Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Бәхетле инәй
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөгөнгө заманға ауаздаш Башҡортостан

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 177 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара ғилми ғәмәли кәңәшмә үтте
    Кәңәшмәне асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашты. Илдус Ғөбәйҙулла улы БР Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көрсөккә ҡаршы Яңылыҡтар

    Республика Хөкүмәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә көрсөккә ҡаршы штабтың тәүге ултырышы үтте. Унда донъялағы финанс көрсөгө осоронда Башҡортостан иҡтисадының реаль секторына ярҙам күрһәтеү саралары планы тикшерелде.
    – Ярҙам күрһәтеү буйынса саралар аҡса бүлеү менән генә сикләнергә тейеш түгел, иң элек республика предприятиеларының продукцияһын һатыу менән бәйле мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тип билдәләне Раил Сарбаев. Премьер-министр әйтеүенсә, әле химия, автомобилдәр эшләү, металлургия тармағы һәм ҡайһы бер башҡа предприятиелар үҙ продукцияһын һатыуға бәйле ҡыйынлыҡтар кисерә

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Власть һәм партия – бер үк түгел Яңылыҡтар

    Ошо көндәрҙә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе төбәк бүлексәһенең ултырышы үтте. Унда фирҡәнең яңыраҡ булған Х съезының һөҙөмтәләрен, сығарылған ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләрҙе тикшереү ҡаралғайны.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Рәсәй байрамды лайыҡлы ҡаршылай» Яңылыҡтар

    12 декабрҙә Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында РФ Конституцияһы ҡабул ителеүҙең 15 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов етәкселегендә Башҡортостандан да делегация ҡатнашты.
    Конференцияла ҡатнашыусылар алдында РФ Президенты Д. Медведев сығыш яһаны. Дәүләт башлығы Конституция ҡабул ителеүҙең Ватан һәм донъя өсөн мөһим әһәмиәтле булыуын, заманында халыҡтың «социаль дәүләт, хоҡуҡтың юғары абруйы һәм бойондороҡһоҙ суд, федерализмды һәм урындағы үҙидараны үҫтереү файҙаһына» сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеү юлын һайлауын билдәләп үтте.
    Башҡортостан Президенты М. Рәхимов фекеренсә, Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителеүҙең 15 йыллығы – илдең яңы тарихында иҫтәлекле дата.
    – Башҡортостандың, тотош Рәсәй кеүек үк, был байрамды тыныслыҡ һәм йәмәғәт татыулығы шарттарында ҡаршылауы ҡыуаныслы. Хеҙмәт, милләт-ара хеҙмәттәшлек һәм граждандар тыныслығы – Конституцияның төп положениеларын тормошҡа ашырыу, кешеләрҙең лайыҡлы тормошон тәьмин итеү юлдары бына ошо, -- тине республика башлығы.
    БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    АЙ-ҺАЙ, СИБӘР ҘӘ ИНДЕ БЕҘҘЕКЕЛӘР!

    «Донъя һылыуҡайы – 2008» конкурсының финалында Рәсәй ҡыҙы Ксения Сухинова Һиндостан, Ангола, Тринидад һәм Тобаго ҡыҙҙарын артта ҡалдырып, еңеү яуланы.
    Конкурстың рәсми сайтындағы мәғлүмәттәр буйынса, донъя һылыуҡайын билдәләүсе конкурстың телетрансляцияһын ике миллиардтан артыҡ кеше ҡараған. Был да үҙенсәлекле рекорд.
    Финалға әҙерлек Көньяҡ Африка Республикаһының Йоханнербург ҡалаһында үтә, шунда уҡ финал да ойошторола.
    Ксения Сухинованың еңеүе рәсәйҙәр өсөн футбол йыйылма командаһының көтмәгәндә еңә башлауы кеүек тәьҫир итте.
    «Донъя һылыуҡайы – 2008» конкурсында Һиндостандың иң сибәр ҡыҙы беренсе вице-мисс исемен яуланы, ә инде өсөнсө урынды Тринидад һәм Тобагоның вәкилдәре яуланы.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ут ҡорбандары кәмемәй Яңылыҡтар

    25 ноябрҙә Илеш районының Иҫке Татыш ауылында ҡот осҡос фажиғә булды. Төндә ағас йортта ут сығып китә. Ауылдаштары янғынды күргәндә, ут инде веранда менән түбәне солғап алған була. Улар шунда уҡ янғын һүндереү хеҙмәтенә шылтырата. Үҙҙәре тәҙрә аша инеп ҡарарға итә, әммә ҡуйы төтөн форсат бирмәй. Ә бер аҙҙан иһә йорттоң түбәһе емерелеп төшә... Килеп еткән янғын һүндереүселәр утты һүндергәндән һуң, йорт эсенән хужабикәнең, уның улының, килененең һәм ике баланың мәйетен алып сығалар. Балаларҙың өлкәненә – 12, ә кесеһенә ни бары 8 йәш булған

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ана, башҡорттарҙан үрнәк алығыҙ!» Мәҙәниәт

    Шулай тине жюри рәйесе беҙҙең сығыштан һуң
    «Ана, башҡорттарҙан үрнәк алығыҙ!»
    – Һуңғы өс йыл эсендә генә был инде беҙҙең етенсе ҙур еңеү! – тине ҡыуанысын йәшерә алмай БР Халыҡ инструменттары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин. – Үҙемдең коллективыма, һәр ваҡыт беҙгә ярҙам иткән Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселегенә һәм еңеп ҡайтыуыбыҙға ышанған һәр кемгә лә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
    Һуңғы йылдарҙа ғына ла дүрт тапҡыр – беренсе урынға, ике тапҡыр гран-приға лайыҡ булған милли оркестр яңыраҡ ҡына Силәбелә үткән халыҡ инструменттары оркестрҙары һәм ансамблдәре араһындағы Н. Калинин исемендәге V Бөтә Рәсәй конкурс-фестиваленең төбәк бәйгеһендә тағы ла бер гран-при яулап ҡайтты.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сибайҙар халыҡ артисын онотмай Яңылыҡтар

    Ҡалала Арыҫлан Мөбәрәков иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды
    Сибайҙар халыҡ  артисын онотмай
    10 декабрҙә Сибай ҡалаһында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Байрам сараһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директоры Рәйес Исмәғилев, Башҡортостандың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Зинфира Әбделмәнова, шулай уҡ Арыҫлан Мөбәрәковтың ҡыҙы, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мө-бәрәкова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
    Актерҙың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле таҡтаташтың Сибай башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйылыуы бер ҙә осраҡлы түгел: халыҡ хәтерендә театрҙың һәм Арыҫлан Мөбәрәковтың яҙмыштары күптән инде айырылмаҫлыҡ булып береккән. Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумын тамамлаған актер яңы барлыҡҡа килгән театрҙың тәүге художество етәксеһе булған. Әлеге ваҡытта театр Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә, республиканың сәнғәт донъяһында үҙенең лайыҡлы урынын биләп килә.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru