Иртә торһаң - уңырһың, кискә ҡалһаң - туңырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Атың булһа, ил таный
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • КЕМГӘ «ЗАКАЗ» БИРӘҺЕҢ Ғәләмәт донья, Сәләмәтлек

    ТәбиҒәт серҙәренә күпме генә төшөнөргә тырышһаҡ та, әҙәм балаһын ғәжәпләндергән һәм әле булһа сер йомғағы булып ҡалған күренештәр етерлек. Нисек кенә фаразламайыҡ, тәбиғәт бар нәмәне лә кеше аҡылына әллә ни аңлашылып етмәгән тәртип буйынса, үҙенсә хәл итә лә ҡуя. Бына донъяға киләсәк баланың енесен алдан билдәләү, уны кеше теләгенә буйһондороу мәсьәләһе лә әле һаман ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп иткән серҙәрҙең береһе булып ҡала. Ҡайсаҡ ғаиләлә тик ҡыҙ, икенсеһендә, киреһенсә, тик малайҙар ғына тыуа, ә ғаилә башлыҡтары, малайы булмаһа – малайлы, ҡыҙы булмаһа, ҡыҙлы булырға теләй.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙә тыныс – шуныһы иң мөһиме Яңылыҡтар, Хаттар яҙҙым

    Өфөлә тыуып үҫеп, «Уфимкабель» заводында урта звено етәксеһе вазифаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан кешемен. Башҡорттар ерендә йәшәһәм дә, миңә бер ҡасан да ҡырын күҙ менән ҡараусы булманы. Әйткәндәй, әхирәттәремдең күпселеге – башҡорт, татар. Беҙҙең республикала бер ҡасан да, Балтик буйындағы, Урта Азия республикаларындағы кеүек, рустарҙы ҡыҫырыҡлау, ҡыуыу һымаҡ сетерекле хәлдәргә, Аллаға шөкөр, тарығаныбыҙ булманы һәм булмаҫ, тип ышанам. Сөнки ерле халыҡ бик гуманлы, ихлас, изге, киң күңелле. Икенсенән, беҙҙең Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Рәсәй Хөкүмәте менән сәйәсәттең һәр йүнәлеше буйынса ла уртаҡ тел тапты, шуға күрә лә беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙә бөтә мәсьәләләр ҙә тыныс хәл ителә.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡташыбыҙ Николай Красников – йәнә чемпион! Яңылыҡтар » Спорт

    Яңыраҡ Германияла боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя беренселегенең команда чемпионаты уҙҙы. Унда Рәсәй йыйылма командаһы, иң юғары күрһәткескә өлгәшеп, ҙур уңыш ҡаҙанды. Бигерәк тә билдәле Башҡортостан мотоуҙышсыһы, күп тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников Рәсәй спортсылары араһында иң күп мәрәй яуланы һәм дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе. Ул дүрт уҙышта алдынғылыҡты бирмәне. Хәҙер яҡташыбыҙ Рәсәй командаһы составында алты тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы һәм бөтәһе ун тапҡыр ошо баһаға лайыҡ. Шулай уҡ Рәсәй командаһы составында, Красниковтан тыш, Саранск ҡалаһынан Юнир Базеев менән Тольяттиҙан Даниил Иванов сығыш яһаны.
    Икенсе-өсөнсө урындарҙы Австрия менән Германия спортсылары бүлеште.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Йома көнө Кремлдә үткән Рәсәй – Куба һөйләшеүҙәренең һөҙөмтәһе булып өс кредит килешеүе тора.
    Финанс министры урынбаҫары Сергей Шаталовтың әйтеүенсә, Рәсәй ауыл хужалығы техникаһына дәүләт кредиты 150 млн доллар тәшкил итәсәк. Уны Куба йылына 7 процент менән 9 йылға аласаҡ. Икенсе килешеү иһә 10 йылға йылына 5 процент менән 20 млн доллар кредит биреүҙе күҙаллай. Шулай уҡ 100 млн долларға Рәсәй техникаһына лизинг алыу хаҡында һөйләшеп килешелгән. Был килешеү яҡын арала рәсмиләштереләсәк.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Башҡортостанда ауылда йәш белгестәргә торлаҡ биреү әүҙемләшә бара. Бөгөн «Башҡорт МТС-ы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Бишбүләк районы «Услы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итә.
    Бындай ярҙам программалары республиканың Кушнаренко районында һәм Саҡмағош районының ҡайһы бер хужалыҡтарында ҡабул ителгән. Былтыр Мәләүез районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы кооперативы, Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы һәм башҡа ҡайһы бер предприятиелар үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ йорттар төҙөнө.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БЕҘҘЕҢ ҒӘФҮР ИШЛЕРӘК! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр! Һеҙгә хат яҙыуымдың сәбәбе шул: «Йәшлек» гәзитенең 2008 йылдың 30 октябрендә сыҡҡан «Киләсәктә Хоҙай, бәлки, бер малай бирер» тигән мәҡәләһе (авторы – Баймаҡ районынан Айгөл Иҙелбаева) ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҡәләлә Баймаҡ районының Иҙрис ауылында йәшәүсе ете ҡыҙ үҫтереүсе Фәйрүзә һәм Ғәфүр Йәнғоловтар ғаиләһе тураһында бәйән ителә. Авторҙың «Ете ҡыҙға атай булыуы нисек?» тигән һорауына: «Бәхет бит ул! Республикала мин бер үҙем генәмендер әле!» – тип яуап бирә.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БЕҘГӘ – МАЛАЙ, ҺЕҘГӘ – ҠЫҘ! Яңылыҡтар

    БЕҘГӘ – МАЛАЙ, ҺЕҘГӘ – ҠЫҘ!Баймаҡ районында йәмле Иҙрис ауылдары бар. Ауылдар бер-береһенә инде тоташып бөткән, тиһәң дә, уларҙы ҡалҡыулыҡ бүлеп тора, шуға ла түбәндәрәк ултырғаны – Түбәнге Иҙрис, ә үрҙәгеһе Үрге Иҙрис атамаһын алған. Ауылдар исемдәре менән генә түгел, тағы ла бер күренеш менән иғтибарҙы йәлеп итә. Күршеләш кенә ултырған Иҙрис ауылдарының түбәнгеһендә Йәнғоловтар ғаиләһе һигеҙ ҡыҙ бала тәрбиәләһә, үргеһендә йәшәүсе Һиҙиәтуллиндар ете малай үҫтерә. Һәм һәр ҡайһыһының бер генә, инде һүрелгән тиерлек хыялы – береһенә – малайлы, икенсеһенә ҡыҙлы булыу.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дауалауға мохтаж балаларға ярҙам өсөн Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    30 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Ғилми-клиника оториноларингология үҙәге директоры Николай Дайхес менән осрашты.
    Унда Өфөлә оториноларингология ғилми-клиника үҙәгенең филиалын асыу перспективалары тикшерелде.
    Осрашыуҙа Башҡортостан менән Федераль оториноларингология ғилми-клиника үҙәге араһында яҡшы хеҙмәттәшлек тәжрибәһе тупланған, тип билдәләнде. Атап әйткәндә, насар ишетеүсе балаларға кохлеар имплантация буйынса операциялар уңышлы үткәрелә. Республика Президенты Указы менән 2008 – 2010 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация» Президент программаһы раҫланған.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru