Ошо аҙнаның шаршамбыһы кисендә Рәсәй Украина аша Европа илдәренә газ ебәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға мәжбүр булды. Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, был ил аша ебәрелгән «зәңгәр яғыулыҡ» Европа ҡулланыусыларына барып етмәй. 2009 йылдың башынан Украина Рәсәйҙең 86 миллион кубометр газын урлаған. Билдәле булыуынса, «Газпром» менән Украинаның «Нафтогаз»ы араһында быйылға бер ниндәй ҙә килешеү төҙөлмәгән. Шунлыҡтан газһыҙ ҡалған Украина үҙенең территорияһы аша уҙған транзит газ менән ҡулланыуҙан башҡа юл тапмаған. 7 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Украинаны килеп тыуған мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә саҡырҙы һәм шул уҡ ваҡытта был мәсьәләнең сәйәси түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Газ етмәү арҡаһында Көнбайыш Европа илдәренең ҡайһы бер компанияларының эше туҡтаны, йылылыҡ етмәгән йорттар, социаль объекттар ҙа күп. Хәҙер Украинаны «аҡылына килтерер» өсөн Евросоюз да «газ көрсөгө»н хәл итеүгә ҡыҫылырға мәжбүр булды. Улар, был проблеманы тиҙерәк сисеүҙең Рәсәйҙең дә, Украинаның да абруйы өсөн кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Европа илдәренә газды килешеүгә ярашлы, тулы күләмдә ебәреүҙе талап итә. Әле Европа илдәренә газдың Украина аша ниндәй шарттарҙа ебәрелеүен контроль аҫтында тотоу өсөн махсус эксперттар тәғәйенләү хаҡында һөйләшеп килешелгән. 12 ғинуарҙа Брюсселдә Евросоюзға ингән илдәрҙең энергетика министрҙарының кәңәшмәһе лә буласаҡ. |