|
 |
|
«Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ яҡлаусыһыҙ, әҙәбиәте булмаған милләт рухһыҙ» тигән фекерҙә тороп, туған халҡы ана шундай яҙмышҡа дусар булмаһын өсөн уның күңеленә юл ярырҙай хеҙмәттәр яҙырға, әҫәрҙәр тыуҙырырға ынтылып йәшәй, айбарланып ижад итә, әҙәбиәт, фән, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең тормош юлдары хаҡында иғтибарға лайыҡ сәхифәләр яҙа, ижадтарына тарихи-әҙәби сағыштырыу принцибы нигеҙендә шаҡтай төплө баһа бирә, айырым әҫәрҙәрен баҫтырып сығара. |
|
|
|
 Яңы йыл төнөндә теләгән бер генә теләгем дә ҡабул булмай бит, исмаһам. Бар оҫталығымды һалып, төҫлө ҡәләмдәр менән уйҙарымды һүрәткә лә төшөрөп ҡарайым, күңелемдәге хыял-теләктәремде яҙып, ҡупшы шыршы төбөнә лә йәшерәм. Юҡ инде! Ә, бәлки, үҙем шулай бойомға ашмаҫтай нәмәләр хаҡында хыялланамдыр. Имеш... Ябығам! Ниһайәт, спорт менән шөғөлләнә башлаясаҡмын! Етте, быйыл кешесә ял итергә кәрәк! Их, ауырымаһаң ине... Һуң, ошондай теләктәрең дә булмаһа?! Моғайын, башҡалар ҙа Яңы йылға ошондайыраҡ өмөт бағлай торғандыр. |
|
|
|
(Редакцияға хат яҙыусылар иғтибарына) Былтыр хаттар бүлеге аша үтеп, теркәү кенәгәһенә ингән хаттар ғына ике меңдән ашып китте (ҡотлауҙарҙан, иғландарҙан тыш). Инмәгәндәре лә бихисап. Әле ошо көндәр шуларҙы тәртипкә һалып, архивҡа оҙатыу менән үтте. Уйлап ҡараһаң, гәзит тә – тере организм. Көн күрһен, йәшәһен, кешеләр, тирә-яҡ мөхит менән аралаша алһын өсөн уға ла көн дә тейешле «аҙығы», һауаһы, хатта «һыуы», ул ғына ла түгел, хатта билдәле бер психологик климаты ла кәрәк. |
|
|
|
 Ошо көндәрҙә Башҡортостан мәҙәниәте һәм театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 20 ғинуарҙа 60-сы йәшендә оҙайлы уырыуҙан һуң Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының талантлы актерҙарының береһе Хәмит Мөхәмәҙи улы Шәмсетдинов арабыҙҙан китте. Хәмит Шәмсетдинов башҡорт, рус һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә бик күп ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫ образдар тыуҙыра. |
|
|
|
Йылайыр районының йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Әбделмәнов быйылғы йылдың республикала Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителеүен ишеткәс, шатлыҡ менән: «Төпкөлдә йомолоп ятҡан йәштәрҙең әүҙемлеген күтәрергә, йәш таланттарҙы республика кимәленә сығарырға мөмкинлек бирәсәк», – тигән ышаныс белдерҙе. Торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә мөмкинлектәр асылыуына өмөт бағлап, комитеттың рәйесе районда төрлө акция, фестиваль, мәҙәни һәм спорт сараһы, район йәштәре форумы үткәреләсәген бәйән итте. |
|
|
|
Американың 44-се Президенты Барак Обама 20 ғинуарҙан үҙенең вәкәләттәрен башҡара башланы. Джордж Буштың президентлыҡ вәкәләттәре теүәл төн уртаһында тамамланды. Аҡ йорт Америка Федераль хөкүмәтенең барлыҡ ведомстволарына ла Джордж Буш хакимиәтенең күҙәтеүсе инстанциялар тарафынан раҫланмаған һуңғы бойороҡтарын үтәүҙе тыйған. Был хаҡта үҙенең яҙма ғаризаһында Барак Обаманың матбуғат секретарының урынбаҫары Билл Белтон белдергән. Элекке властың ҡарарҙарын ошо рәүешле туҡтатыу Американың яңы хакимиәтенең вәкәләттәрен тапшырыуҙа ғәҙәти күренеш иҫәпләнә.
|
|
|
|
Свердловск өлкәһенең Елань хәрби гарнизонында пневмония эпидемияһы меңгә яҡын һалдатты түшәккә һалды, бер егеттең ғүмерен өҙҙө... – Антон миңә госпиталдән шылтыратып, үҙе менән нисек ҡыланыуҙары хаҡында һөйләне, – ти уның курсташ дуҫы. – Уның температураһы 40,1 градусҡа менгәйне, ә һалмыш сержант уны казарманың иҙәнен йыуырға мәжбүр иткән. Беренсе тапҡыр ул иҙәнде йыуып сығарған, әммә икенсе тапҡырға хәленән килмәгән.
|
|
|
|
|
|