Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йыл һайын раҫлатып тороу кәрәкмәйәсәк Яңылыҡтар, Башҡортостан

    2009 йылдың 1 ғинуарынан бушлай медицина ярҙамы алыу йәиһә транспортта йөрөү кеүек социаль хеҙмәт наборын аҡсалата алыу процедураһы күпкә еңелләштереләсәк. Хәҙер льготанан баш тартыу өсөн бер тапҡыр ғына ғариза биреү ҙә етә, бынан һуң йыл һайын үҙеңдең ҡарарыңды раҫлап тороу кәрәкмәй.
    Әлегә тиклем социаль хеҙмәт наборынан баш тартыусылар йыл һайын 1 октябргә тиклем Рәсәй Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә тейешле ғариза бирергә тейеш ине. Бының өсөн пенсионерҙар, инвалидтар һәм льготниктарҙың башҡа төр категорияларына Рәсәй Пенсия фондына барып, йыш ҡына сиратта торорға тура килә ине.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы йыл алдынан – яңы машина асҡысы Яңылыҡтар

    Яңы йыл алдынан – яңы  машина асҡысы«Бәләгә тарыған кешеләрен яңғыҙ ҡалдырмаған дәүләттә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ», – ти эш урынында зыян күргән инвалидтар.
    29 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа эш урынында зыян күреп, инвалидлыҡ алған 27 кешегә машиналар тапшырылды. РФ Социаль страховка фонды аҡсаһына алынған машиналарҙы тапшырыу тантанаһында БР Хөкүмәте аппаратының социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү бүлеге етәксеһе Лилиә Ғүмәрова һәм дәүләт учреждениеһы – РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов ҡатнашты.
    Ә машиналар, ысынлап та, шәп – сит илдә сығарылған «Брио» автомобилдәре! Марат Латиповтың әйтеүенсә, уларҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә яраҡлаштырып йыйғандар.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәштәр сәйәсәте – көнүҙәк мәсьәлә» Сәйәсәт

    «Йәштәр сәйәсәте – көнүҙәк мәсьәлә»Рәсәйҙең социаль йүнәлешле дәүләт булыуы республикабыҙ миҫалында ап-асыҡ сағыла. Бының өсөн артыҡ ситкә йөрөү ҙә кәрәкмәй, ә Башҡортостанда алып барылған йәштәр сәйәсәтенә күҙ һалыу ҙа етә. Үткән Ғаиләгә социаль ярҙам йылы йәштәр өсөн ниндәй ваҡиғалар менән әһәмиәтле булды, был өлкәлә ниндәй ҡаҙаныштарҙы күҙәтергә мөмкин Рәсәй Федерацияһында – Йәштәр, ә Баш-ҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына комитет ниндәй маҡсаттар ҡуя? Беҙҙең әңгәмәсебеҙ – БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Тәлғәт улы СәҒитов.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы Башҡортостан, Милли проекттар, Сәйәсәт

    1. Башҡортостан Республикаһында 2009 йылды Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан итергә.
    2. Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев етәкселегендә ойоштороу комитеты составын раҫларға.
    3. Ойоштороу комитетына 2009 йылдың 30 ғинуарына тиклем Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү буйынса саралар планын эшләргә һәм раҫларға.
    4. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү буйынса саралар планын финанслау сығанағын билдәләргә.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Яңылыҡтар

    Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!Тап шундай дана менән сыға гәзитебеҙҙең тәүге һаны 2009 йылда! Бөтә донъяла иҡтисади көрсөк булғанда, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ла һылтанмай, уҡыусыларыбыҙ яңы ғына 85 йәшен тултырған «Йәшлек»кә лә, үҙҙәренә лә оло бүләк яһаны – тиражыбыҙ тағы ла артты. Бының өсөн барығыҙға ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға иҫәнлекһаулыҡ, шатлыҡ-бәхеттәр, именлек теләйбеҙ. Гел шулай бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru