» башҡорт халыҡ йырын ишетеп, ХIII халыҡ-ара «Өмөттәр, таланттар, оҫталар» йәш музыканттар конкурсында ҡатнашыусылар, тамашасылар, жюри ағзалары бер ни тиклем албырғап ҡала, hиҫкәнеп китә. Был нимә? Операмы?! Әллә берәй операнан ариямы?! Рәсәйҙең киң ҡоласында Башҡортостан тигән моңло төбәк бар икәнен бик күп Европа халҡы белеп бөтмәй шул. Шуға күрә итальян операларын тыңлап өйрәнгән тамашасыла Заhир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияhының II курсында йыр бүлегендә (Миләүшә Мортазина класы) уҡыған Диләрә Иҙрисованың аңлашылмаған телдә, өндәрҙә моңло йыр башҡарыуы ғәжәпләнеү тойғоhо уята. Болгарияның билдәле йырсыhы Александрина Милчева килеп, йәш йырсы менән яҡындан таныша. Уны бигерәк тә башҡорт халыҡ йырындағы мелизм ҡыҙыҡhындыра.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru