Бушҡа йөрөгәнсе, бушҡа эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Иман
  • Күңеле саф Әлфирә
  • һорау-яуап
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөттө. Китте. Барҙы... Яңылыҡтар » Спорт

    Германияла барған биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабында Рәсәй йыйылма командаһы ҡыҙҙары юғары уңышҡа өлгәште. Улар эстафетала йәнә барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Был – уларҙың ошо уҡ төрҙә өсөнсө рәттән еңеүе. Афарин! Рәсәй өсөн Светлана Слепцова, Ольга Зайцева, Ольга Медведцева һәм Екатерина Юрьева сығыш яһаны. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Украина менән Германия ҡыҙҙары бүлеште.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Газға баҫам, рулде борам Яңылыҡтар

    Яңы йыл үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, ҡар яуырға ашыҡмай әле һәм асыҡ юлдарҙан тимер аттарҙа елдереүе лә рәхәт. Әммә ҡар оҙаҡ көттөрмәҫ, яуһа – туйғансы яуыр ҙа ҡуйыр. Шуға ла юлдар торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә әҙер булырға кәрәк. Был йәһәттән тәҡдим ителгән ҡағиҙәләрҙе хәтер һандығығыҙға һалып ҡуйыу ҡамасауламаҫ.
    1. Шиналарҙағы баҫымды тикшереп сығығыҙ. Тәгәрмәстең 0,5 атмосфераға ғына артыҡ һауа менән тулы булыуы юл фажиғәһенең бер сәбәпсеһе булыуы ихтимал.
    2. Юлға арҡыры һыҙылған «зебра»ларҙы үткәндә үтә лә иғтибарлы булығыҙ – аҡ буяу ҡарҙа тайғаҡҡа әйләнә.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт клубы. Бойомға ашмаҫ хыялмы? Яңылыҡтар, Хаттар яҙҙым, Мәҙәниәт, Башҡортостан, Милли проекттар, Мәғәриф

    Башҡорт клубы. Бойомға ашмаҫ хыялмы?... Өфөлә башҡорт клубын булдырыу мәсьәләһе күптән ҡуҙғатыла килә. Ләкин бөгөнгә тиклем был эштең бойомға ашырылғаны юҡ. Бер нисә йыл элек асылып, һуңынан ябылған «Айбар»ҙы телгә алырға була, әлбиттә. Тик нисек уны ысын клубҡа тиңләйһең инде? Унда ашхананы арендаға алып кисен дискотекалар уҙғарыла, ә көндөҙ – шундай уҡ ябай ашхана. Техник яҡтан тәьмин ителеү ҙә насар. Ләкин, икенсе яҡтан ҡараһаң, үҙенең ҡыҫҡа ғына эшләү дәүерендә (1,5 – 2 йыл) «Айбар» клубы ярҙамы менән 12 башҡорт (!) ғаиләһе барлыҡҡа килә. Ә ҡайҙа бөгөн шундай башҡорт йәштәренең йыйылышып танышып, аралашып, күңел асыр, киләсәгенә юлдар ярыр урыны? Йәштәр үҙ иркенә ҡуйылған. Уларҙы ойошторор, берләштерер үҙәк юҡ. Әлбиттә, үҙенән-үҙе тәртипһеҙлеккә юлдар асыла. Шуға ла йәштәрҙең күңел донъяһы һайыға, ҡараштары үҙгәрә. Улар һәр нәмәгә еңел-елпе ҡарарға өйрәнә.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Газға баҫам, рулде борам – 2 Яңылыҡтар, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡайһы бер водителдәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәрен яратып еткермәһә лә, уларға хөрмәт менән ҡарайым, эштәренең ауырлығын бик тә яҡшы аңлайым. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәс, уларға үҙемә бәйләнергә форсат та биргәнем юҡ. Шулай ҙа бер нисә тапҡыр документ тикшерергә туҡтатҡандары булды. Тупаҫтар осраманы, шуға ла Әбйәлил, Белорет, Учалы юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына рәхмәтлемен: һәр саҡ юлды өйрәтеп, илтифатлы һөйләшеп, хәйерле юл теләп ҡалдылар.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡарға менән hайыҫҡан Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ҡышҡы hалҡын кис. Бар тәбиғәт шоҡорайып тынып ҡалған. Ошо сихри тынлыҡты боҙоп, зыҡ ҡубып ике ҡарға суҡыша. Бейек кенә ерек ағасы башынан уларҙы аҡ ҡабырға һайыҫҡан күҙәтә.
    Ни бүлешә һуң ҡарғалар? Бынауы ауыр ҡыштың сатнама һыуығында бергә-бергә генә көн итһәләр нимә була инде? Хәйер, наҙан ҡарға береклектә – тереклек тигәнде белмәй шул. Һуғыш суҡмарҙарының борҡоп ҡауырыйҙары оса, ҡанат елпеүенән ҡар өйөрмәһе күтәрелә. Ә һайыҫҡан, күренеп тора, ниндәйҙер ҡырын эш уйлап, башын ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла борғослап, уңайлы мәлде көтә.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы ---

    Арғаяш муниципаль район хакимиәте башлығы Исрафил Мәкин улы Вәлишин 1958 йылдың 13 июнендә Арғаяш районының Медиәк ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Һуңынан шул уҡ райондың Березовка ауылында уҡыуын дауам итә. 1975 йылдан алып Һарытау өлкәһенең Балашов ҡалаһы мәктәбендә лаборант булып эшләй. Ауыл хужалығына битараф булмаған Исрафил Вәлишин ошо өлкәлә белем туплау өсөн шул уҡ ҡалалағы ауыл хужалығын механизациялау техникумына ситтән тороп уҡырға инә.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңлыҡтар Яңылыҡтар

    Яңы йылдың тәүге көндәрендә бер аҙ күтәрелһә лә, үткән шаршамбыла «ҡара алтын»ға хаҡ йәнә төштө.
    Февраль айына нефть һатыу буйынса һуңғы килешеү бер барреле 41 доллар 70 центҡа Нью-Йорк тауар биржаһында төҙөлгән. Аналитиктар нефттең хаҡы төшөүен АҠШ-тың иҡтисади күрһәткестәренең насар булыуы һәм был илдә нефть запасының артыуы менән аңлата.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    СӘЙӘСӘТМЕ, ИҠТИСАДМЫ? Яңылыҡтар, Сәйәсәт, Иҡтисад

    Ошо аҙнаның шаршамбыһы кисендә Рәсәй Украина аша Европа илдәренә газ ебәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға мәжбүр булды.
    Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, был ил аша ебәрелгән «зәңгәр яғыулыҡ» Европа ҡулланыусыларына барып етмәй. 2009 йылдың башынан Украина Рәсәйҙең 86 миллион кубометр газын урлаған. Билдәле булыуынса, «Газпром» менән Украинаның «Нафтогаз»ы араһында быйылға бер ниндәй ҙә килешеү төҙөлмәгән. Шунлыҡтан газһыҙ ҡалған Украина үҙенең территорияһы аша уҙған транзит газ менән ҡулланыуҙан башҡа юл тапмаған.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru