Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан республикаһында байрам көндәре Яңылыҡтар, Иғтибар, Башҡортостан

    1 – 10 ғинуар – Яңы йыл байрамы.
    7 ғинуар – Ғайса бәйғәмбәрҙең тыуған көнө – Мәүлит (Раштыуа) байрамы.
    23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
    8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
    1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы.
    9 Май – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө.
    12 июнь – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө.
    11 октябрь – Республика көнө. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө.
    20 сентябрь – Ураҙа ғәйете.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре! "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар

    Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре! Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре!Һылыуҙарҙан-һылыу, сибәрҙәрҙән-сибәр ҡыҙҙар ҡайҙа, тиһегеҙме? Урал тауҙары ҡосағында урынлашҡан Башҡортостан тигән гүзәл төбәктә генә донъяға килә һәм буй еткерә улар. Эйе, эйе, тик беҙ генә үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған гүзәл заттарыбыҙ менән тирә-яҡта дан тотабыҙ һәм, әлбиттә, улар менән сикһеҙ һоҡланабыҙ. Илебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙары кеүек гүзәлдәр башҡа бер илдә лә юҡ ул.
    Йыл да үткәрелеп, хәҙер иһә баҫмабыҙҙың матур бер йолаһына әйләнеп киткән «Йәшлек» гүзәле» конкурсында танышырға мөмкин халҡыбыҙҙың матур ҡыҙҙары менән. Быйылғы «Йәшлек» гүзәле – 2008» конкурсында ла республикабыҙҙың төрлө төбәктәре һылыуҙары ҡатнашты. Йылдағыса, конкурсҡа хаттар айырыуса республикабыҙҙың көньяҡ райондарынан бик күп килде.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Дамира Янсура ҡыҙы НАЗАРОВАНЫ тыуған көнө һәм Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
    Ныҡлы сәләмәтлек, ҡыуаныс-шатлыҡтар, бәхет, гел һөйөнөп йәшәүеңде теләйбеҙ.
    Ҡышҡы һалҡындарҙы иретерлек
    Йылылыҡ бар һинең яныңда.
    Моңһоу күңелдәр ҙә моңға күмелә,
    Булһаҡ бергә һинең яныңда.
    Ҡотлау менән – һеңлең-кейәүең, улың-киленең, ҡыҙҙарың.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзитенең 2008 йылғы лауреаттары Яңылыҡтар, Конкурстар

    «Йәшлек»  гәзитенең 2008 йылғы лауреаттарыЙөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, ти тапҡыр телле халҡыбыҙ. Дуҫтарһыҙ донъя – йәмһеҙ, тип тә өҫтәй. Ысынлап та, ғаиләләме ул, эштәме, арҡа терәр тоғро дуҫтарың булмаһа, ниҙер ҡыйратыуың икеле. Шөкөр, был йәһәттән «Йәшлек» гәзите редакцияһы коллективы ысын күңелдән һөйөнә ала: телефон аша шылтыратып та, беҙгә килеп тә, хат аша ла ихлас теләк-тәҡдимдәрен еткереп торған дуҫтарыбыҙ бихисап. Уларҙың иң әүҙемдәре – йыл буйына береһенән-береһе ҡыҙыҡлы мәҡәләләр ебәреп, редакция менән тығыҙ бәйләнеш булдырған штаттан тыш авторҙарыбыҙ. Ниһайәт, дуҫтарыбыҙ һәм профессиональ журналистар араһынан «иң-иң»дәрҙе билдәләп, рәхмәт белдерер мәл етте.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсәлек капиталын бөгөндән файҙаланырға мөмкин Башҡортостан » Милли проекттар

    2009 йылдың 1 ғинуарынан «Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» Федераль законға өҫтәмәләр индереү тураһында» федераль закон үҙ көсөнә инә.
    Был закон буйынса әсәлек капиталы алырға хоҡуғы булған ғаиләләр тарафынан 2010 йылдың 31 декабренә тиклем алынған төп бурысты һәм проценттарын, шул иҫәптән ғаиләләге икенсе һәм унан һуң тыуған балаға өс йәш тулғанын көтмәйенсә ипотека кредиттарын түләү мөмкинлеге ҡаралған.
    Бының өсөн сертификат алған әсәләр йәшәгән урыны буйынса Рәсәй Пенсия фонды идаралығына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ял, тип тормай Яңылыҡтар

    Кисә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көн-сығыш төбәге: Ҡыйғы, Балаҡатай, Мәсетле, Салауат райондарында булды. Эш сәфәре барышында ул социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттарҙың төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь хужалығының ҡышҡы шарттарҙа эшләүе, ауыл хужалығындағы хәл-торош, атап әйткәндә, малдарҙың нисек ҡышлатылыуы һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хөкүмәт ярҙамын тойоп Яңылыҡтар

    Былтыр, Рәсәйҙә – Ғаилә йылы, Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы булараҡ, федераль һәм республика программалары эшләне. Илеш районында ла уларҙы тормошҡа ашырыу әүҙем бара.
    Район хакимиәтендә граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм бала тыуыу осрағында бер өлөшөн Хөкүмәт тарафынан ҡаплатыу буйынса программалар нигеҙендә йәш ғаиләләргә кредит һәм субсидия алыуға таныҡлыҡтар тапшырылды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 13 ғаилә – финанс ярҙам, ә инде 25 ғаилә бала тыуыу осрағына субсидия алды.
    Шулай уҡ «Башҡортостан» МТС-ында эшләүсе йәш белгестәргә Үрге Йәркәйҙең яңы биҫтәһендә ер бүленде һәм район хакимиәте тарафынан өй төҙөү өсөн субсидия бирелде.
    Киләсәктә лә ауылдарыбыҙ гөрләп үҫһен. Бәхеттең нигеҙе хеҙмәт булыуын аңлаған ғаиләләр дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалмаясаҡ.
    Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
    Илеш районы.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туған телдәрҙе өйрәнеү кәмемәҫкә тейеш! Башҡортостан, Сәйәсәт

    БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевтың билдә-ләүенсә, республика уҡыусыларының 73 проценты – туған телен, 99 проценттан ашыуы дәүләт теле булараҡ, башҡорт телен өйрәнә. Китаптар, гәзит-журналдар Башҡортостанда алты телдә сығарыла. ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-квартираһында Башҡортостандың презентацияһы булған ваҡытта донъя кимәлендәге эксперттар был һандарға таң ҡалған. Республикаға Санкт-Петербург университетынан уның ректоры Николай Кропачев етәкселегендәге рәсми делегация килгәйне. Улар ҙа беҙҙәге дәүләт милли сәйәсәтен үткәреүҙең ҡаҙа-ныштары менән танышып, шундай уҡ матур тәьҫораттар менән ҡайтып китте.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru