Йоҡосоға аш юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Соус менән тауыҡ Сәләмәтлек

    Соус өсөн 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡты бер ҡалаҡ үҫемлек майында крем хәленә килгәнсе иҙергә. Шуға бер семтем тоҙ, ярты балғалаҡ төйөлгән ҡара борос һәм бер аш ҡалағы томат пастаһы йәки соусы һалып болғатырға. Ошо соусты тауыҡ боттарына һәйбәтләп һыларға, һауытҡа теҙеп, бер нисә сәғәткә йәки, иң яҡшыһы, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Боттарҙы табаны ҡапҡас менән ябып ҡыҙҙырырға, көйҙөрмәҫкә. Соусҡа бер аҙ ғына шарап йәки шарап һеркәһе, горчица, йә булмаһа, бал да ҡушырға мөмкин.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бергә аш ейҙек, баш эймәнек Яңылыҡтар

    Ижадсының аҡ ҡағыҙға текләп ниҙәр кисереүен ул үҙе лә, шул ҡағыҙ ғына белә. Күреп-һынап йөрөүемсә, ҙур яҙыусылар, ғәҙәттә, ижади ниәттәре, әле аҡҡа төшмәгән әҫәрҙәре хаҡында сиселеп бармай. Ижад даирәһе, ахырғы емештәренән күптәр ауыҙ итер булһа ла, сит күҙҙәр, ят ҡолаҡтар өсөн ябыҡ. Әҙәби әҫәрҙең, музыканың тартыу көсө, бәлки, ошо мәңгелек серлелектәлер.
    Шағир кешенең тәбиғәте ғәжәпләнерлек. Әҙәбиәт, ижад тураһында һүҙ сыҡтымы, шағир һине лә, мине лә, фани донъяны ла онота, үҙ фекеренә үҙе мауығып, шуның шырлыҡтарына инеп китә. Шағир мауыҡтымы, уны бүлдермәгеҙ, шағир әҫәрләнеп китеп шиғыр уҡығанда гонаһлы еребеҙгә ҡайтармай тороғоҙ. Ижад кешеһе донъялыҡ менән йәшәмәй, ул ожмахтың бикле ишектәрен шаҡып ҡарай, тамуҡтың һәр саҡ асыҡ ишектәренә инеп юғала.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының IV ҡышҡы универсиадаһы тамамланды Яңылыҡтар » Спорт

    РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының IV ҡышҡы универсиадаһы тамамландыГөрләп торған баш ҡалабыҙҙың тормошон уҙған аҙнала РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының IV ҡышҡы универсиадаһы тағы ла шаулатып ебәрҙе. Шулай булмайса, спорт бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн Өфөгә Рәсәйҙең 44 юғары уҡыу йортонан студенттар йыйылһын әле! Универсиадала студенттар мини-футбол, ҡышҡы полиатлон, саңғы уҙыштары, өҫтәл теннисы, шахмат, гер күтәреү, дзюдо һәм армрестлинг кеүек спорт төрҙәре буйынса көс һынашты. Ярыштар бик ҡыҙыу барҙы. Дәғүәселәр етди, һәр команда ныҡлы әҙерлек менән килгән. Ниһайәт, барыһы ла артта, еңеүселәрҙе асыҡлайһы ғына ҡалды. Йомала «Юбилейный» мәҙәниәт һарайында универсиаданы ябыу тантанаһы үтте.
    Биш көн дауам иткән көсөргәнешлек тә, арығанлыҡ та юҡҡа сыҡҡан, барыһында ла байрам кәйефе генә тантана итә. «Универсиада ла, Башҡортостан да бик оҡшаны, ярыштар күңелле һәм ойошҡан үтте.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып... – 5 Яңылыҡтар » Спорт

    Әлеге ваҡытта дебют яһаусы Гагарин кубогының дүрт дивизионға бүленгән командалары араһынан ярымфиналға сығыусыларҙан Чернышовтың дивизионын ғына көслө тип әйтергә булалыр. Сөнки уларҙан «Аҡ барс» менән «Динамо» хоккейсылары ярымфиналға сығып, хәҙер төп приз өсөн үҙ-ара көрәшен дауам итә. Ә бына Харламов менән Тарасов дивизиондарынан берәр команда элитаға сыҡһа, Бобровтыҡылар, ярымфинал түгел, баштан уҡ төшөп ҡалып бөттө. «Салауат Юлаев» менән «Атлант» уйынсылары 1/8 финалда ятып ҡалһа, «Спартак» сирекфиналда тыпырсынып маташты.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларҙың ялы ял булһын ---

    Яҙ етеп, ҡояш сағыуыраҡ балҡыған һайын, күңел йәйгә ашҡына. Һәр кем йәйге ялын ҡайҙа, нисек уҙғарыу тураһында уйлана башлай. Балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү хаҡында иһә Хөкүмәт кимәлендә хәстәрлек күрелә. Республика йортонда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса республика ведомство-ара комиссияһының киңәйтелгән ултырышында һөйләшеү ошо хаҡта барҙы. Уның эшендә уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҡағылышы булған министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашты.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҫмерҙәр енәйәтселегенә ҡаршы Башҡортостан

    БР Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев алып барған комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, республикала үҫмерҙәр тарафынан һәм улар ҡатнашлығында башҡарылған енәйәттәр кәмей бара. Мәҫәлән, 2007 йылда енәйәт ҡылыуҙа бөтәһе 3413 үҫмер ҡатнашһа, былтыр бәлиғ булмаған енәйәтселәрҙең һаны 549-ға кәмегән, үҫмерҙәр тарафынан 2982 енәйәт ҡылынған, был, 2007 йыл менән сағыштырғанда, 435-кә әҙерәк. «Бындай статистика, әлбиттә, һөйөндөрә, әммә ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа хәл әлегәсә көсөргәнешле килеш ҡала», – тип, Илдус Ғөбәйҙулла улы бының сәбәбен асыҡлау маҡсатында һүҙҙе Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, райондың бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияһы рәйесе Вера Глушко менән Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Агишеваға бирҙе.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башкортостан яңылытары Яңылыҡтар

    Өфөлә республика энергетика системаһының ҙур күләмле инвестиция проекты – 5-се ТЭЦ төҙөлә башланы. Ул һуңғы йылдарҙа баш ҡалала күҙәтелгән электр энергияһы дефицитын 300 МВт-ҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Өфө – Дмитриевка юлының уң яғында һалынған ТЭЦ «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәте иҫәбенә төҙөлә.
    «Аҡбуҙат» республика психоневрология шифаханаһы Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн республика хөкүмәтенең Дипломына лайыҡ булды. Ул – Рәсәйҙәге нәҫел буйынса сирле балаларҙы дауалаусы берҙән-бер уникаль шифахана. Бында балалар ата-әсәләре менән дә ял итә.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буш, тип, тапалып үлгәндәр Яңылыҡтар

    Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында дискотекаға бушлай инеү өсөн этеш-төртөш арҡаһында дүрт кеше һәләк булған.
    Шәмбе кисендә, сәғәт 23.00 тирәһендә, дискотека үтәсәк бина ишектәре алдына 200-гә яҡын йәш кеше йыйылып өлгөргән була. Ойоштороусылар, тәүге 30 минутта инеү бушлай буласаҡ, тип белдерә. Шул сәбәпле башланған этеш-төртөш арҡаһында дүрт кеше – өс ҡыҙ (барыһы ла 10-сы синыф уҡыусылары) һәм 29 йәшлек егет тапалып үлә. Шулай уҡ тағы ла һигеҙ кеше төрлө тән йәрәхәте алған, берәүһе дауаханала ята. Ҡаланың эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡорбандар күберәк булыр ине, ярай әле «ЧП» урынына милиция хеҙмәткәрҙәре килеп өлгөрә һәм күҙҙәре тонған йәштәрҙе «һыуытыу»ға өлгәшә.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 14  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru