Башың йәш икән - күп эш алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йорт кәрәк, йорт йәки Ауыл йәштәренә нисек «ҡыйыҡ»лы булырға? Башҡортостан » Милли проекттар

    Бөгөн киң матбуғат сараларында йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн шарттар булдырылыуы тураһында күп яҙыла. Бигерәк тә ауылда йәшәүсе йә-ки йәшәргә теләү-селәр өсөн уңайлы шарттар, льготалар күп кеүек. Шулай ҙа торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә дәүләт ярҙамына кемдәр дәғүә итә ала?
    Норматив документтарға килгәндә, уларҙың муниципаль, республика һәм федераль кимәлдәгеләре бар. Махсус программалар ауылдың социаль үҫешенә йоғонто яһау өсөн төҙөлгән, һәм улар әүҙем эшләй.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сиреүсе мәктәбе 90 йыллығын kаршыланы Яңылыҡтар

    Сиреүсе мәктәбе 90 йыллығын kаршыланыСиләбе өлкәһе Сосновка районының башҡорт теле уҡытылған берҙән-бер Сиреүсе мәктәбенә 90 йыл тулды. 1919 йылдың февралендә асылған мәктәптә Әлеш, Туҡтыбай, Мамай һәм яҡын тирәләге башҡа бик күп ауыл балалары белем ала.
    Уҡытыу башҡорт телендә ғәрәп графикаһы нигеҙендә яҙылған дәреслектәр буйынса алып барыла. 1930 йылда ете йыллыҡ уҡытыуға күсәләр, бөтә фәндәр шулай уk башҡорт телендә, ләкин латин графикаһында уҡытыла. 1931 йылда беренсе пионер отряды ойошторола. 1940 – 1941 йылдарҙа кириллица нигеҙендә башҡорт алфавиты индерелә. 1957 йылда һигеҙ йыллыҡ белем биреүгә күсәләр. 1962 йылда уҡытыу рус телендә алып барыла, туған телде өйрәнеү тыйыла. 1976 йылдың октябрендә яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. 1989 йылдан предмет булараҡ башҡорт теле өйрәнелә башлай.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айсберг Әҙәбиәт » Хикәйә

    «Рәхмәт һиңә, Гөлмилә, барыһы өсөн дә. Тик ирендәреңдең ҡайнарлығын татыу миңә яҙмағандыр инде», – тигән уйҙар менән урынымдан ҡуҙғалдым.
    Ҡыҙҙар һуңғы курста уҡығанда ла үҙемдә яндарына барып йөрөмәҫкә көс таптым. Курс февралдә тамамланды. Әйберҙәре ауыр булғанлыҡтан оҙатып ҡуйыуҙы джентльменлыҡ бурысы итеп иҫәпләнем. Самолетҡа ултырҙылар. Самолет, ҡырпаҡ ҡарҙан буран туҙҙырып, күтәрелеп китте. «Хуш, Гөлмилә», – тип тороп ҡалдым йәш ҡар туҙаны эсендә.
    «Райондың иң алыҫтағы бер ауылына эшкә ебәрелгән», – тигән хәбәр килде. Дүртенсе курста уҡығанда медицина институтына уҡырға ингән Көнһылыу исемле ҡыҙ ауыл күстәнәстәре менән бергә минең өсөн ҡаранан да ҡара ҡайғыға тиң хәбәр ҙә килтергән. «Айсберг кейәүгә сыҡҡан...»

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙҙым туҙға... Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Йәшлек ике килмәй, тиҙәр...
    Мин дә һиңә бер килдем.
    Үкенескә ҡалмаһын, тип,
    Бер килгәндә гөр килдем!

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ирәүән барҙа ит үлмәҫ Сәләмәтлек, Башҡортостан

    Ирәүән барҙа ит үлмәҫҺарына
    (лилия кудреватая, саранка).
    Лилиәләр ғаиләһенә ҡараған был матур сәскәле үҫемлекте хәҙер тәбиғәттә табыуы ҡыйын. Халыҡ фольклорында уның йотлоҡ йылдарында киң таралған ризыҡ булыуы йыш иҫкә алына. Миңә ҡалһа, ауыл тирәләрендә һарынаның юҡҡа сығыуы ла шуға бәйлелер. Уның ҡарауы, лилиәләр хәҙер һәр баҡсаның күркәм биҙәге булып ултыра.
    Оҙон ғүмерле (ә уны егерме йылға яҡын йәшәй, тиҙәр) һарынаның ярайһы уҡ тәрәндә үҫкән бүлкәт-бүлкәтле һуғанбашы ҡуш йоҙроҡтай булыуы мөмкин. Һуғанбашты сей килеш ашарға ла, бешерергә лә ярай. Башҡорт халҡында һарынанан бешерелгән бутҡаның тәлге тигән исеме бар. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы, майлыраҡ бүлбеләрҙе тәмләп ҡарар өсөн баҡсала үҫкән сәскәнең тамырын ҡаҙыу ҙа етә. Үкенескә күрә, шунан артығын тәҡдим итеп булмай, сөнки һарына беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк ҡалған.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Микротулҡынлы мейестә әҙерләнгән бутербродтар Башҡортостан

    Микротулҡынлы мейестә әҙерләнгән бутербродтарБутербродтарҙы әҙерләгәндә, бер нисә кәңәште иҫтә тотоғоҙ.
    Икмәктең аҫты көймәһен һәм мейес эсенә артыҡ быу сыҡмаһын өсөн уның аҫтына фольга ҡуялар. Бутербродтарҙы тулҡын аҫтында оҙаҡ тотһаң, икмәктең ҡатыуын онотмағыҙ. Ит, ветчина һәм колбасаны ҙур киҫәкләп түгел, ә бер нисә йоҡа киҫәккә бүлгеләргә кәрәк. Түбәндәге бутербродтарҙың бөтәһе лә мейесте бар көсөнә асып эшләнә.
    Ветчиналы бутерброд. Бер телем аҡ икмәк, 2 – 3 йоҡа телем ветчина (йәки колбаса), 2 – 3 телем помидор, 2 балғалаҡ ыуылған сыр.
    Икмәк телеменә ветчинаны һәм помидорҙы теҙеп, өҫтөнә сыр һибәләр. Ярты минут йылытырға кәрәк.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып...– 2 Яңылыҡтар » Спорт

    Шулай итеп, ярыштарҙың иләгенән төшөп ҡала-ҡала, Гагарин кубогына өмөт итеүселәрҙең өс командаһы билдәле булды. Башта был уңышҡа ошо серияла әллә ни ҡаршылыҡ күрмәгән Мәскәүҙең «Динамо» хоккейсылары өлгәште. КХЛ дебютанты Латвияның «Динамо» клубын 1/8 финалда өс уйында еңел генә отҡас, сирекфиналда уларға ҡаршы данлыҡлы ЦСКА уйынсылары сыҡҡайны. Сыҡҡайны, тибеҙ, сөнки улары ла көтмәгәндә өс осрашыуҙа 2:1, 7:1 һәм 5:1 иҫәптәренә еңелде. Әгәр инде «Динамо», ысынлап та, көслө икән, тимәк, бәйгенең төп дәғүәсеһе булыр, моғайын. Тик әлегә ярымфиналда уларҙың дәғүәсеһе билдәһеҙ.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙ яҡшы хужабикәме? Конкурстар, Сәләмәтлек

    Һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙен уңған хужабикә итеп күргеһе, ошо хаҡта маҡтау һүҙҙәре ишеткеһе килә. Әммә ҡайһы саҡта бындай һүҙҙәрҙе бик оҙаҡ көтөргә тура килә! Ә беҙ һеҙгә икенсе юл тәҡдим итәбеҙ. Түбәндәге һынамыш һорауҙарына яуап биреп, балдарҙы иҫәпләп сығығыҙ ҙа, үҙегеҙҙең ниндәй хужабикә булыуығыҙҙы күрерһегеҙ.
    1. Һеҙгә һыуытҡыс, телевизор, кер йыуыу машинаһы һәм киске күлдәк һатып алырға кәрәк икән, әммә шуларҙың береһен генә алырға мөмкинлек бар. Нимәне һатып алыр инегеҙ?

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru