Йүгергәндән бурҙайҙың табаны туҙмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Эш солтаны
  • Иман
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тормошомдағы фәрештәм – әсәйем Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Донъялағы иң ҡәҙерле, ғәзиз кешем – әсәйем Фирүзә Хәким ҡыҙы Түләбаева тураhында яҙмаҡсымын.
    Илеш районының Ҡайынлыҡ ауылында тыуған ҡыҙға тормош бик иртә үҙ hынауын ҡуя – 13 кенә йәшендә атайhыҙ ҡала. Fаиләлә иң өлкән бала булараҡ, үҙенән кесе өс туғанына апай ғына түгел, кәрәк саҡта атай ҙа булырға тура килә уға. Иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем совхоз эшендә йөрөгән әсәhенә оло ярҙамсы, терәк-таяныс булырға тырыша

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һабаҡтары ғүмерлек Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең яҡтарҙа өләсәйгә «әнкәй» тип өндәшәләр. Мин дә бала саҡтан әнкәй тип үҫтем, исеменең дә Ғәйниямал икәнен 13 – 14 йәштәр тирәһендә генә белдем. Ошоға бәйле ике туған ағайым Рафиҡ менән ҡыҙыҡ ваҡиға ла булып алған: 8-се синыфты тамамлағас, Һатҡы ҡалаһындағы профессиональ-техник училищеға уҡырға барыу өсөн танытма юллап, ауыл советына бара. Танытманы тултырғанда әнкәйҙең исеме кәрәк була, ә ул белмәй. Сәркәтип: «Белеп кил!» – тип өйөнә кире бора.
    Салауат районының Мәсетле ауылында күп балалы, тормошо бөтөн ғаиләлә үҫә ҡәҙерлебеҙ. Бик йәшләй Мәсетле районының Иҫәнбай ауылына килен булып төшә.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мең йәшә, өләсәй! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ләмәҙтамаҡ ауылының бынамын тигән егете Зәйнетдингә кейәүгә сыға. Ишәлегә күсеп килеп, үҙ өйҙәрен һалалар, мал ҡарайҙар, донъя көтәләр.
    Өләсәйем менән олатай бөтә ергә өлгөрә: эштә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр, бына тигән ике ул, биш ҡыҙ үҫтерәләр. Уларҙың һәр береһенең хәҙер үҙ ғаиләһе.
    Олатайыбыҙ беҙҙең янда юҡ инде. Өләсәйем Алик улы, Рәфисә килене менән бергә, улар уны хөрмәт итеп, бик татыу йәшәйҙәр.
    Балаларының береһе өсөн дә ҡыҙарырға тура килмәй. Улар намыҫлы, эшһөйәр булып үҫә. Өләсәйемдең 15 ейәне бар.
    «Хәрәкәттә – бәрәкәт», – ти ул беҙгә.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матурлыҡтан бөркөлгән нур Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Матурлыҡтан бөркөлгән нурҺәр ауылдың абруйлы, күркәм ғаиләләре була. Беҙҙең Ауырғазы районының Усман (Ҡаҙморон) ауылында Мөхәмәҙиә Әхмәтовтың ғаиләһе шундайҙарҙың береһе ине. Ғаилә башлығы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Өршәк» колхозында оҙаҡ йылдар хужалыҡ мөдире, аҙаҡ ауыл магазинында һатыусы булып эшләне. Был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн грамоталы, аңлы булыу өҫтөнә эшһөйәр, намыҫлы, кеше менән мөғәмәлә итә белеү сифаттары ла кәрәк. Рәшиҙә еңгә иһә ауылдағы иң матур ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ине. Кеше менән һәр саҡ йылмайып, йомшаҡ итеп һөйләшер булды. Аш-һыуға ла бик оҫта, өйө лә «көлөп» торор ине.
    Клара – был ғаиләлә биш малайҙан һуң бик көтөп алынған беренсе ҡыҙ.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Миңлегөл ХИСАМОВА: ЭЙ, ӘСӘЙЕМ, ҺИНЕ ҺАFЫНАМ Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Эй, әсәйем, hине hағынып
    Иҫтәремә төшөрәм.
    Беҙҙе шундай яратҡанhың,
    Хәҙер генә төшөнәм.
    Ҡояш тотоп бирер инем,
    Ҡояш hине терелтhә,
    Йәйғор элеп ҡуйыр инем,
    Йәйғор нуры йөрөтhә.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Чемпионка үҙебеҙҙеке! Яңылыҡтар » Спорт

    Былтыр 20 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Адлер ҡалаһында рус шашкаһы буйынса 1988 – 1989 йылғылар араһында донъя чемпионаты уҙҙы. Был сарала Рәсәй йыйылма командаһы делегацияһы составында Силәбеләге Урал дәүләт университеты студенты Алина Ғиззәтуллина ла ҡатнашты. Гроссмейстер Александр Шорҙың тәрбиәләнеүсеһе ун дүрт көн эсендә иллегә яҡын партия уйнап, ике беренсе урын алды (төп һәм блиц-турнирҙа), актив һәм абсолют еңеү өсөн дөйөм иҫәптә икенсегә сыҡты.
    Ә кем һуң ул шашка буйынса донъя чемпионатында ике алтын һәм бер көмөш миҙал яулаған Алина Ғиззәтуллина, беҙгә уның ни ҡыҫылышы бар, тиһегеҙме? Уның әсәһе Гөлназ Абдулла ҡыҙы Учалы районының Сәфәр ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Ғәйфулла Шәрифулла улы сығышы менән Туңғатар ауылыныҡы. Ә хәҙер Ғиззәтуллиндар күрше Силәбе өлкәһенең Уй районында йәшәй.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәйнәм – алтын бағанам, мин уға таянам Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡәйнәм – алтын бағанам, мин уға таянамМинең ҡәйнәм, Миңлегөл Хәйрулла ҡыҙы Ҡунаҡбаева, 1936 йылда Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында тыуған. Уға бәләкәй сағынан тормош ауыр һынауҙар ҡуя. 1941 йылда атаһы Бөйөк Ватан һуғышына алына, яу ҡырынан ҡайтырға насип булмай уға. Әсәһе лә бик йәш көйө ҡапыл ғына донъя ҡуя. Ул ваҡытта ҡыҙға ни бары 9 йәш була.
    Һәҙиә апаһы менән өлкән йәштәге өләсәһе ҡулында ҡалалар. Ҡыҙға 15 йәш тулғанда өләсәй ҙә үлеп китә, ә апаһы кейәүҙә була. Үҫмер ҡыҙ үҙ аллы тормош юлына баҫа, мәктәптәге уҡыуын туҡтатып, колхозға инергә ғариза яҙып ҡайта. Балалар йортона урынлаштырырға тип килеүселәр ҙә була, әммә ҡыҙ атаһының нигеҙен һыуытмаҫ өсөн баш тарта. Иптәшкә өйҙәш апай индерә.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өйөбөҙҙөң ҡото Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡәйнәм Зөләйха Әбделҡадир ҡыҙы Сафина Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында 1924 йылда 12-се бала булып донъяға килгән. Үҙ ауылы егете Нурислам Хәлфетдин улы Сафинға кейәүгә сығып, бына инде бергә йәшәүҙәренә 65 йыл булды. Ҡәйнәмә – 85, ҡайныма 84 йәш тулды. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Икеһе лә һау-сәләмәт, гөрләтеп донъя көтәләр. Ҡайным ир-егеттәр башҡарған бар эште бөгөн дә «ыһ» та итмәй башҡара. Мал да ҡарай, бесән дә саба, утын да әҙерләй. Ә ҡәйнәмдең ҡулынан бер ҡасан да эш төшкәне юҡ. Иртәнге сәғәт 6-ла тороп, ҡараңғы төшкәнсе ҡул эштәрен башҡара. Бөгөн дә йөн иләү, бәйләү уның өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru