Ижтиһад иткән моратына еткән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әрме – 2008
  • Йондоҙнамә
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу – мотлаҡ Яңылыҡтар

    Быйылдан мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһы ла мотлаҡ тәртиптә Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) тапшырасаҡ. Тейешле закон яңы йылдың тәүге көнөнән көсөнә инде. 2009 йылдан ХI синыфты тамамлаусыларға ике документ - урта белем тураһында аттестат һәм БДИ тапшырыу тураһында сертификат тапшырыласаҡ. «Рәсәй мәғарифы» федераль порталы хәбәр итеүенсә, урта белем тураһында аттестат бөтә предметтар буйынса йыллыҡ билдәләр – «икеле»нән юғары, ә ике мотлаҡ предмет – математика һәм рус теле – буйынса БДИ уңышлы тапшырылған осраҡта ғына биреләсәк.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Яңылыҡтар

    Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
    Прокуратура, хоҡуҡ һаҡлау системаһының мөһим өлөшө булараҡ, бөгөн хоҡуҡи, демократик дәүләттең терәге булып тора, граждандарҙың закон менән гарантияланған хоҡуҡтарын һәм иректәрен ышаныслы һаҡлай. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ енәйәттәрҙе иҫкәртеү, асыу һәм тикшереү ғәмәлен камиллаштырыуҙа, террорсылыҡҡа һәм экстремизмға ҡаршы тороуҙа әүҙем ҡатнаша. Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегендә законлылыҡты тәьмин итеү, закондарҙың үтәлешен күҙәтеү, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эш көсәйтелә.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй матбуғаты көнө менән! Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов матбуғат, радио, тевидение хеҙмәткәрҙәрен, полиграфистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы.
    «Рәсәйҙә баҫма һүҙгә һәр заманда ла айырым мөнәсәбәт булған. Бөгөн дә һеҙҙең эшегеҙ мөһим һәм яуаплы – тап һеҙ демократик йәмғиәт формалаштырыуға һәм граждандар татыулығына, замандың иң көнүҙәк һәм әһәмиәтле һорауҙарына яуап табырға булышлыҡ итәһегеҙ.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фото бар, кадр юҡ йәки Фотограф менән хәбәрсенең бәләкәй генә бәхәсе Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Фото бар, кадр юҡ йәки Фотограф менән хәбәрсенең бәләкәй генә бәхәсе– Фотографтарҙа бер ҡарауҙа хәтерҙә ҡалдырыу һәләте ныҡ үҫешкән була. Шуға мин йөҙ һыҙаттары, көлөү-йылмайыу, хәрәкәт үҙенсәлектәре аша кешене тиҙ үк таныйым. Исемен белмәҫкә лә мөмкинмен, – тип һөйләй Наил ЛАТИПОВ. Ғафури районының «Табын» гәзите фотографы ул. Был төбәктә уны белмәгән етәксе, мәктәп балаһы, ҡарт-ҡоро юҡ. Хатта уны ауыл эттәре лә, фермалағы һыйырҙар ҙа таный тип тә ебәрәләр.
    Ул һүҙ башланы, ә мин төпсөнәм. Төпсөнөү, күҙҙән сүп эҙләү минең һөнәр. Соҡонмайса хаҡлыҡ табып булмай.
    – Ә нишләп шул һәләт ти әле. Беҙ күрә беләбеҙ, тип әйтмәксеһеңме?

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Әсәhе бәләкәй улын йоҡларға hала. Йоҡо бүлмәhенән сығып барғанда:
    – Улым, hин күптән йоҡланың инде hәм төшөңдә бәләкәй ҡуянҡайҙарҙы күрәhеңдер, эйе бит? – ти.
    – Юҡ, әсәй, әлегә реклама, – ти малай йоҡоло тауыш менән.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күмәк бала көс бирә Яңылыҡтар, Милли проекттар

    Күмәк бала көс бирәИшембай районының Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы Гөлнур менән Сәлих киске уйында таныша. Шул ваҡыттан алып улар гел бергә. Хәҙер ғаилә ҡороуҙарына 20 йылдан ашыу ваҡыт үткән, өлкән ҡыҙҙары Гүзәлгә тиҙҙән 20 йәш тула. Стәрлетамаҡ ҡалаһының икмәк комбинатында эшләп йөрөүсе Гүзәлдең тағы өс һеңлеһе һәм бер ҡустыһы бар. Гөлназ Салауатта 72-се лицейҙа уҡый, игеҙәктәр Илһам менән Илүзә һәм дә 3 йәшлек кескәй Фаягөл әле балалар баҡсаһына йөрөй. «Мин ете балалы ғаиләлә үҫтем, ә Илдустар биш бала булған, шуға күрә үҙебеҙҙең дә балалар күп булыуын теләнек. Ҙурайғас, бер-береһенә терәк-таяныс булыр, тинек», – тип һөйләй Гөлнур үҙҙәренең күп балалы ғаиләһе тураһында.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Өфөлә дөйөм белем биреү һәм чемпион мәктәптәр командалары араһында республика шахмат фестивале башланды.
    Ярышта Башҡортостандың төрлө ҡала һәм районынан 170 уҡыусы ҡатнаша. 110 егет һәм ҡыҙ туғыҙ турҙа, йәш буйынса ике төркөмгә бүленеп, чемпион мәктәп исеме өсөн көс һынашасаҡ. Тағы ла дүртешәр кешенән торған 15 команда, шулай уҡ ике төркөмдә, мәктәп командалары турнирында уйнай.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡар ҙа яуыр, көн дә йылыныр Яңылыҡтар

    Тиҙҙән балаларҙың ҡышҡы каникулы ла тамамлана. Уларҙың был көндәрҙә рәхәтләнеп сана шыуып, саңғыла йөрөп ҡалғыһы килә. Һуңғы йылдарҙағы ҡыштар, үкенескә күрә, ҡарға һараныраҡ булып сыҡты. Быйыл да балалар ергә йоҡа ғына булып түшәлгән ҡарҙа уйнарға мәжбүр. Шулай ҙа Ҡыш бабай һирәк-һаяҡ булһа ла беҙҙе яңы ҡар менән ҡыуандырып тормаҡсы. Мәҫәлән, бөгөн, йәғни 10 ғинуарҙа, тотош республикабыҙ, ниһайәт, яңы яуған ҡар аҫтында ҡалырға тейеш. Ҡыш бабайҙың йомартлығына ҡарап, иртәгә лә ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар төшәсәк. Бына хәҙер инде рәхәтләнеп сана шыуырға мөмкин. Өҫтәүенә, 12 – 13 ғинуарға ҡарай көндәр ҙә йылынырға уйлап тора.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru