Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • Тантана
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күмәк бала көс бирә Яңылыҡтар, Милли проекттар

    Күмәк бала көс бирәИшембай районының Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы Гөлнур менән Сәлих киске уйында таныша. Шул ваҡыттан алып улар гел бергә. Хәҙер ғаилә ҡороуҙарына 20 йылдан ашыу ваҡыт үткән, өлкән ҡыҙҙары Гүзәлгә тиҙҙән 20 йәш тула. Стәрлетамаҡ ҡалаһының икмәк комбинатында эшләп йөрөүсе Гүзәлдең тағы өс һеңлеһе һәм бер ҡустыһы бар. Гөлназ Салауатта 72-се лицейҙа уҡый, игеҙәктәр Илһам менән Илүзә һәм дә 3 йәшлек кескәй Фаягөл әле балалар баҡсаһына йөрөй. «Мин ете балалы ғаиләлә үҫтем, ә Илдустар биш бала булған, шуға күрә үҙебеҙҙең дә балалар күп булыуын теләнек. Ҙурайғас, бер-береһенә терәк-таяныс булыр, тинек», – тип һөйләй Гөлнур үҙҙәренең күп балалы ғаиләһе тураһында.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Өфөлә дөйөм белем биреү һәм чемпион мәктәптәр командалары араһында республика шахмат фестивале башланды.
    Ярышта Башҡортостандың төрлө ҡала һәм районынан 170 уҡыусы ҡатнаша. 110 егет һәм ҡыҙ туғыҙ турҙа, йәш буйынса ике төркөмгә бүленеп, чемпион мәктәп исеме өсөн көс һынашасаҡ. Тағы ла дүртешәр кешенән торған 15 команда, шулай уҡ ике төркөмдә, мәктәп командалары турнирында уйнай.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡар ҙа яуыр, көн дә йылыныр Яңылыҡтар

    Тиҙҙән балаларҙың ҡышҡы каникулы ла тамамлана. Уларҙың был көндәрҙә рәхәтләнеп сана шыуып, саңғыла йөрөп ҡалғыһы килә. Һуңғы йылдарҙағы ҡыштар, үкенескә күрә, ҡарға һараныраҡ булып сыҡты. Быйыл да балалар ергә йоҡа ғына булып түшәлгән ҡарҙа уйнарға мәжбүр. Шулай ҙа Ҡыш бабай һирәк-һаяҡ булһа ла беҙҙе яңы ҡар менән ҡыуандырып тормаҡсы. Мәҫәлән, бөгөн, йәғни 10 ғинуарҙа, тотош республикабыҙ, ниһайәт, яңы яуған ҡар аҫтында ҡалырға тейеш. Ҡыш бабайҙың йомартлығына ҡарап, иртәгә лә ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар төшәсәк. Бына хәҙер инде рәхәтләнеп сана шыуырға мөмкин. Өҫтәүенә, 12 – 13 ғинуарға ҡарай көндәр ҙә йылынырға уйлап тора.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөттө. Китте. Барҙы... Яңылыҡтар » Спорт

    Германияла барған биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабында Рәсәй йыйылма командаһы ҡыҙҙары юғары уңышҡа өлгәште. Улар эстафетала йәнә барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Был – уларҙың ошо уҡ төрҙә өсөнсө рәттән еңеүе. Афарин! Рәсәй өсөн Светлана Слепцова, Ольга Зайцева, Ольга Медведцева һәм Екатерина Юрьева сығыш яһаны. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Украина менән Германия ҡыҙҙары бүлеште.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Газға баҫам, рулде борам Яңылыҡтар

    Яңы йыл үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, ҡар яуырға ашыҡмай әле һәм асыҡ юлдарҙан тимер аттарҙа елдереүе лә рәхәт. Әммә ҡар оҙаҡ көттөрмәҫ, яуһа – туйғансы яуыр ҙа ҡуйыр. Шуға ла юлдар торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә әҙер булырға кәрәк. Был йәһәттән тәҡдим ителгән ҡағиҙәләрҙе хәтер һандығығыҙға һалып ҡуйыу ҡамасауламаҫ.
    1. Шиналарҙағы баҫымды тикшереп сығығыҙ. Тәгәрмәстең 0,5 атмосфераға ғына артыҡ һауа менән тулы булыуы юл фажиғәһенең бер сәбәпсеһе булыуы ихтимал.
    2. Юлға арҡыры һыҙылған «зебра»ларҙы үткәндә үтә лә иғтибарлы булығыҙ – аҡ буяу ҡарҙа тайғаҡҡа әйләнә.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт клубы. Бойомға ашмаҫ хыялмы? Яңылыҡтар, Хаттар яҙҙым, Мәҙәниәт, Башҡортостан, Милли проекттар, Мәғәриф

    Башҡорт клубы. Бойомға ашмаҫ хыялмы?... Өфөлә башҡорт клубын булдырыу мәсьәләһе күптән ҡуҙғатыла килә. Ләкин бөгөнгә тиклем был эштең бойомға ашырылғаны юҡ. Бер нисә йыл элек асылып, һуңынан ябылған «Айбар»ҙы телгә алырға була, әлбиттә. Тик нисек уны ысын клубҡа тиңләйһең инде? Унда ашхананы арендаға алып кисен дискотекалар уҙғарыла, ә көндөҙ – шундай уҡ ябай ашхана. Техник яҡтан тәьмин ителеү ҙә насар. Ләкин, икенсе яҡтан ҡараһаң, үҙенең ҡыҫҡа ғына эшләү дәүерендә (1,5 – 2 йыл) «Айбар» клубы ярҙамы менән 12 башҡорт (!) ғаиләһе барлыҡҡа килә. Ә ҡайҙа бөгөн шундай башҡорт йәштәренең йыйылышып танышып, аралашып, күңел асыр, киләсәгенә юлдар ярыр урыны? Йәштәр үҙ иркенә ҡуйылған. Уларҙы ойошторор, берләштерер үҙәк юҡ. Әлбиттә, үҙенән-үҙе тәртипһеҙлеккә юлдар асыла. Шуға ла йәштәрҙең күңел донъяһы һайыға, ҡараштары үҙгәрә. Улар һәр нәмәгә еңел-елпе ҡарарға өйрәнә.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Газға баҫам, рулде борам – 2 Яңылыҡтар, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡайһы бер водителдәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәрен яратып еткермәһә лә, уларға хөрмәт менән ҡарайым, эштәренең ауырлығын бик тә яҡшы аңлайым. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәс, уларға үҙемә бәйләнергә форсат та биргәнем юҡ. Шулай ҙа бер нисә тапҡыр документ тикшерергә туҡтатҡандары булды. Тупаҫтар осраманы, шуға ла Әбйәлил, Белорет, Учалы юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына рәхмәтлемен: һәр саҡ юлды өйрәтеп, илтифатлы һөйләшеп, хәйерле юл теләп ҡалдылар.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡарға менән hайыҫҡан Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ҡышҡы hалҡын кис. Бар тәбиғәт шоҡорайып тынып ҡалған. Ошо сихри тынлыҡты боҙоп, зыҡ ҡубып ике ҡарға суҡыша. Бейек кенә ерек ағасы башынан уларҙы аҡ ҡабырға һайыҫҡан күҙәтә.
    Ни бүлешә һуң ҡарғалар? Бынауы ауыр ҡыштың сатнама һыуығында бергә-бергә генә көн итһәләр нимә була инде? Хәйер, наҙан ҡарға береклектә – тереклек тигәнде белмәй шул. Һуғыш суҡмарҙарының борҡоп ҡауырыйҙары оса, ҡанат елпеүенән ҡар өйөрмәһе күтәрелә. Ә һайыҫҡан, күренеп тора, ниндәйҙер ҡырын эш уйлап, башын ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла борғослап, уңайлы мәлде көтә.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru