Йоҡосоға аш юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Һорау-яуап
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йырткыс йәки Ғарифтың «бәхетле» тормошо Әҙәбиәт » Хикәйә

    Эскелек хаҡында матбуғатта ла, радио-телевизор аша ла аяныслы хәлдәрҙе күп уҡып, ишетеп белһәк тә, быға күптәребеҙҙең иҫе лә китмәй. Берәүҙәр, эшһеҙлектән эсәм, тиһә, икенселәр иһә, ҡайғы онотола, ә бәғзе берәүҙәр, эсһәң, дуҫтар арта, тип яуаплай. Нисек кенә булмаһын, «йәшел йылан» йәшәйешебеҙҙе үҙенең ағыулы тамырҙары менән ныҡ итеп сырмап алған. Унан ҡотолоу юлы кешенең ихтыяр көсөндәлер, моғайын.
    Ғүмер буйы араҡы, һыра менән дуҫлашып, йәшәү йәмен, мәғәнәһен нәҡ шунан тапҡан, уның шауҡымы аҫтында бер-бер артлы яҡын кешеләренең ғүмерен ҡыйып, бөтә тормошо рәшәткә артында үтеп барған ир-егет хаҡында мәҡәләм.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ: Ир балалар өсөн нәсихәт Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ: Ир балалар өсөн нәсихәт                                       1. Хөрмәтле балалар! Эшһөйәр, изгелекле, яҡшы күңелле кешеләр һәр ваҡыт хөрмәтле була һәм яҡын күренә, быны иһә үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн, мөмкин тиклем хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ!
    Бигерәк тә Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәре улар менән матур һөйләшеүҙе васыят иткән. Рәсүлуллаһ Әкрәм әфәндебеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәре: «Ата-әсәләрен риза итеүсе балаларҙан Аллаһы Тәғәлә лә риза булыр», – тигән.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ризаитдин бин Фәхретдиндең анкетаһы Башҡортостан » Хәтер

    Был анкета Ризаитдин бин Фәхретдин тарафынан 1929 йылда тултырылған. Уның төп нөсхәһе Диниә назаратында һаҡланған. Шул оригиналдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Бәкер Еникеев 1947 – 1948 йылдарҙа мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтың рөхсәте менән күсереп алған. Был мәғлүмәттәр – шул күсермәнән.
    Исеме, атаһының исеме, ата-бабалары. Ризаитдин бин Фәхретдин бин Сәйфетдин бин Собханҡол бин Бикмөхәмәт бин Юлдаш.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк фекер эйәһе Башҡортостан » Хәтер

    Уның ижады ғәжәйеп киң һәм күп яҡлы. Ул – төрлө тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр ижад иткән, педагогика фәненә лә ҙур иғтибар биргән мәшһүр ғалим. Уның тарафынан «Ғаҡидә», «Ғаилә», «Ир балалар өсөн нәсихәт», «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», «Ололар өсөн нәсихәт», «Тәрбиәле ана», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәби тәғлим» исемле китаптар яҙыла. Улар революцияға тиклем ҡат-ҡат донъя күрә, мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. Китаптарҙа балаларҙы тәрбиәләү буйынса файҙалы кәңәштәр бирелә, ата-әсәләрҙең бурыстары ентекле асыҡлана, балаларға матур һөйләшергә, төрлө урында үҙен нисек тоторға өйрәтә, белем алыу кәрәклеген аңлата. Р. Фәхретдиновтың «Сәлимә йәки Ғиффәт», «Әсмә йәки Ғәмәл һәм яза» исемле әҙәби әҫәрҙәрендә лә тәрбиәүи урындар байтаҡ.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ Любинә мәктәбен үттек Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Ире ҡайтҡанын туғыҙ йыл көткән ҡәйнәмә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Шулай итеп, күрше ауылда йәшәгән ата-әсәһенә ҡайтмай, бөтәһе лә яҡшы буласағына ышанып, тоғро намыҫлы ҡатын булып, ҡайны-ҡәйнә ҡулында туғыҙ йыл ирен көткән ҡәйнәмә һәйкәл ҡуйырлыҡ! Уның тылдағы хеҙмәте «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән баһалана.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    (Йыр):Ҡәйнәләр һәм килендәр Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Тормош уртаһында ҡайнай
    Ҡәйнәләр һәм килендәр.
    Йөҙҙәрендә нурҙар балҡый,
    Әйтерһең, сәскә-гөлдәр.
    Ҡушымта:

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Татыулыҡта йәшәгеҙ! Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Мин 20 йыл инде ауыл китапханаһында эшләп, пенсияға сыҡтым, хәҙер 70 йәштәмен. Эшләгән дәүерҙә ниндәй генә кисәләр үткәрелмәне! Һәр береһен ентекләп халыҡ күңеленә үтеп инерлек итеп үткәрергә тырыша инек. Бер ваҡыт «Ҡәйнәләр һәм килендәр» кисәһе ойоштороорға булдыҡ. Ауылдан дүрт ғаиләне һайлап алдыҡ. Һәр ҡатын 5-әр, 4-әр киленгә ҡәйнә. Ҡәйнә һәм килендәр араһында төрлө мөнәсәбәтлеһе бар ине. Алдан килен һәм ҡәйнәләрҙе шәхсән әҙерләү нигеҙендә кисә бик һәйбәт кенә килеп сыҡты.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәйнәм бөтәбеҙгә лә аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә Яңылыҡтар, Хаттар яҙҙым

    Ҡәйнәм бөтәбеҙгә лә аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итәМин ҡайным менән ҡәйнәмдең йортона 21 йәшемдә килен булып төштөм. Хәҙер 38 йәштәмен. 17 йыл буйына бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер кисерәбеҙ. Уйлап ҡараһаң, байтаҡ ваҡыт үтеп тә киткән.
    Ҡәйнәм, Әминә Ғилемйән ҡыҙы Шәмсеғәлиева, Илеш районының Баҙытамаҡ ауылында тыуып-үҫкән. Шул уҡ райондың Тәжәй ауылы егете Рәшит Шәмсеғәли улына кейәүгә сыға. Үҙ ояларын ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙерге ваҡытта оло ҡыҙы Диләрә Ғәбдрәхимова тормош иптәше Илдар менән Илеш районы үҙәгендә – Йәркәй ауылында матур итеп йәшәй.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru