Көс һабантуйҙа беленер, эш өмәлә беленер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Өс һөйләм менән
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Дини белем кәрәк
  • Ислам әҙәбе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Маяҡ кеүек балҡый күңелдә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Эйе, әллә нисек ғәжәп мөләйем итеп, бөтә йөҙөндә нур балҡытып, күңелдәрҙе иретерлек йылылыҡ һирпеп йылмая минең ҡәйнәм. Шул йылмайыуын яратам.
    Ҡәйнәм, Рабиға Мөхәммәт ҡыҙы Мәхийәнова, Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында тыуып үҫкән. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға инә. 1982 йылда Ҡаратал ауылы егете Хәлфетдин Зәйнетдин улы менән үҙ ояларын ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡәйнәм менән ҡайнымды ҡыуаныс-шатлыҡ өҫтөнә тормош ауырлыҡтары ла, һағыш-хәсрәт тә урап үтмәй. Әммә ҡасандыр танышып ҡауышҡан ике йән бер булып, бер- береһенә ихтирамын юғалтмай, бер-береһен һаҡлап һәм яҡлап, егерме ете йыл ғүмер итә. Хәҙерге ваҡытта улар беҙгә өлгө булып тора.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балсыҡтан әүәләнгән бәхет Хаттар яҙҙым, Юбилейҙар

    Балсыҡтан әүәләнгән бәхетӨфөлә йәшәгәнгә ара алыҫ булыуға ҡарамай, беҙ уның янына ай һайын тиерлек ҡайтырға тырышабыҙ. Ҡайтабыҙ, тим, сөнки улар хәҙер минең өсөн икенсе өйгә әйләнде инде. Ишек тупһаһына баҫып та өлгөрмәйһең, ҡайным менән бергә ҡаршы сығып, ҡолонсаҡтарым ҡайтты, тип, һәр беребеҙҙе ҡосағына алып, иркәләй. Хатта ҡайһы саҡ кәләшем көнләшеп тә ҡуйған һымаҡ.
    Үҙем хәҙер өс бала атаһымын. Атайҙар кисерешен дә, әсә ҡәҙерен дә ныҡлы аңлайым бөгөн. Ете генә йәшемдә ҡәҙерле әсәйемдән ҡалыуым хәтерҙә лә юҡ инде хәҙер. Шулай ҙа, һәр бала һымаҡ, балалығымдың иң шатлыҡлы миҙгелдәре уның менән кисерелгәндер, тигән ышаныстамын. Олоғайып, үҙҙәре атай-әсәй булып бөткән кешеләр ҙә әсәй наҙына мохтаж икән ул.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡәйнәм, ҡәҙерлем!» конкурсы тамам! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Кеше ғүмере, гүйә, атылған йондоҙ. Тормош тигән күк көмбәҙендә бер көн тоҡанып, нур бөркөп, яҡындарын, ғәзиздәрен йылытып, яҡтыртып йәшәй ҙә, унан, бар донъяны ҡараңғылатып, ҡапыл һүнә. Йөрәктәрҙә ул ҡалдырған яҡты эҙ һәм күңелдәрҙе әрнетеп торған мәңге уңалмаҫ сей яра ҡала. Сей яра, сөнки фанилыҡтан киткән ғәзиздәребеҙгә иҫән саҡтарында әйтеп еткерелмәгән береһенән-береһе матур һәм йылы хис-тойғоларыбыҙ, йөрәктәренә май кеүек яғылырҙай яғымлы һүҙҙәребеҙ, ауыр мәлдәрендә ҡот һәм илһам өҫтәрҙәй яҡты һәм ихлас ҡараш-мөнәсәбәттәребеҙ, сиселмәгән сер булып, мәңге үкендереп, үҙебеҙ менән тороп ҡала. Тороп ҡала, ә йондоҙҙар атыла ла атыла...

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тимер ат»тағы ир-егеттәр яҡындарына ниндәй бүләк әҙерләгән? Яңылыҡтар

    «Тимер ат»тағы  ир-егеттәр яҡындарына ниндәй бүләк әҙерләгән?Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө килеп тә етте. Урамдан бер егет китеп бара, ҡулында – сәскә гөлләмәһе. Әлбиттә, был гөлләмә әсәһенә, йә һөйгән ҡыҙына, тигән һығымтаға киләһең. Ә бит ир-егеттәрҙең күбеһе «тимер ат»та йөрөй. Уларҙың да өйҙәрендә бүләк көткән яҡындары бар. Руль артындағыларҙың гүзәл заттарға ниндәй бүләктәр әҙерләгәнен белеү ниәте менән китеп барған машиналар хужаларын туҡтатып һораныҡ.
    Фәнзил МУЛЛАЙӘРОВ, 42 йәш, «Башавтотранс» автобусы водителе:
    – Мин ҡатынымды һәм ҡыҙымды йыл һайын ошо гүзәл байрам менән тәбрикләйем. Иң мөһиме – сәскә, шуға ла һауыттағы сәскәләр һатып алырға тырышам, сөнки ябай гөлләмәләр беҙҙең һыуыҡтарҙа тиҙ арала үҙенең матурлығын юғалтыусан. Ә бүләкте аҡсалата ғына бирәм, сөнки эш графигы тығыҙ булғас, кибеттәр буйлап йөрөргә ваҡытым ҡалмай.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшыИнтернет мөмкинлектәренә хайран ҡалып ултырыуым: әллә ҡайҙа, әкиәттә һөйләнгәнсә, ете диңгеҙ артында ятҡан Төркиәлә йәшәгән яҡташым – башҡорт ҡыҙы Резедә Ғәликәева, йәғни хәҙер Резедә ханым Авджи менән Интернет аша икебеҙ пәрҙәнең ике яғында ултырып һөйләшкән кеүек булды. Үҙен күрмәйем, белмәйем, ә тауышын йәнәшәлә генә ишетәм, һәр интонацияһын тотам, һағыштарын тоям, хис-тойғоларын уртаҡлашам. Һөйләшеү манераһынан хатта үҙен ситтән генә булһа ла төҫмөрләгән дә кеүекмен. Төрөктәрҙең нәзәкәтле, ялтыр-йолтор милли кейемендәге наҙлы, иркә генә ҡатын итеп түгел, ә заманса кейенгән-яһанған, сая, сос, шуҡ, көслө, йүнсел, шартлап торған мөләйем йәш ҡатын итеп. Ундайҙарҙы беҙҙең халыҡта, тубырсыҡ кеүек, тиҙәр.
    Резедәнең төрөк килене булып китеүенә ун йыл үтеп, уларҙың телен камиллыҡта, йәшәйешен-йолаларын, милли аштарын үҙләштереп өлгөргән. Тик йыһаныбыҙҙың иң күркәм ерендә, өҫтәүенә, Төркиәнең баш ҡалаһында, диңгеҙ буйында көн күрһә лә, барыбер йөрәге, күңеле менән унда ерегеп етә алмай, сит ерҙәрҙә толҡа тапмайынса, ятһа ла, торһа ла тыуған яғын, туғандарын һағынып һағышлана.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән! Яңылыҡтар

    Һеҙҙе 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым.
    Был күркәм яҙ байрамы – иң матур, иң яратҡан, иң хөрмәт иткән байрамдарыбыҙҙың береһе. Был көндә йәмғиәтебеҙ һеҙгә үҙенең хөрмәтен күрһәтә, әсәлек ҡаһарманлығы өсөн, балалар һәм тыуған йорт тураһында хәстәрлек күргәнегеҙ, үҙегеҙҙә шул тиклем һөйөү, матурлыҡ һәм нәзәкәтлелек, яуаплылыҡ, аҡыл һәм изгелек туплаған өсөн тәрән һәм сикһеҙ рәхмәтен белдерә.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КЕМГӘ «ЗАКАЗ» БИРӘҺЕҢ Ғәләмәт донья, Сәләмәтлек

    ТәбиҒәт серҙәренә күпме генә төшөнөргә тырышһаҡ та, әҙәм балаһын ғәжәпләндергән һәм әле булһа сер йомғағы булып ҡалған күренештәр етерлек. Нисек кенә фаразламайыҡ, тәбиғәт бар нәмәне лә кеше аҡылына әллә ни аңлашылып етмәгән тәртип буйынса, үҙенсә хәл итә лә ҡуя. Бына донъяға киләсәк баланың енесен алдан билдәләү, уны кеше теләгенә буйһондороу мәсьәләһе лә әле һаман ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп иткән серҙәрҙең береһе булып ҡала. Ҡайсаҡ ғаиләлә тик ҡыҙ, икенсеһендә, киреһенсә, тик малайҙар ғына тыуа, ә ғаилә башлыҡтары, малайы булмаһа – малайлы, ҡыҙы булмаһа, ҡыҙлы булырға теләй.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙә тыныс – шуныһы иң мөһиме Яңылыҡтар, Хаттар яҙҙым

    Өфөлә тыуып үҫеп, «Уфимкабель» заводында урта звено етәксеһе вазифаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан кешемен. Башҡорттар ерендә йәшәһәм дә, миңә бер ҡасан да ҡырын күҙ менән ҡараусы булманы. Әйткәндәй, әхирәттәремдең күпселеге – башҡорт, татар. Беҙҙең республикала бер ҡасан да, Балтик буйындағы, Урта Азия республикаларындағы кеүек, рустарҙы ҡыҫырыҡлау, ҡыуыу һымаҡ сетерекле хәлдәргә, Аллаға шөкөр, тарығаныбыҙ булманы һәм булмаҫ, тип ышанам. Сөнки ерле халыҡ бик гуманлы, ихлас, изге, киң күңелле. Икенсенән, беҙҙең Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Рәсәй Хөкүмәте менән сәйәсәттең һәр йүнәлеше буйынса ла уртаҡ тел тапты, шуға күрә лә беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙә бөтә мәсьәләләр ҙә тыныс хәл ителә.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru