Ғаиләлә ололарҙың булыуы – үҙе бер тәрбиәүи сара. Эйе, бер-беребеҙҙән уғата сабырлыҡ, аңлау талап ителгән заманда йәшәйбеҙ. Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа һәм ошо оҙон булмаған арауыҡты һөҙөмтәле үтер өсөн һәр бер сәғәттең, һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Оло быуын – бәхетле халыҡ, сөнки улар оҙайлы ғүмер юлы үткән.
Ҡәйнәм Зөләйха Әбделҡадир ҡыҙы Сафина Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында 1924 йылда 12-се бала булып донъяға килгән. Үҙ ауылы егете Нурислам Хәлфетдин улы Сафинға кейәүгә сығып, бына инде бергә йәшәүҙәренә 65 йыл булды. Ҡәйнәмә – 85, ҡайныма 84 йәш тулды. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Икеһе лә һау-сәләмәт, гөрләтеп донъя көтәләр. Ҡайным ир-егеттәр башҡарған бар эште бөгөн дә «ыһ» та итмәй башҡара. Мал да ҡарай, бесән дә саба, утын да әҙерләй. Ә ҡәйнәмдең ҡулынан бер ҡасан да эш төшкәне юҡ. Иртәнге сәғәт 6-ла тороп, ҡараңғы төшкәнсе ҡул эштәрен башҡара. Бөгөн дә йөн иләү, бәйләү уның өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҡәйнәм менән бергә тороуыма 30 йыл була. Аш бешереү серҙәренә, телеңде йоторлоҡ тәмле эремсек, талҡан, ҡорот, ҡымыҙ эшләргә лә унан өйрәндем. Ҡәйнәмдең бөтә нәмәне күңел биреп, ихлас эшләүе бөгөн миңә күскән. Ниндәй генә эшкә тотонһам да, еренә еткереп эшләргә тырышам. Ҡәйнәм бик дәртле. «Юлдаш» каналын тыңлап ултырған сағында, йә үҙенең таҡмаҡ көйҙәренә бейеп тә китә. Йырға, моңға бик ғашиҡ кеше ул. Клубта үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Ниндәй генә концерт, спектаклдәр булмаһын, ҡәйнәм иң алғы рәттә, бар күңелен биреп ҡарай. Эске донъяһы бик бай, алға ынтылып, дәртләнеп йәшәй белә. Буш ваҡыт таба һалып, ҡайным менән ярыша-ярыша гәзит-журналдар уҡый, бөтә яңылыҡ эсендә ҡайнай. Дини китаптар уҡый, йыл һайын ураҙа тота. Уның йөҙө көләс, күңеле киң. Бер кемгә лә ҡаршы һүҙ әйтә белмәҫ, һәр нәмәне шаяртыуға бороп, уйын-көлкө менән үткәреп ебәрә белә. Шуға ла тик ыңғай энергия ғына таратыусы кеше ул. Тормош иптәшем Динислам, ҡәйнәм һәм ҡайным, бергәләшеп, алты бала үҫтерҙек. Бер улыбыҙ, ике ҡыҙыбыҙ тормошта. Иң бәләкәй ҡыҙыбыҙ 6-сы синыфта уҡый. Тағы ла ике улыбыҙ бар. Береһе уҡый, икенсеһе эшләй. Үҙем дә хәҙер ҡәйнә. Рәхәтләнеп Зилара киленебеҙҙе йомшайбыҙ. Киленебеҙ ҙә, кейәүҙәребеҙ ҙә беҙҙең өсөн үлеп тора. Тормошобоҙ ал да гөл, Аллаға шөкөр. Бар яҡтан уңып йәшәүебеҙгә ҡәйнәмә бурыслыбыҙ. Уның өйрәткән өгөт-нәсихәттәрен тотоп, сабырлыҡ һәм әҙәп һаҡлап, донъя көтәбеҙ. Беҙҙең өсөн ҡәйнәм менән ҡайным әле лә дөрөҫ йәшәү өлгөһө: икәүләп ат егеп, еләккә, сейәгә сығалар. Һәр мәжлестә уларҙың урыны иң түрҙә. Бөгөн ауылда иң оло, иң дәрәжәле кеше улар. Мин килен булып төшкәндә ҡәйнәм хаҡлы ялға сыҡмағайны. Туйыбыҙ бөгөн генә булған һымаҡ. Иҫләйем дә, туйҙағы теләктәрҙе иҫкә төшөрәм. Ҡайнымдың бер туған һеңлеһе Фазилә апай: «Йәштәр, бына, һеҙгә өй, өйгә ҡушып, һеҙгә әбей менән бабай. Уларҙы ҡәҙерләгеҙ, һәйбәт итеп көтөгөҙ, уларҙың фатихаһын алығыҙ», – тигәйне. Уның теләктәре фәрештәнең «Амин!» тигән сағына тура килгәндер. Мин ҡәйнәм менән ҡайнымды, бер һүҙ ҙә ҡаршы әйтмәй, ҡәҙерҙәрен белеп көттөм. Ҡәйнәм менән һөйләшеп, серләшеп һүҙебеҙ бөтмәй, бөтә эштәребеҙ уртаҡ. Мин һыйыр һауһам, ул һөт айырта, еләк йыйһам, ул тәмле итеп ҡайната, мин йөн тетһәм, ул юрған һырый, оҫта итеп еләк, сейә, муйыл майҙары эшләй. Бер көн саҡ ҡына ситкә ҡунаҡҡа китеп, йә ауырып китһәләр, өйҙөң ҡото юғала, нуры китә. Бар донъямдың ҡото бит ул ҡәйнәм менән ҡайным. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тиҙәр. Бөгөн ҡайны-ҡәйнәмдән, балаларымдан, туғандарымдан ихтирам, хөрмәт тойоп йәшәйем. Минән дә бәхетле кеше юҡ. Йәш ваҡытымда ҡәйнәмдең аҡыллы кәңәштәренә таянып йәшәй алғанмын. Бер йылдан, Алла бойорһа, хаҡлы ялға сығам. Өс ейәнем бар, ә ҡәйнәм – 12 ейән, 9 бүләсәргә өләсәй. Ул – тормошобоҙ ҡояшы. Асыҡ йөҙө, яҡшы һүҙе менән беҙгә кәңәшсе лә, терәк тә. Йәштәргә әйтер һүҙем дә бар: ғүмер ағын һыу кеүек, күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Тормошта матур итеп йәшәй белергә кәрәк. Сабырлыҡ һәм аҡыл менән донъя көтөүгә ни етә! Ҡәйнә, ҡайныларығыҙҙы ҡәҙер-хөрмәт итегеҙ! Ҡайным менән ҡәйнәмдең фатихаһы – бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа бәхет юлы. Уларға тағы ла оҙон ғүмер, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләп, бергә-бергә йәшәргә яҙһын, тим.
Зәйтүнә САФИНА. Хәйбулла районы, Иҫәнгилде ауылы. |