Алдың-артың уйлап эш ит.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҡташыбыҙға рәхмәт Яңылыҡтар

    Беҙ, Ташбулат ауылы егеттәре – Сабит Ғүмәров, Әүхәҙи Мырҙин, Марсель Ҡотлоғәлләмовтың «Ел-дауыллы» исемле китабын ҙур ҡәнәғәтлек менән уҡып сыҡтыҡ.
    Саф мөхәббәт һағышы ла, сутырлашҡан ҡоштар тауышы ла, сал бөркөттәр саңҡыуы ла, бөгөнгө ҡатмарлы замандың йән тетрәткес ауаздары ла, рәнйетелгән тәбиғәттең, Ер-әсәнең иңрәүе лә ишетелә кеүек был китапта.
    Һүҙ бәҫен тойоп яҙған, замандаштарҙың яҡты ынтылыштарын кәүҙәләндергән, фани донъя, яҙмыш хаҡында тәрән уйланыуҙарға ҡоролған тос фекерле китабығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Алға!» тигән саҡырыу өркөтмәһен Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    Йәмғиәт даими яңырып йәшәһен өсөн уға яңы идеялар, яңы көстәр, тәү ҡарамаҡҡа хыял ғына булып күренгән маҡсаттар килә торорға тейеш. Президент йыл һайын иғлан итә килгән исемле йылдарҙың, башлыса, балалар, әсәләр, ғаиләләр һымаҡ, алдағы көндәр өсөн йәшәүселәргә арналыуы тәбиғи ҡабул ителә. 2009 йыл, үҙ сиратында, Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип башланып киткән икән, «Йәшлек»тә бөгөн донъя күргән өр-яңы рубриканың йәштәр проблемалары тураһында уйланыуҙар менән асылып китеүе урынлы булыр төҫлө. Унда барасаҡ киң темалы, күп йүнәлешле һөйләшеүҙә гәзит уҡыусылар, ғәҙәттәгесә, әүҙем ҡатнашыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Ысындан да, әйҙәгеҙ әле, һөйләшәйек!

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәү йәме – хеҙмәттә! Яңылыҡтар

    Хәҙер етемдәрҙе ғаиләгә тәрбиәгә алалар. Ата-әсә баланы теләп ала икән, унан аҙаҡ эшсән һәм йәшәүҙән йәм табыусы кеше тәрбиәләй аласаҡ, әлбиттә. Әлегә ундайҙар әҙ шул. Балалар йорто буласаҡ әле. Шуға унда, һис һүҙһеҙ, тәрбиәләнеүсене берәй һөнәргә өйрәтеүҙе юлға һалырға кәрәк. Бала аҙаҡ, үҙ аллы йәшәй башлағас, шул һөнәре буйынса эшләп көн күрәсәк. 1947 йылда Темәс балалар йортонан байтаҡ уҡыусыны Өфөләге 9-сы республика башҡорт урта мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Уларҙың күптәре 6 – 7-се синыфты тамамлағайны.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Түбәлә уҙған бер көн Тормош юлдары ҡатмарлы, Мәҙәниәт, Башҡортостан

    Түбәлә уҙған бер көн«Аҡбуҙат» һәм «Сапсал» йыйылма командаларының күңелле ығы-зығыһын күҙәтеп ултыра торғас, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә теге йәки был һорау биреп, хәлдәрен белешеп бимазаламаҫҡа булдым. Бәлки, хата фекерҙер, әммә ошо ҡыҫҡа ғына мәлдә лә үҙҙәрен ситлек артындағы кеүек тоймаһын, тиңдәр араһында тиң булһындар, тинем. Дөрөҫөрәге, теге йәки был баланың ауыҙынан: «Ни ғәйептәребеҙ өсөн беҙҙе йылдан-йыл, көндән-көн мәктәпкә тәрбиәселәр оҙата, байрам шатлыҡтарыбыҙҙы волонтерҙар уртаҡлаша, әсәйем менән икәүҙән-икәү генә быш-быш килешә торған серҙәремде синыф етәксеһе лекция итеп һөйләй икән, аңлатмаҫһыңмы?» – тигән һорауҙы ишетеүҙән ҡурҡтым.

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларға күстәнәс – байрам! Тормош юлдары ҡатмарлы, Мәҙәниәт, Башҡортостан

    Балаларға күстәнәс – байрам!Урал Ғайсин: «Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, утыңды һүндермәйсә мине көт...» – тип йырлай башлағайны, беҙҙең тамаҡҡа төйөр килеп тығылды, күҙҙәргә йәш тулды – ни эшләп яҙмыш шундай ғәҙелһеҙ был балаҡайҙарға! Йөрәкте өҙҙө был Урал... Етмәһә, башҡа балалар ҙа уға ҡушылып йырлай... Үҫмер үҙе лә артыҡ ныҡ хисләнеп китте, буғай, йырын ярты һүҙҙә өҙөп, залдан сығып китте.
    ... Түңәрәк йөҙлө, төймә танаулы, ҡыҫҡа ҡара сәсле ҡыҙыҡай минән күҙен дә алмай, ултырғысҡа менеп ултырҙы. Ете йәшлек кескәй генә был һөйкөмлө ҡыҙсыҡ коридорҙа өлкән ҡыҙ һәм егеттәр араһында юғалып ҡалғандай һымаҡ ине, әле яҡты залда етди ҡарашы уны өлкәндәр менән тиңләштерҙе – ата-әсәләренән айырылған балаларҙың күҙҙәрендә һәр саҡ һағыш ята. Әллә ҡайҙа төпкә йәшерелгән дә ул, ә шулай ҙа был һағышты тома һуҡырҙар ғына сырамытмайҙыр...

    авторы: admin | 6 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Авиньонда йәшәүсе бер малай иҫке аҡса янсығы таба. Янсыҡта ни бары бер нисә ҡағыҙ аҡса һәм пенсионер Жан де Фонта исеменә визит карточкаһы була. Малай йыбанмай, уны хужаһына ҡайтарып бирә. Ә уныһы малайҙы шунда уҡ бер миллион франкыға чек менән бүләкләй. Ҡасандыр финансист булып эшләгән һәм ярты миллиард франк аҡса туплаған бабай үҙенең был ҡылығын: «Малай күңелемде йомшартты һәм йәш быуынға өмөт уятты», – тип аңлатҡан.
    Малайҙың ата-әсәһе аҡсаның яртыһын сиркәүгә бирергә, ә ҡалған яртыһын улдарын уҡытыуға тотонорға уйлай.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Файҙалы кәңәштәр Сәләмәтлек

    Алдашыуҙың иң киң таралған ысулы – түбән сифатлыһының тышлығын билдәле фирманыҡына оҡшатып эшләү. Сәй ҡабына иғтибар менән ҡараһағыҙ, уның сифатлы булмауын тиҙ аңларға була: хаҡы ғәҙәттән тыш арзан, ә ҡабы ябай, ялтырауыҡһыҙ ҡағыҙҙан эшләнгән була. Яҙыуҙарының ҡайһы бер хәрефтәре насар күренә, яҡшы итеп баҫылмаған. Шулай уҡ түбән сифатлы сәйҙең ҡабында уның ҡайҙан икәнлеге, һаҡлау ваҡыты тураһында мәғлүмәттәрҙең теркәлмәүе ихтимал. Япраҡтар араһында килеп сыҡҡан һабаҡ өлөштәре, сәйҙең саңлылығы ла уның сифатһыҙ булыуы хаҡында һөйләй.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул яман шештән hаҡлай Сәләмәтлек

    Fалимдар, туңдырма составындағы май – ракҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу, тигән hығымтаға килгән. Һөттөң майы сәләмәт туҡымаларҙы яман шешлегә әйләндереүсе процесҡа ағыу кеүек тәьҫир итә икән. Ә бына кукуруз ашаусы hыйыр hөтөнән эшләнгән туңдырмала был кислота тағы ла күберәк. Әлеге проблема менән фин ғалимдары ла ҡыҙыҡhынған. Уларҙың тикшеренеүҙәре күрhәтеүенсә, hөт эсергә яратыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шеше булмай икән. Fалимдар майлы hөт эсергә кәңәш итә, сөнки майhыҙландырылған hөттә әлеге кислота юҡ, имеш.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru