Ауыр күтәргән - билен һындырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Авиньонда йәшәүсе бер малай иҫке аҡса янсығы таба. Янсыҡта ни бары бер нисә ҡағыҙ аҡса һәм пенсионер Жан де Фонта исеменә визит карточкаһы була. Малай йыбанмай, уны хужаһына ҡайтарып бирә. Ә уныһы малайҙы шунда уҡ бер миллион франкыға чек менән бүләкләй. Ҡасандыр финансист булып эшләгән һәм ярты миллиард франк аҡса туплаған бабай үҙенең был ҡылығын: «Малай күңелемде йомшартты һәм йәш быуынға өмөт уятты», – тип аңлатҡан.
    Малайҙың ата-әсәһе аҡсаның яртыһын сиркәүгә бирергә, ә ҡалған яртыһын улдарын уҡытыуға тотонорға уйлай.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Файҙалы кәңәштәр Сәләмәтлек

    Алдашыуҙың иң киң таралған ысулы – түбән сифатлыһының тышлығын билдәле фирманыҡына оҡшатып эшләү. Сәй ҡабына иғтибар менән ҡараһағыҙ, уның сифатлы булмауын тиҙ аңларға була: хаҡы ғәҙәттән тыш арзан, ә ҡабы ябай, ялтырауыҡһыҙ ҡағыҙҙан эшләнгән була. Яҙыуҙарының ҡайһы бер хәрефтәре насар күренә, яҡшы итеп баҫылмаған. Шулай уҡ түбән сифатлы сәйҙең ҡабында уның ҡайҙан икәнлеге, һаҡлау ваҡыты тураһында мәғлүмәттәрҙең теркәлмәүе ихтимал. Япраҡтар араһында килеп сыҡҡан һабаҡ өлөштәре, сәйҙең саңлылығы ла уның сифатһыҙ булыуы хаҡында һөйләй.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул яман шештән hаҡлай Сәләмәтлек

    Fалимдар, туңдырма составындағы май – ракҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу, тигән hығымтаға килгән. Һөттөң майы сәләмәт туҡымаларҙы яман шешлегә әйләндереүсе процесҡа ағыу кеүек тәьҫир итә икән. Ә бына кукуруз ашаусы hыйыр hөтөнән эшләнгән туңдырмала был кислота тағы ла күберәк. Әлеге проблема менән фин ғалимдары ла ҡыҙыҡhынған. Уларҙың тикшеренеүҙәре күрhәтеүенсә, hөт эсергә яратыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шеше булмай икән. Fалимдар майлы hөт эсергә кәңәш итә, сөнки майhыҙландырылған hөттә әлеге кислота юҡ, имеш.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан республикаһында байрам көндәре Яңылыҡтар, Иғтибар, Башҡортостан

    1 – 10 ғинуар – Яңы йыл байрамы.
    7 ғинуар – Ғайса бәйғәмбәрҙең тыуған көнө – Мәүлит (Раштыуа) байрамы.
    23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
    8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
    1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы.
    9 Май – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө.
    12 июнь – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө.
    11 октябрь – Республика көнө. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө.
    20 сентябрь – Ураҙа ғәйете.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре! "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар

    Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре! Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре!Һылыуҙарҙан-һылыу, сибәрҙәрҙән-сибәр ҡыҙҙар ҡайҙа, тиһегеҙме? Урал тауҙары ҡосағында урынлашҡан Башҡортостан тигән гүзәл төбәктә генә донъяға килә һәм буй еткерә улар. Эйе, эйе, тик беҙ генә үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған гүзәл заттарыбыҙ менән тирә-яҡта дан тотабыҙ һәм, әлбиттә, улар менән сикһеҙ һоҡланабыҙ. Илебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙары кеүек гүзәлдәр башҡа бер илдә лә юҡ ул.
    Йыл да үткәрелеп, хәҙер иһә баҫмабыҙҙың матур бер йолаһына әйләнеп киткән «Йәшлек» гүзәле» конкурсында танышырға мөмкин халҡыбыҙҙың матур ҡыҙҙары менән. Быйылғы «Йәшлек» гүзәле – 2008» конкурсында ла республикабыҙҙың төрлө төбәктәре һылыуҙары ҡатнашты. Йылдағыса, конкурсҡа хаттар айырыуса республикабыҙҙың көньяҡ райондарынан бик күп килде.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Дамира Янсура ҡыҙы НАЗАРОВАНЫ тыуған көнө һәм Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
    Ныҡлы сәләмәтлек, ҡыуаныс-шатлыҡтар, бәхет, гел һөйөнөп йәшәүеңде теләйбеҙ.
    Ҡышҡы һалҡындарҙы иретерлек
    Йылылыҡ бар һинең яныңда.
    Моңһоу күңелдәр ҙә моңға күмелә,
    Булһаҡ бергә һинең яныңда.
    Ҡотлау менән – һеңлең-кейәүең, улың-киленең, ҡыҙҙарың.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзитенең 2008 йылғы лауреаттары Яңылыҡтар, Конкурстар

    «Йәшлек»  гәзитенең 2008 йылғы лауреаттарыЙөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, ти тапҡыр телле халҡыбыҙ. Дуҫтарһыҙ донъя – йәмһеҙ, тип тә өҫтәй. Ысынлап та, ғаиләләме ул, эштәме, арҡа терәр тоғро дуҫтарың булмаһа, ниҙер ҡыйратыуың икеле. Шөкөр, был йәһәттән «Йәшлек» гәзите редакцияһы коллективы ысын күңелдән һөйөнә ала: телефон аша шылтыратып та, беҙгә килеп тә, хат аша ла ихлас теләк-тәҡдимдәрен еткереп торған дуҫтарыбыҙ бихисап. Уларҙың иң әүҙемдәре – йыл буйына береһенән-береһе ҡыҙыҡлы мәҡәләләр ебәреп, редакция менән тығыҙ бәйләнеш булдырған штаттан тыш авторҙарыбыҙ. Ниһайәт, дуҫтарыбыҙ һәм профессиональ журналистар араһынан «иң-иң»дәрҙе билдәләп, рәхмәт белдерер мәл етте.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсәлек капиталын бөгөндән файҙаланырға мөмкин Башҡортостан » Милли проекттар

    2009 йылдың 1 ғинуарынан «Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» Федераль законға өҫтәмәләр индереү тураһында» федераль закон үҙ көсөнә инә.
    Был закон буйынса әсәлек капиталы алырға хоҡуғы булған ғаиләләр тарафынан 2010 йылдың 31 декабренә тиклем алынған төп бурысты һәм проценттарын, шул иҫәптән ғаиләләге икенсе һәм унан һуң тыуған балаға өс йәш тулғанын көтмәйенсә ипотека кредиттарын түләү мөмкинлеге ҡаралған.
    Бының өсөн сертификат алған әсәләр йәшәгән урыны буйынса Рәсәй Пенсия фонды идаралығына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru