Дандың төбө - хөрмәт, хөрмәт төбө - хеҙмәт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Йыланлы урын
  • Октябрь
  • Еләк һатығыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс тапҡыр урланған ҡыҙ... Яңылыҡтар, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Рәсәйҙә тыуған һәм Францияла урланған кескәй Лизаның тарихы ысын мәғәнәһендә детектив киноны хәтерләтә.
    Өс йәшлек ҡыҙын балалар баҡсаһынан алып сығып барған француз океанологы Жан Мишель Андреға ҡапыл ике бил-дәһеҙ кеше һөжүм итә. Иҫен юғалта барған атай ниндәйҙер ҡатындың уның ҡыҙы менән тыныс ҡына машинаға ултырып киткәнен генә хәтерләй. Аҙаҡ, хас та кинолағыса, ике вертолет машина артынан ҡыуа сыға, әммә ҡыуып етә алмай. Хәҙер инде ҡыҙҙы бар Европа буйлап эҙләйҙәр.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!» Яңылыҡтар

    Рәсәй вуздары ректорҙарының быйыл үткән съезында РФ Президенты Д. Медведев студенттарға һәм вуздарға көрсөк мәлендә нисек ярҙам ителәсәге хаҡында һөйләне.
    Президенттың әйтеүенсә, әле түләп уҡығандарҙан 25 мең самаһы студент (әлбиттә, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткәндәр) 2009 йылда бюджет урындарына күсереләсәк. Сөнки, РФ Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн вуздарҙағы түләүһеҙ урындарҙың 10 процентҡа тиклеме буш тора икән. Көрсөк эҙемтәләренә ҡаршы сираттағы аҙым: уҡыу өсөн түләү хаҡтарын «туңдырыу». «Хаҡтар һумдарҙа күрһәтелергә һәм студент уҡып бөткәнсе үҙгәрмәҫкә тейеш», – тип белдерҙе Д. Медведев.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ йырҙарының нәфислеген тойғоғоҙ килһә Мәҙәниәт

    Һигеҙ тиҫтәһен тултырыуына ҡарамаҫтан, йырлаған һайын тауышы асыла ғына бара уның. Ошо йәшкә етеп тә тауышының моңон, көсөн һәм сафлығын һаҡлаған йырсылар бөгөн бик һирәк донъяла. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтанов ана шундай шәхестәрҙең береһе лә инде. Оло йәштәмен тимәй Абдулла ағай, әле булһа сәхнәгә сығып, яратҡан тамашасылары, халҡы өсөн йырларға ашҡынып тора. Халыҡ та уның моңона сарсаған. Абдулла Солтановтың 27 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк концертына билеттарҙың бик аҙ ҡалыуы – быға асыҡ миҫал.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы тәғәйенләүҙәр Сәйәсәт

    Республикабыҙ Президентының Указы менән Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Ринат Зәйнуллин тәғәйенләнде.
    Ринат Мөҙәрис улы 1975 йылдың 31 авгусында Шаран районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1997 йылда Бәләбәй «Башавтотранс» предприятиеһында бухгалтер вазифаһында башлай. 2005 – 2007 йылдарҙа БР мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары, 2007 – 2008 йылдарҙа ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары, ә 2008 йылдан әлеге көнгә тиклем Тышҡы бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында беренсе урынбаҫар булып эшләне.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшлек хәтирәләренең бер бите Мәҙәниәт

    Күптән түгел Мәскәү телевидениеһы «Стиляги 1957 года» исемле тапшырыу күрһәткәйне. Шуны ҡарағандан һуң мин дә үҙемдең хәтер һандығымды аҡтарырға булдым. Быйыл был ваҡиғаларға илле ике йыл була инде.
    Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң үҙемдең тыуған ауылымда бер генә йыл эшләгәйнем. Икенсе йылына директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Беҙгә егермеләп ауылдан уҡырға йөрөнөләр, шуға 8 – 10-сы синыфтарҙа ғына ике йөҙҙән ашыу уҡыусы ине. Йәш уҡытыусылар ҙа күп. Мауығып эшләй инек, күңелле ял да итә белдек: халыҡ алдында спектакль, концерттар менән сығыш яһаныҡ, оҙон тәнәфестәрҙә уҡыусыларҙы бейергә өйрәттек.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ифрат баҫалҡы, кешелекле, кеселекле ине Башҡортостан » Хәтер

    Ифрат баҫалҡы, кешелекле, кеселекле инеҒәлиә Имашева... Уның исемен телгә алыу менән 1988 йылдың майында һәм 1992 йылдың декабрендә «Йоматау» шифаханаһында бергә ял итеп, дауаланып, аралашып йәшәгән саҡтарҙы һағынып иҫемә төшөрәм. Ғәлиә апайҙың дөрөҫлөктө, йәшәйешебеҙ ысынбарлығын бөтә нескәлегендә сағылдырған сәхнә әҫәрҙәренә һоҡланһам да, күренекле рәссам менән яҡындан танышып, аралашып, һөйләшеп йөрөрбөҙ, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡорорбоҙ, тип уйыма ла килтермәгәйнем. Бик тә ябай, алсаҡ, һүҙгә әүәҫ ине ул.
    ...Шифаханала ял итеүселәр менән бергә миңә лә концертта ҡатнашып, сығыш яһарға тура килде. Рәғиҙә Янбулатова шиғырына Хөсәйен Әхмәтов яҙған «Иҫтәлек», «Һаубуллашыу» көйөн һәм башҡа татар, башҡорт көйҙәрен мандолинала уйнап ишеттергәйнем. Рәми Ғариповтың «Минең йондоҙом» тигән шиғырына яҙылған йырҙы ла үҙем уйнап, үҙем йырлап башҡарғайным.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр мәсьәләләрен хәл итеү – киләсәкте хәстәрләү ул Яңылыҡтар

    Йәмғиәтебеҙҙең киләсәге йәштәр ҡулында. Йәштәр проблемаларын хәл итеү – урта һәм өлкәнерәк быуындың киләсәген хәстәрләү ул. Киләсәгебеҙ өмөтлө булһын өсөн, әлбиттә, тәү сиратта, йәштәрҙе яҡлау, уларға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтеү мөһим. Был мәсьәләләр Илеш районында нисек хәл ителә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Илеш муниципаль районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Раил Наил улы Ғүмәровҡа мөрәжәғәт иттек.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзите һәм Yeshlek.Ru йәштәр порталы акцияһы: Һинең менән мин – ҡан ҡәрҙәш Яңылыҡтар, Конкурстар, Сәләмәтлек

    «Йәшлек» гәзите һәм Yeshlek.Ru йәштәр порталы акцияһы: Һинең менән мин – ҡан ҡәрҙәшПедучилищела уҡығанда, бер таныш ҡыҙҙың ағаһы мотоциклдан осоп, реанимацияға эләккәйне. Ҡанын күп юғалтҡан, донорҙар кәрәк, тинеләр. Шул саҡта уның оло ғына йәштәге атаһы, ерҙән былайыраҡ ҡарайып, донорҙар эҙләп йөрөнө. Белоретҡа ситтән күсеп килеүҙәренә күп тә түгел, шуға таныштары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Эшләгән урыны берәй ҙур ғына предприятие, ойошма булһасы, юҡ, балалар баҡсаһында ҡарауылсы ғына шул. Ул саҡта шылтыратып ҡына белешергә, ярҙам һорарға кеҫә телефондары ла юҡ. Йәйәүләп атай кеше күпме тупһаны тапағандыр, белмәйем. Ә шулай ҙа, әллә күп йөрөүҙән, әллә балаһының бәләһен йөрәгенә ныҡ яҡын алыуҙан сатанлаған ағайҙың урам буйлап аяҡтарын саҡ һөйрәп килгәнен бер ҙә онота алмайым, шул күренеш һаман да күҙ алдында тора.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru