Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡарап дан үҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Янылыктар
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡоролтай, үткән йылды йомғаҡлап, яңыһына бурыстар билдәләне Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Декабрь аҙағында үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты советы ултырышында уның эшенә йомғаҡ яһалды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И. Илешев, Башҡортостан райондары һәм ҡалалары, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси Автономиялы Округы башҡорттары ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Батырхан Мырҙабаев алып барҙы.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙерлек әүҙем бара Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Миәкә райондарында эш сәфәрендә булып ҡайтты. Республика башлығы унда һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеше һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек барышы менән танышты.
    Башҡортостан Президентының ҡарары менән һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының сираттағы күсмә ултырышы быйыл сентябрҙә Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш, Мәләүез райондарында һәм Мәләүез ҡалаһында үтәсәк.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙмыш билдәһе Яңылыҡтар

    – Ә мин мәктәптә уҡығанда уҡ закон һағында эшләү тураһында хыяллана башланым, шуға ынтылдым, – ти Учалы прокуратураһы прокуроры урынбаҫары Таһир Лоҡманов. – Донъяла йыш ҡына төрлө хәл-ваҡиға тап килә һәм мин уларҙы рациональ күҙлектән, юридик йәһәттән сығып баһаларға күнеккәнмен. Шулай ҙа үҙемдең тап РФ прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнөндә прокуратурала эшләй башлауымды яҙмыштың ыңғай билдәһе булараҡ ҡабул итеп, яҡшыға юраным, тимәк, был һөнәр ысынлап та минең булмышым, яҙмышым.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президентыбыҙға – Рәхмәт хаты Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Ислам тарихын, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Хәлит Эрендан Рәхмәт хаты килде.
    Хәлит Эрен унда Президентыбыҙға 2008 йылдың октябрендә Өфөлә үткән Волга – Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы III халыҡ-ара симпозиумын уҙғарыуҙа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерә. Шулай уҡ ул БР Президенты Хакимиәтендәге осрашыуҙан да ҡәнәғәт ҡалған.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы Указ Башҡортостан, Сәйәсәт

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Муниципаль норматив-хоҡуҡи акттарҙың республика регистрын ойоштороу һәм индереү буйынса вәкәләтле республика башҡарма власть органы тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
    «Муниципаль норматив-хоҡуҡи акттар республика регистры тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Указ буйынса БР Юстиция министрлығы муниципаль норматив-хоҡуҡи акттар республика регистрын ойоштороу һәм индереү буйынса функцияны тормошҡа ашырыусы республика вәкәләтле башҡарма власть органы булып тора.

    авторы: admin | 10 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    «Газпром» Украинаға газдың мең кубометрын 450 долларға һатырға тәҡдим итә.
    Рәсәй концерны башлығы Алексей Миллер белдереүенсә, Рәсәй тәүҙә Украинаға газдың мең кубометрын 250 долларҙан һатып алырға тәҡдим иткән (2008 йылда хаҡ 179,5 доллар тәшкил иткән). Киев льготалы хаҡтан баш тартыу сәбәпле, быйыл тариф 418 доллар тәшкил итәсәк, тип белдерә «Газпром». Украинаның баш ҡалаһында иһә 200 – 235 долларҙы оптималь хаҡ тип иҫәпләйҙәр.
    «Газпром»дың рәсми вәкиле Сергей Куприянов әйтеүенсә, уҙған тәүлектәрҙә Украинаның газтранспорт системаһына 295 млн кубометр газ индерелгән һәм шуның 270 миллионы ғына сыҡҡан. Йәғни 25 млн кубометр газ урлап алып ҡалынған.

    авторы: admin | 7 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих булһын һуңғыларға... Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Әбйәлил районының Амангилде ауылында Тамъян ырыуының мәшһүр сәсәне, мәғрифәтсе Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Унда район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урындағы «Йәйғор» әҙәби берекмәһе ағзалары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныусы йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Баш ҡаланан саҡырылған оло ҡунаҡтар был кисәгә мәртәбә генә өҫтәне. Улар сәсәндең юғалып барған ижадын тыуған халҡына бөртөкләп кире ҡайтарыусы ғалимдар – академик Ғайса Хөсәйенов һәм филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Раштыуа байрамы менән! Яңылыҡтар

    Башҡортостандың хөрмәтле православие христиандары! Барығыҙҙы ла Христос Раштыуаһы менән ихлас ҡотлайым! Ошо яҡты байрам тормошто, кешелектең юғары изгелектәрен кәүҙәләндерә. Ошо ҡыуаныслы көндә инаныусыларҙы берләштереүсе үҙ-ара аңлашыу, изгелек, һөйөү һәм өмөт тойғолары айырыуса көслө сағыла. Төбәгебеҙ өсөн традицион диндәр вәкилдәре әүәл-әүәлдән дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән күп милләтле Башҡортостанда беҙ православие христиан динен тотоусыларҙың йәмғиәтте рухи тергеҙеү һәм туплауҙың, халыҡтар араһындағы туғандаш хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың заманса процестарына индергән өлөшөн юғары баһалайбыҙ.
    Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ниәттәр сафлығы һәм рух көсө, именлек һәм бәхет, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru