Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Тәмле
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Мин – йәш» ижади конкурсында ҡатнашығыҙ Иғтибар, Конкурстар

    Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһында – Йәштәр һәм Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған «Мин – йәш» ижади конкурсы башланды.
    Уны Демократик йәштәр союзы – Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, БР Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы һәм Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы менән берлектә ойоштора.

    авторы: admin | 22 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло талант эйәһе Яңылыҡтар, Әҙәбиәт, Хәтер, Юбилейҙар

    Оло талант эйәһеПоэзияһы ла, драматургияһы ла, прозаһы ла үҙенең бай һәм образлы теле менән уҡыусының иғтибарын тартып торған бөйөк әҙип Баязит Бикбайҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Илеш районының бик күп мәктәптәрендә, китапханаларҙа хәтер кисәләре, күргәҙмәләр үтте.
    Яҙыусының танылған драма һәм музыкаль комедия әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде, шиғырҙары яттан һөйләнде һәм проза әҫәрҙәре буйынса фекер алышыуҙар үтте. Район китапханаһында уҙған «Баязит Бикбай – талант эйәһе» тип аталған кисәлә бөйөк яҙыусының талантына ғашиҡ ҡәләмдәше һәм дуҫы, үҙе лә күренекле шағир булып танылған Муса Сиражи Баязит Бикбайҙың тормош һәм ижад юлы менән яҡындан таныштырҙы.

    авторы: admin | 22 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә йәштәр үҙәккә мөрәжәғәт итә ала Яңылыҡтар

    21 ғинуарҙан, сәғәт 10-дан 17-гә тиклем, Республика йәштәрҙең эш менән мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре эшһеҙ йәштәрҙе ҡабул итеүҙе тергеҙәсәк.
    Бында хеҙмәт баҙарында булған вакантлы урындар тураһында эш эҙләүселәргә шәхси консультациялар биреләсәк. Консультациялар һәр аҙнаның шаршамбыһы менән кесе йомаһында үрҙә күрһәтелгән ваҡытта үткәреләсәк. Белешмә өсөн телефон: 251-89-76.

    авторы: admin | 22 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШҺЕҘҘӘРГӘ ЯРҘАМҒА Яңылыҡтар, Милли проекттар

    Дәүләт эшһеҙҙәргә ярҙам итеү маҡсатында «Рәсәйҙә эш» тип аталған махсус Интернет-ресурс асты. http://www.trudvsem.ru/ сайтында бөтә ил буйлап вакансиялар эҙләп була. Был ресурста 85 төбәк һәм 2500 муниципаль үҙәктәге халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәттәренең рәсми мәғлүмәттәре тупланған.
    Әлегә сайттың мәғлүмәттәр базаһы аҙнаһына бер тапҡыр үҙгәртелеп, яңыртылып тора, тиҙҙән, вакансиялар тағы ла йылдамыраҡ тупланып, база көн һайын үҙгәртеләсәк, тип планлаштырыла. Был сайтта квалификациялы белгестәрҙән юридик кәңәштәр, эшкә урынлашыу буйынса норматив документтар, төбәктәрҙәге эш менән тәьмин итеү үҙәктәренең адрестары, телефондары һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.

    авторы: admin | 22 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студенттар Данияға йыйына Яңылыҡтар, Башҡортостан, Мәғәриф

    Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары өсөн сит ил ауыл хужалығы предприятиеларында стажировка үтеү яҡшы практикаға әйләнеп бара.
    Әле биология-технология факультеты студенттары Сәриә Ғәниева менән Егор Фищук, ветеринария факультетынан Фәрүәз Әмиров сит илгә барырға әҙерләнә. Уларҙы Данияның фермер хужалыҡтары көтә.
    Хәҙер улар документтар әҙерләй, водитель танытмаһы ала, сит телде өйрәнә.
    Башҡорт дәүләт аграр университетынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта студенттарҙы Нидерландҡа стажировкаға ебәреү мәсьәләһе лә хәл ителә.

    авторы: admin | 22 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күҙ теймәhен үҙенә! Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Күҙ теймәhен үҙенә!Ситтән ҡарағанда шым ғына күренhә лә, ниндәйҙер эске тыйнаҡлығы, шул уҡ ваҡытта бер төрлө эскерhеҙ булыуы менән ул күптәрҙең иғтибарын яулап өлгөрҙө. Ҡоншаҡ районының Баязит ауылы егете Илдар Хөснөтдинов менән Силәбе дәүләт университетында бер йылдарҙа уҡыныҡ. Эшләп тә, уҡып та йәшәгән мәлдәр. Ул филология факультетының театр түңәрәгендә тик әбейҙәр hәм бабайҙар ролен башҡара ине. Әммә «Студент яҙы» фестивалендә hәр йыл призлы урындар алып килде. Беҙ, әҙәбиәт менән мауыҡҡан бер нисә ҡыҙ, был егет ниңә актерҙар әҙерләү факультетына барманы икән, тип аптырашып ҡуя инек.

    авторы: admin | 22 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы йыл кисе Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Ер йөҙөндәге иң матур, иң сағыу, иң күңелле байрамыбыҙ ишек ҡаҡты. Тыуған республикабыҙ яңы 2009 йылға аяҡ баҫты. Бөгөн һәр ҡайһыбыҙ артҡа әйләнеп ҡарап, үткән йылды оҙатып башҡарған эштәргә йомғаҡ яһай, тормошобоҙҙағы шатлыҡлы ваҡиғалар, һәйбәт үҙгәрештәр тураһында иҫкә ала, киләсәк хаҡында уйлана, яңы маҡсаттар ҡуя.
    Миңә килгәндә, заман ҡуйған һынауҙарҙы уңышлы үтеп, мәктәпте һәйбәт тамамлауым, күптәнге хыялым – Башҡорт дәүләт университетының студенты булыу, өр-яңы тормош башлауым хәтеремдә ныҡ ҡаласаҡ.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЛХИМИЯ тылсыммы әллә фәнме Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    АЛХИМИЯ тылсыммы әллә фәнмеАлтын! Ул һаман да кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра, ярһыта, шаштыра, аҡылдан яҙҙыра, бәғзеләрҙе хатта енәйәткә, баш етмәҫлек ҡылыҡтарға этәрә. Алтын, тип, аталарын һатҡандар, яуға сыҡҡандар, үлгәндәр, терелгәндәр. Алтын, тип, дан ҡаҙанғандар ҙа бар, мәсхәрәгә ҡалғандар ҙа күп. Шул уҡ ваҡытта, һәр быуатта ла алтынды ҡанһыҙ-талашһыҙ ғына – яһалма рәүештә эшләп сығарыу юлдарын эҙләүселәр ҙә булған. Һүҙем тап шундай кешеләр – алхимиктар тураһында.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru