Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Дайджест
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һеҙ яҡшы хужабикәме? Конкурстар, Сәләмәтлек

    Һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙен уңған хужабикә итеп күргеһе, ошо хаҡта маҡтау һүҙҙәре ишеткеһе килә. Әммә ҡайһы саҡта бындай һүҙҙәрҙе бик оҙаҡ көтөргә тура килә! Ә беҙ һеҙгә икенсе юл тәҡдим итәбеҙ. Түбәндәге һынамыш һорауҙарына яуап биреп, балдарҙы иҫәпләп сығығыҙ ҙа, үҙегеҙҙең ниндәй хужабикә булыуығыҙҙы күрерһегеҙ.
    1. Һеҙгә һыуытҡыс, телевизор, кер йыуыу машинаһы һәм киске күлдәк һатып алырға кәрәк икән, әммә шуларҙың береһен генә алырға мөмкинлек бар. Нимәне һатып алыр инегеҙ?

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белдереү Яңылыҡтар » Иғтибар

    Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты яҙғы каникул көндәрендә – 25 – 28 мартта 7-се синыф уҡыусылары өсөн төрлө фәндәр буйынса (башҡорт теле, математика, рус теле) олимпиада үткәрә. Олимпиадала ҡатнашырға теләүсе уҡыусыларға үҙҙәре менән 1-се синыфтан башлап бөтә уҡыу йылдарында өлгәшеү табеленең күсермәһен һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡты (төп нөсхәһе һәм күсермәһе) алып килеү мотлаҡ.
    Олимпиада көндәрендә килгән уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡта йәшәү һәм гимназия ашханаһында туҡланыу, театрҙарға, музейҙарға йөрөтөү ойоштороласаҡ. Бер кешегә тәүлегенә – 500 һум.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып... Яңылыҡтар » Спорт

    Быйылғы миҙгелдә КХЛ беренселегендә төшөп ҡалғандарҙан булып һаналған «Авангард» хоккейсылары мөғжизә тыуҙырыуын дауам итә. Рәсәй чемпионы «Салауат Юлаев» командаһын нокаутҡа ебәргәс, улар бәйгенең икенсе төп фавориты – «Аҡ барс»ҡа ла ныҡлап тотонмаҡсы. Сирекфиналдың тәүге алышында Омск уйынсылары быны иҫбатланы инде. Икенсе осрашыуҙа уларға саҡ ҡына бәхет етеңкерәмәне. Төп ваҡытта хужаларға 2:1 иҫәбенә отола килеп, уйын тамамланыуға дүрт секунд ҡалғас, Ягрҙың командаһы иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Өҫтәмә ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында Ҡаҙан хоккейсылары оҫтараҡ булып сыҡты һәм дөйөм иҫәпте тигеҙләне.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баден-Вюртемберг халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты Яңылыҡтар

    Кисә Германияла матәм көнө булды. Винненден ҡалаһында 17 йәшлек үҫмерҙең 16 кешене атып үлтереүе хаҡында уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар инде.
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов фажиғәгә бәйле Баден-Вюртембергтың Премьер-министры Гюнтер Х. Этингерға ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
    «Хөрмәтле Гюнтер Х. Этингер! Башҡортостан халҡы барлыҡ Баден-Вюртемберг халҡының һәм зыян күреүселәрҙең туғандарының, яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша», – тиелә унда.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар: «тура бәйләнеш»! Яңылыҡтар

    17 мартта БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе балалар һәм йәштәр ижтимағи ойошмаларын үҫтереү һәм уларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «тура бәйләнеш» ойоштора. Һеҙҙең һорауҙарға БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының балалар һәм йәштәр хәрәкәтен үҫтереү секторы мөдире Регина Хисаметдинова яуап бирәсәк. 10.00 – 13.00 сәғәттәрҙә 250-39-71 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    12 мартта РФ Президенты Дмитрий Медведев Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе итеп Елена Скрынникты тәғәйенләне.
    Бер аҙна элек кенә ул илебеҙҙең власть структураларында ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик аҙ булыуы тураһында һөйләп ултырғайны. «Испанияла булғанымда, – тине ул, – Рәсәй Хөкүмәтендә гүзәл заттарҙың аҙ булғаны өсөн мине «тәнҡитләп» алдылар, ни тип яуап бирергә лә белмәнем. Беҙгә был өлкәлә хәлде яҡшыртырға кәрәк».
    Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, хәҙер РФ Премьер-министры янына өсөнсө ҡатын-ҡыҙ өҫтәлде. Иҫегеҙгә төшөрәйек, быға тиклем Хөкүмәттә гүзәл заттарҙан Т. Голикова һәм Э. Нәбиуллина эшләп килә ине.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тамырҙарыңды белеү мөһим Башҡортостан, Милли проекттар

    ОБСЕ-ның аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса юғары комиссары Кнут Воллебек Башҡортостанға эш сәфәре барышында Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылындағы украин тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды.
    Золотоношка украин ауылы 100 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Яҡынса 1900 йылдарҙа Черкасск губернаһынан килеп урынлашҡан улар. Ауыл халҡының 80 проценттан ашыуы – украиндар. 1999 йылда бында БР Президент Указы менән тарихи-мәҙәни үҙәк булдырыла.
    Кнут Воллебек ауылдың бай тарихы хаҡында һөйләүсе музей экспонаттары, украин телендә бик күп әҙәби фонд туплаған китапхана менән танышты. Рәсәйҙәге берҙән-бер украин уҡытыу-тәрбиә комплексы ла Золотоношка ауылында урынлашҡан. Ул мәктәп һәм балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Бында балаларҙы өс йәштән украин телендә уҡыта башлайҙар.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илештәр әүҙемерәк Яңылыҡтар

    Күптән түгел Дүртөйлө берләшкән почтамтының отчет йыйылышы уҙғарылып, унда үткән йылғы эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде. Сарала республикабыҙҙың матбуғат баҫмалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Гәзит-журналдарҙың баш мөхәр-рирҙәре һәм хәбәрселәре баҫмаларын иң күп яҙҙырған почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
    «Йәшлек» гәзите бүләктәре башлыса Илеш районының хат ташыусыларына эләкте. Сөнки йәштәр баҫмаһын алдырыусылар һаны Илештә Дүртөйлөгә ҡарағанда күпкә артығыраҡ.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru