Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Ай башы
  • Беренсе мөхәббәт
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡасандан билдәләйҙәр? Яңылыҡтар

    Раштыуа байрамын христиан динен тотоусы күп төрлө ағымдарҙың бөтәһе лә ҙурлап, әммә төрлө ваҡытта билдәләп үтә. Ҡайһы бер тарихи сығанаҡтар, уның төрлө көндәрҙә үткәрелеүенә Ғайса бәйғәмбәрҙең бер ниндәй ҡатнашы ла юҡ, тип аңлата. Ул беренсе сиратта Юлий Цезарь һәм Рим папаһы исемдәре менән бәйле. Һуңғыһы 1582 йылда күп быуат йәшәп килгән Юлиан календарына реформа яһай. Шулай итеп, Раштыуа көнөнөң икенсе датаһы барлыҡҡа килеү өсөн сәбәп сыға. Тарихта уның өсөнсө датаһы булыуы ла билдәле. Ни өсөн һуң Ғайса бәйғәмбәрҙең өс тыуған көнө булған? Дүрт Инжилдең береһендә лә уның тыуған көнө тураһында мәғлүмәт бирелмәй. Ни өсөнмө? Сөнки христиан дине иудаизмдың еретиктар сектаһы булараҡ донъяға килә. Иудаистар иһә бер ҡасан да тыуған көнөн иҫкә алмаған. Раштыуаны бары тик III быуат башында ғына Александрияның христиандар йәмғиәтендә ғинуарҙа билдәләй башлайҙар.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡыш бабай ҡарҙы нишләп йәлләгән икен?» Яңылыҡтар, Спорт, Башҡортостан

    «Ҡыш бабай ҡарҙы нишләп йәлләгән икен?»Якутов паркындағы боҙ майҙансығында конькиҙа йөрөргә өйрәнеүсе ҡыҙҙар – Камила, Динә, Лилиә:
    – Беҙҙең уйыбыҙса, ял ваҡыты файҙалы үтергә тейеш. Бына беҙ, мәҫәлән, сиректе тик яҡшы билдәләргә генә тамамланыҡ, тырыштыҡ, ә хәҙер матур итеп ял итәбеҙ – бөгөн конькиҙа шыуырға өйрәнһәк, иртәгә башҡа файҙалы шөғөл табырбыҙ әле.

    Сыр-сыу килеп тауҙан шыуған балаларға ҡарап, бер мәлгә ҡатып ҡалған кеше – ул мин инем... Донъя ығы-зығыһынан ҡапыл айырылып, күргәндәрем мине тылсымлы бала сағымдың сираттағы бер ҡышына илтте.
    Уҡыу сиреге тамамланып, Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡышҡы каникулда беҙ, урамыбыҙҙың бер көтөү балалары, бергә йыйылышып, асығыуҙы ла онотоп, өйгә ҡайтып инмәйенсә, уйнауыбыҙ күҙ алдымда йәнә бер йәнләнде.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Килегеҙ, беҙҙең боҙ майҙансығын күрегеҙ! Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Ҡышҡы каникулда балалар рәхәтләнеп ял итһен, уйнаһын, спорт менән шөғөлләнһен тип, Өфө ҡалаһының Совет районы етәкселәре 7-се дөйөм белем биреү мәктәбе ихатаһында ҙур хоккей «ҡумтаһы» эшләргә тигән пландарын бойомға ашырҙы. Әйткәндәй, был спорт майҙансығы – мәктәп ихатаһындағы икенсе капиталь ҡоролма. Республика көнөнә арнап, бында былтыр тирә-яғы селтәрле ҡойма менән уратылған, баскетбол уйнар өсөн ҡулайламалары булған, шулай уҡ йәнәшәһендә спорт тренажерҙары ҡуйылған бына тигән спорт майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Хәҙер унда көндөҙ ҙә, төндә лә (майҙандар төнөн яҡтыртыла) балалар ҙа, өлкәндәр ҙә өҙөлмәй: футбол тубы ҡыуалар, баскетбол уйнайҙар, тренажерҙарҙа тәндәрен яҙалар, мускулдарын үҫтерәләр.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова «Аве Мария» программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
    Флүрә Килдейәрованың исеме һәм тауышы Башҡортостандың профессиональ йыр сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Концертта Бах, Гендель, Глюк, Вивальди, Перголези, Дуренте, Янченко һәм башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Әлфиә Заһиҙуллина, Эльвира Хәйретдинова һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары Галина Чеплакова менән Катерина Ғилмитдинова сығыш яһаясаҡ.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар тойоп йешәйбеҙ Яңылыҡтар

    Күп йылдар инде Салауат районында төньяҡ-көнсығыш төбәк өсөн бер коррекцион мәктәп-интернат эшләп килде. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа төҙөлгән бина бөгөн авария хәленә еткәйне. Быйылғы уҡыу йылында бында тәрбиәләнеүсе балалар өй туйланы – Лағыр ауылында заман талаптарына тап килгән яңы мәктәп-интернат сафҡа инде. Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе алдынан уны асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙе ҡатнашты һәм мәктәп етәкселеге тарафынан уға үҙебеҙҙең үтенесте белдереп, микроавтобус һорарға баҙнат иткәйнек. Сөнки бында тәрбиәләнеүсе балалар предмет олимпиадаларында ғына үҙен һынап ҡалмай, ә спорт буйынса ла беренселәр рәтендә һанала. Ә инде уларҙы ярыштарға йөрөтөү өсөн транспорт кәрәк.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы указ Башҡортостан, Сәйәсәт

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов БР Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғариф өлкәһендәге контроль һәм надзор буйынса идаралыҡ тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
    Уға ярашлы, идаралыҡ 2009 йылдың 1 ғинуарынан мәғариф өлкәһендә үҙ вәкәләттәрен башҡарасаҡ.
    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә идаралыҡ тураһындағы положениены раҫларға, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тураһындағы положениеға ярашлы үҙгәрештәр индерергә, был Указды бойомға ашырыу буйынса ойоштороу-хоҡуҡи саралар үткәрергә ҡушылды.
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә Башҡортостан Республикаһы Президенты акттарын был Указға ярашлы хәлгә килтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушылды.
    Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәйес ТҮЛӘК Шиғырҙар, Хәтер

    Сит милләт вәкилдәренә тормошҡа сыҡҡан башҡорт һылыуҙарына
    ...Һине тотоп бер һыҙырғым килә,
    Бер илағым килә үкереп:
    Әсәң ҡәберенә төкөрөү бит был,
    Атаң ҡәберенә төкөрөү.

    Ғәфү итәм, тиеп уҡталып та,
    Һыйҙыра алмайым һис бер ҡалыпҡа –
    Йөрәк аҫтындағы Салауаттарҙы
    Һаттың, һылыу, ят бер халыҡҡа.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шағирҙар, кәләмегеҙ осломо? Яңылыҡтар, Конкурстар

    «Йәшлек» республика йәштәре гәзите Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә билдәле шағир Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр бәйгеһе иғлан итә.
    Бәйгенең маҡсаты:
    – Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында талантлы йәштәрҙе табыу һәм дәртләндереү;
    – үҫеп килеүсе быуында милләтенә, тарихына, шиғриәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү;
    – йондоҙ кеүек атылып, шиғриәт күген балҡытҡан йәш талантлы шағир Рәйес Түләктең исемен мәңгеләштереү.
    Бәйгенең шарты:

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru