Йүнһеҙ менән ағас ҡырҡма - өҫтөңә ауҙарыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәсәй көнө менән!
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ҡәйнәм, ҡәҙерлем!» конкурсы дауам итә! Хаттар яҙҙым, Конкурстар

    Уҙған йылдың июль башында иғлан ителгән «Ҡәйнәм, ҡәҙерлем!» конкурсын гәзит уҡыусыларыбыҙ, әйтерһең дә, көтөп кенә торған. Хәләлдәренең әсәләрен – үҙҙәренең ҡәйнәләрен маҡтап-хөрмәтләп, уларға йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен һәм хистәрен, ололауҙарын еткерергә теләүселәр бихисап булып сыҡты. Көндәлек хаттар ҙа, гәзитебеҙҙең һәр һанында донъя күреп килгән мәҡәләләр ҙә шуны дәлилләй. Гәзит уҡыусыларҙың һәм ошо конкурсҡа әүҙем ҡушылыусыларҙың теләген үтәп, уны дауам итергә булдыҡ.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Исемеңә тоғро ҡал, ҡартайыу белмә! Яңылыҡтар, Башҡортостан

    ... Комсомолға инәм, тип ике һум да тағы бер нисә тин аҡсама «Ленинсе» гәзитенә яҙылып йөрөгән көндәр әле килеп һағындырып иҫкә төшә. «Ленинсе»не алдырмай тороп, ВЛКСМ сафтарына алмай инеләр шул. Ә минең бик ныҡ комсомолец булып, түшкә ялтырауыҡ значок тағып йөрөгө килә ине. Әлбиттә, яҙылдым һәм үкенмәнем: гәзит кәңәшсемә, дуҫыма әйләнде. Шул көндәрҙән алып минең унан айырылғаным юҡ (ә ул 1967 йыл ине).

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матбуғат – йәмғиәттең көҙгөһө, ә журналист – намыҫы Сәйәсәт, Мәғәриф

    Мәңгелек юлынан йәнә бер аҙым яһаныҡ. Ул юлыбыҙ тормошто дауам итеү булырмы, әллә һәммәбеҙҙе лә баҡый донъяһына йүнәлтерме, хәҙер генә фаразлауы ауыр. Оло мәсьәләләр һәм кесерәк йомоштар өсөн күмәк аҡыл кәрәк. Яңы рубриканың исем туйында һүҙҙе матбуғаттың ижтимағи аңда биләгән урыны, ташҡа баҫылған һәм телдән осҡан һүҙ бәҫе тирәһендәрәк алып барһаҡ, гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланып торған һәм Рәсәй матбуғаты көнөндә урынлы булыр һымаҡ.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уртаҡ фекер Яңылыҡтар

    Илебеҙ автоетештереүселәрен яҡлау маҡсатында, РФ Хөкүмәте 2008 йылдың декабрендә шундай ҡарар ҡабул итә. Пошлина хаҡтарын күтәреү ауыр техникаға ла, йөк машиналарына ла, еңел автомобилдәргә лә ҡағыла. Мәҫәлән, двигатель цилиндрының эш күләме 1500 – 1800 куб. см булған еңел автомобилдәргә пошлина таможня хаҡының 30 процентын тәшкил итәсәк. Автомобилдәрҙең файҙаланылғандар рәтенә индереү ваҡыты ла үҙгәрәсәк: улар 7 йылдан 5 йылға тиклем ҡыҫҡарасаҡ. Файҙаланылған еңел автомобилдәргә пошлина – ике, йөк машиналарына өс тапҡырға күтәреләсәк.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә Яңылыҡтар, Конкурстар

    2009 йылдың 1 ғинуарынан 1 апреленә тиклем Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына тәҡдим итеүгә эштәр ҡабул ителә.
    Ш. Бабич исемендәге премия 1995 йылда БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән булдырыла. Республикала ватан милли мәҙәниәтендә иң сағыу яҙмышлыларҙың береһе булған халыҡ шағиры тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана.
    13 йыл эсендә 55 кеше премия лауреаты булған.
    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йыл һайын һәр береһе 50 мең һумлыҡ өс премия бирелә.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент сәфәре Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостан Президенты М. Рәхимовтың Әбйәлил һәм Белорет райондарына эш сәфәрендә булды.
    Ул Белоретта һәм «Асы» санаторийында һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшө барышы менән танышты, «Яҡтыкүл» санаторийында ял итеү үҙәген һәм Инйәр йылғаһы аша яңы күперҙе асыуҙа ҡатнашты.
    «Яҡтыкүл»дә тантаналы рәүештә яңы ял итеү үҙәген асыуҙа БР Президенты М. Рәхимов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Р. Ибәтуллин һәм республика Президентын оҙатып йөрөүсе башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
    Ике ҡатлы ял итеү үҙәген төҙөүгә яҡынса 180 млн һум аҡса тотонолған.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт дәүләт филармонияһына – яңы исем Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Башҡорт дәүләт филармонияһына башҡорт йыр сәнғәте классигы, композитор Хөсәйен Әхмәтов исеме бирелде. Бындай бүләккә филармония үҙенең 70 йыллығын билдәләү йылында эйә булды.
    Был ваҡиғаны филармонияла киң билдәләмәкселәр. 23 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтов исеме менән яңы алтаҡтаны тантаналы асырға, шулай уҡ композиторҙың ижадына арналған «Исем туйы» тигән байрам концерты күрһәтергә ниәтләйҙәр.
    Хөсәйен Әхмәтов – күренекле башҡорт композиторы.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылайыр юбилейын билдәләне Яңылыҡтар

    Йылайыр юбилейын билдәләнеЙылайыр районы үҙәге Йылайырға 1748 йылдың 19 авгусында нигеҙ һалынған һәм был көн христиандарҙың «Преображение господне» байрамы булғанлыҡтан уға Преображенск исеме бирелә. Билдәле Сембер сауҙагәре Иван Твердышевтың баҡыр иретеү заводы ике йылдан сафҡа инә һәм туҡтап тороуҙарын иҫкә алмайынса, 140 йыл дауамында 1,1 млн бот баҡыр иретә. Ҡарғалы һәм Һаҡмар рудниктарынан аттарҙа ташылған мәғдән алты мейестә иретелә. Яйлап рудниктар һаны – 15-кә, ә 1777 йылда 89-ға етә, төрлө усаҡтары, 15 һыу тәгәрмәсе, дүрт приискыһы була. ХIХ быуат уртаһында заводта 2394 ир-ат эшләй.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru