Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәҙистәр
  • Октябрь
  • Хорау-яуап
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Йәшлек» – үҙебеҙҙең гәзит!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    Миңзиә Насип ҡыҙы Сәлихова! Бына кем ул беҙҙең бәхетле уҡыусыбыҙ. «Йәшлек» гәзитенең юбилейы айҡанлы Нефтселәр мәҙәниәт һарайында гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторолған лотереяның төп призы тап уның ҡулдарына барып эләкте.
    – «Йәшлек» гәзите менән һәр ваҡыт бергә булыу – үҙе оло бәхет. Өҫтәп телевизор ҙа бүләк итеүҙәре – икеләтә ҡыуаныс. Шатлыҡ тойғоларымды һүҙҙәр менән генә әйтеп бирерлек тә түгел, – тип бәхетле йылмая еңеүсе.
    Миңзиә Насип ҡыҙы үҙе Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылынан, әле Өфөлә йәшәй икән. Хеҙмәт ветераны. Оҙаҡ йылдар элемтә өлкәһендә, аҙаҡ БДУ-ның профилакторийында эшләгән.
    – Бүләккә ейәнсәрҙәрем ҡыуаныр инде. Улар ҙа бит «Йәшлек»те яратып уҡый. Ҡалала үҫһәләр ҙә, ейәнсәрҙәремдә милли үҙаң тәрбиәләнгән, Аллаға шөкөр, мин шуға шат. Әлбиттә, йәштәр баҫмаһының бында әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бер йылда ла «Йәшлек»тән айырылғаным булманы, быйыл да яҙылдым, киләһе йылдарҙа ла яҙыласаҡмын, Алла бирһә. Гәзит кенә йәшәһен, сыға торһон, дәрте һүрелмәһен. «Йәшлек»те сығарыусыларға ла, гәзит уҡыусыларға ла бөтмәҫ илһам, ижади уңыштар теләп ҡалам. Күберәк яҙылайыҡ, алдырайыҡ, уҡыйыҡ, башҡорттар! «Йәшлек» үҙебеҙҙең гәзит бит!

    Айгиз Сафин яҙып алды.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек», һиңә «бишле» ҡуям! Мәҙәниәт

    «Йәшлек», һиңә «бишле» ҡуям!
    Хәҙер тамашалар күп. Көн һайын тиерлек йә берәй премьера, фестиваль, йә юбилей кисәһе, йә гала-концерт булып тора. Сәнғәт буйынса белем алғанлыҡтан, бындай кисәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышам. Йөрөйөм, ҡарайым, сағыштырам. Шулай «Йәшлек» гәзитенең Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән юбилей байрамына килеп эләктем. Иң тәүҙә, әлбиттә, тамашасыларҙың күплеге хайран итте. Ошо уҡ кистә бүтән урындарҙа ла бер нисә мәҙәни сара үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, тап Нефтселәр мәҙәниәт һарайына ҡала халҡы күпләп ағыла ине. Икенсенән, концерт-шоуҙың оҫта, матур, еренә еткереп алып барылыуы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Бында режиссерҙың, сценарий авторҙарының ижади маһирлығы күренеп тора. Бына тигән алып барыусылар, халыҡ араһында дан-шөһрәт ҡаҙанған артистарҙың саҡырылыуы тамашасыларға онотолмаҫлыҡ ял минуттары, ысын байрам тәьҫораттары бүләк итте.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Күңелкәйҙәр генә ҡартайманы...» Башҡортостан » Юбилейҙар

    Тәүҙә «Ленинсы», аҙаҡ «Йәшлек» гәзитендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ – хеҙмәт ветераны
    Өмәмә Сабит ҡыҙы
    ҒАРИФУЛЛИНАНЫ

    күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡоростай сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәр ваҡыт юлдаш булһын Һеҙгә.
    Ҡотло булһын һеҙҙең байрамығыҙ,
    Ғүмерегеҙ үтһен шатлыҡта.
    Йәшәһәгеҙ ине ауырымайса,
    Һис тә бирешмәйсә ҡартлыҡҡа.

    Ауырлыҡтар бер ҙә кисермәгеҙ,
    Ҡыйынлыҡтар бер ҙә килмәһен.
    Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә шатлыҡ нуры
    Балҡып торһон, мәңге һүнмәһен.


    Иң ихлас ҡотлауҙар һәм теләктәр менән – «Йәшлек»тәр.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Роберт Юлдашевтың концерты буласаҡ Мәҙәниәт

    Роберт Юлдашевтың концерты буласаҡ
    Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында виртуоз ҡурайсы, Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар конкурстарында, Октябрьскийҙа үткән Ҡурай байрамында гран-при яулаусы, В. Андреев исемендәге Бөтә Рәсәй халыҡ ҡоралдарында уйнаусылар һәм «Төрксой» халыҡ-ара музыканттар конкурстары лауреаты Роберт ЮлдашевТЫҢ концерты буласаҡ. Ошо уңайҙан уның менән ҙур булмаған әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Спорт Яңылыҡтар » Спорт

    Рәсәй биатлонсылары хайран ҡалдыра
    Спорт
    Биатлон буйынса донъя кубогының икенсе этабы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн бик уңышлы үтте. Эстафетала улар ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. Башта ир-аттар этап буйынса лидерлыҡты ҡулынан ысҡындырмай, финиш һыҙығына тиклем уңышлы сығышы менән икенсе урын алған Австрия биатлонсыларын ике минутҡа артта ҡалдырып, алтын миҙал яуланы. Ғөмүмән, Австрия командаһы үҙ тарихында тәүгә ошондай ҙур уңышҡа иреште. Өсөнсө баҫҡысҡа иһә Украина спортсылары күтәрелде.

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ауырыу – шәфҡәт туташына:
    – Мин йәшәйәсәкменме?
    – Хәҙер һеҙҙе профессор ҡараясаҡ, ул бөтәһен дә әйтер.
    – Профессор әфәнде, мин йәшәйәсәкменме?
    – Һуң, ауырыу, ниңә һеҙгә ул тиклем мәшәҡәттәр?

    авторы: Нур | 18 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беларусь» ал, шарттар бар! ---

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев БР Хөкүмәтенең элегерәк ҡабул ителгән бойороғона үҙгәрештәр индереү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
    Бойороҡтоң яңы тексына ярашлы, лизинг предметы (трактор йәки башҡа техника) хаҡы ауыл хужалығы һәм ҡорамалдары һатып алынған хаҡтың ни бары 40 процентын тәшкил итәсәк. Йәғни хәҙер ауыл халҡына техника хаҡының ҙур өлөшө (60 проценты) компенсацияланасаҡ. Мәҫәлән, «Беларусь 82.1» тракторы өсөн айлыҡ түләүҙәр 3 мең һум тәшкил итәсәк.
    Тәүҙәрәк ауыл халҡы техниканың тулы хаҡын уңайлы шарттарҙа һәм оҙайлы ваҡытта түләйәсәк, тип планлаштырылғайны. Мәҫәлән, завод хаҡы 633 мең һумлыҡ «Беларусь 82.1» тракторын алғанда тәүге иғәнә 57 мең һум (дөйөм хаҡтың 9 проценты) тәшкил итер ине. Унан һуң алты йыл буйы квартал һайын 24 мең һум самаһы аҡса түләргә кәрәк ине.
    «Әммә кварталға 24 мең һум ауыл халҡы өсөн аҙ түгел», – тип яҙылған Хөкүмәт сайтындағы Премьер-министр почтаһына Бишбүләк районынан килгән хатта.
    Хәлде ентекле өйрәнгәндән һуң Раил Сарбаев шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандарға ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауҙы күҙ уңында тоторға ҡушты. Техниканы лизинг нигеҙендә тапшырыуҙың был схемаһы ауыл халҡы өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы менән айырылып тора.
    БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Яуығыҙ ҡарҙар күберәк! ---

    Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
    Ниһайәт, ҡыш етте, йәмәғәт! Тирә-яҡ аҡҡа бик үк төрөнмәһә лә, аҙ-маҙ ҡар яуып, ҡабат иремәгәс, өҫтәүенә, һиҙелерлек һыуытҡас, ауыҙ асып, ҡыш етте, тип әйтергә хаҡыбыҙ бар. Юҡһа ҡышты көтә-көтә көтөк булып бөттөк түгелме?! Яңы йыл байрамын ҡарһыҙ ҡаршы ала яҙҙыҡ бит.
    Шулай ҙа ҡыш етте тип иркен һуларға иртәрәк әле. Ни тиһәң дә, синоптиктар һаман да ысын ҡыш вәғәҙәләргә ашыҡмай. Бөгөн, мәҫәлән, елдең төньяҡтан иҫеүенә ҡарамаҫтан, термометр 9,7 градус һыуыҡты күрһәтә, күк йөҙө урыны менән болотло булһа ла, ҡар яумаясаҡ. Ғөмүмән, ял көндәренәсә һауа торошо үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бары тик ел йүнәлешен үҙгәртәсәк, ҡояшлы һалҡын көндәр торасаҡ һәм һауа температураһы бер-ике градусҡа йә һыуытасаҡ, йә йылытасаҡ. Ә бына киләһе аҙна башынан болотло көндәр тыуасаҡ һәм ҡар яуасаҡ, тип тынысландыра беҙҙе гидрометеорология хеҙмәте. Ел йүнәлеше лә бит көнбайышҡа күсәсәк. Йәйен көнбайыш еле ямғыр килтергән кеүек, ҡышын да ҡар яуҙырыр тип өмөтләнәйек, дуҫтар! Яңы йыл алдынан ер өҫтөндә ҡар бабай әүәләрлек тә ҡар ятмаһа, ни хәл итмәк кәрәк. Тирә-яғыбыҙ ап-аҡ төҫ алһын, Ҡыш бабай ҙа ашҡынып килеп етһен тиһәк, ҡар яуыуын теләйек!

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru